+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
21 Май 2022, 11:15

Яҙғы үләндән тәғәм

Балтырғандан, кесерткәндән аш, ирәүәндән бәлеш, йыуанан бөйөрөк, ҡуҙғалаҡтан, шпинаттан турама... Яҙын был шифалы тәғәмдәр күптәрҙең өҫтәлендә урын ала. Бөгөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа яңы, артыҡ таралмаған ризыҡ төрҙәрен йыйып тәҡдим итмәксебеҙ.

Яҙғы үләндән тәғәм
Яҙғы үләндән тәғәм

Ҡаҡынан турама
200 грамм ҡаҡы, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ дөгө ярмаһы, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ (майонез) кәрәк.
Таҙартылған ҡаҡыны, бешкән йомортҡаны ваҡ итеп турайбыҙ. Бешерелгән дөгө ярмаһы ҡушабыҙ. Тоҙ, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.

Йыуалы май
250 грамм майға 30 грамм йыуа, бер семтем тоҙ, борос кәрәк.
Йыуаны йыуып киптерәбеҙ ҙә ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Йомшаҡ май, тоҙ, борос ҡушабыҙ ҙа блендер менән бутайбыҙ. Һауытта өҫтөн ҡаплап һаҡлайбыҙ йәки шыптырға һалып оҙонсалап туңдырабыҙ.
Икмәккә һылап ашарға, картуф иҙелмәһенә, йәшелсәләргә, аштарға ҡушырға мөмкин.

Үлән ашы
1 стакан йәш үләндәр, 3 ҡалаҡ «Геркулес» ярмаһы, 1 литр һыу, 1 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк.
Һоло яҫмығын 10 – 15 минут бешерәбеҙ. Ваҡ итеп туралған йәшел үләндәрҙе һалып, тағы 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Тоҙ, май һалып табынға бирәбеҙ.

Йәшел тәмлекәс
Ярты стакан зәржә (фәрҙә, ҡуян ҡолағы ла тиҙәр, русса – сныть) үләне , 1 ҡыяр, 100 грамм аҡ май, ярты стакан эремсек, тәменсә тоҙ кәрәк.
Ҡыярҙы ваҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ. Зәржә үләнен 2 минут ҡайнар һыуҙа бешекләп алабыҙ ҙа ваҡлап турайбыҙ. Эремсекте май менән ҡушып иҙәбеҙ. Барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ.

Зәржәнән кәтлит
900 грамм зәржә үләненә 200 грамм ҡуҙғалаҡ, 1 баш һуған, 2 йомортҡа, ярты стакан май, ярты стакан ҡаймаҡ, ярты киҫәк икмәк, һөт, тәменсә тоҙ кәрәк.
Үләндәрҙе тоҙло ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һарҡытып, иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп турап, майҙа ҡыҙҙырып алынған һуған, һөттә ебетелгән икмәк һынығы, йомортҡа, тоҙ һалып бутайбыҙ. Кәтлиттәр әүәләп, ҡыҙҙырып алабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ һалабыҙ.

Кесерткәнле көлсә
60 грамм кесерткән, 400 грамм он, 60 миллилитр көнбағыш майы, 1 стакан һыу, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес кәрәк.
Кесерткәнде бешекләп алабыҙ ҙа һалҡын һыуға һалабыҙ, һарҡытабыҙ. Үҫемлек майы ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Он, тоҙ, ҡамыр күперткес һалып бутайбыҙ ҙа, кәрәгенсә һыу ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Нәҙек кенә итеп йәймәләр йәйәбеҙ һәм майлы табала һәр яғын 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Көлсәләр ҡабарып китергә тейеш.
Был көлсәләрҙе аш менән ашарға мөмкин, паштет, май, йомшаҡ сыр кеүек тәмлекәстәр менән дә тәҡдим итергә була.

Бәпембәнән турама
100 грамм бәпембә япрағы, 200 грамм кәбеҫтә, 2 әсе алма, 1 кишер, үҫемлек майы йәки ҡаймаҡ кәрәк.
Бәпембә япрағын 40 минут тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ (әсеһе бөтһөн өсөн), сайҡатабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы һаламлап ҡырҡабыҙ ҙа бергә ҡушабыҙ. Ҡаймаҡ (үҫемлек майы) өҫтәйбеҙ.

Туҡлыҡлы турама
Бешкән телде һаламлап турайбыҙ. Помидор, бешкән йомортҡа ҡырҡабыҙ, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, иҙелгән һарымһаҡ ҡушабыҙ. Ҡыяр үләне, башҡа тәмләткес үләндәрҙе турап өҫтәйбеҙ. Тоҙ, майонез һалып бутайбыҙ, өҫтөн ҡыяр үләне сәскәһе менән биҙәйбеҙ.

Йыуанан турама
1 тотам йыуа, 4-5 картуф, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.
Бешкән картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ваҡ итеп туралған йыуа, тоҙ, май һалып бутайбыҙ.

Баллы турама
100 грамм бәпембә япрағы, 20 грамм әстрхан сәтләүеге, 15 грамм бал, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә әнис үләне кәрәк.
Бәпембә япрағын тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ ҙа сайҡатабыҙ. Ваҡ итеп турайбыҙ, ваҡланған сәтләүек, тоҙ, бал, үҫемлек майы һалабыҙ ҙа бутайбыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин.

Ҡуҙғалаҡлы аш
Һурпаға ҡуҙғалаҡ, сөгөлдөрҙөң йәш япраҡтарын турап һалабыҙ ҙа 10 минут бешерәбеҙ. Тәрилкәгә һалғас, урталай ҡырҡылған бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.

Ҡыҙҙырылған бәпембә
250 грамм сәскәгә тумаланған бәпембә, 50 грамм ваҡланған шөкәрә, 2 ҡалаҡ һары май, тәменсә тоҙ кәрәк.
Бәпембәне тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Шөкәрәлә әүәләйбеҙ ҙә майлы табала ҡыҙҙырабыҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: