+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
24 Май 2022, 11:15

Тиҙ бешерелгән татлы урама

1,5 стакан он, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаһы, тәменсә джем йәки ҡайнатма кәрәк.

Тиҙ бешерелгән татлы урама
Тиҙ бешерелгән татлы урама

Ҡуйыртылған һөткә йомортҡа һытып туғыйбыҙ. Аш һеркәһе менән һүндерелгән сода, он ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
Табаға махсус ҡағыҙ йәйеп, майлайбыҙ ҙа ҡамырҙы ҡоябыҙ. 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 15 минут бешерәбеҙ.
Мейестән алғас, эҫе килеш ҡағыҙы менән бергә урап, 5 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шунан ҡағыҙын алабыҙ, йәймәнең өҫтөнә джем йәки ҡайнатма яғабыҙ һәм урайбыҙ. Ураманың өҫтөнә шәкәр онтағы һибергә мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: