+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
23 Май 2022, 17:30

Сейә бәлеше

300 – 400 грамм сейә (туңдырылған йәки компоттан булһа ла ярай), 1,5 стакан он, 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 200 грамм 20 процентлы ҡаймаҡ, 100 грамм аҡ май, ярты балғалаҡ сода, 3 балғалаҡ ванилле шәкәр, тәменсә тоҙ кәрәк.

Сейә бәлеше
Сейә бәлеше

Йомортҡаға шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Иретелгән аҡ май, ҡаймаҡ, сода, ванилле шәкәр, он һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатабыҙ. Төштәре алынған сейәгә (туңдырылған булһа, иретеп тормайбыҙ) бер аҙ ғына крахмал һибәбеҙ. Майлы табаға ҡамырҙы һалабыҙ, өҫтөнә тигеҙ итеп сейә теҙәбеҙ, саҡ ҡына ҡамырға батыра бирәбеҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешерәбеҙ. Мейестән алғас, шәкәр онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: