+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
5 Май 2022, 11:15

Шаһтар ризығы

Эштә лә, өйҙә лә бергә. Юғары уҡыу йортонда белем алғанда уҡ бер-береһенән башҡа йәшәй алмағандарын аңлаған курсташтар, сәстәрен сәскә бәйләп, татыу ғүмер итә һәм ижады менән сәхнәне биҙәй. Бөгөн беҙ – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Зилиә Һәм Айнур СИТДИҠОВТАРҘА.

Шаһтар ризығы
Шаһтар ризығы

Шаһ-былау


700 грамм һыйыр ите, 500 грамм оҙонса сортлы дөгө ярмаһы («басмати» булһа бик шәп), нәҙек ләүәш (ҙур шаҡмаҡ рәүешендә булһа яҡшы), 350 грамм аҡ май, 200 грамм һуған, 300 миллилитр һурпа, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 150-шәр грамм күрәгә, йөҙөм, 100 грамм мүк еләге (шулай уҡ барбарис, ҡаҡланған алса (алыча) ҡулланырға мөмкин), бер нисә бөртөк зәғфран, тәменсә тоҙ, былау өсөн тәмләткестәр алына.

Дөгө ярмаһын һыуы үтә күренмәле булғансы яҡшылап йыуабыҙ. Зәғфран, тәмләткестәрҙең өстән бер өлөшөн, күп кенә тоҙло һыу ҡойоп, яртылаш бешереп алабыҙ (сортына ҡарап 3 – 8 минут). Шунан һалҡын һыу менән сайҡайбыҙ ҙа һарҡытабыҙ.
Кипкән емештәрҙе 1-2 минут ҡайнар һыуҙа тотабыҙ, киптерәбеҙ. Күрәгәне ҡалын итеп һаламлап ҡырҡабыҙ. Һуғанды – ярымҡулсалап, һарымһаҡты – ваҡ ҡына итеп, итте 2-3 сантиметрлыҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ.
Ҡаҙанда 100 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ һәм һуған һалабыҙ, ҡыҙҙырғас, бер һауытҡа алып торабыҙ. Ҡалған майға итте һалабыҙ һәм ҡыҙарғансы ҡыҙҙырабыҙ.
Ит янына ҡыҙҙырылған һуғанды ауҙарабыҙ, һарымһаҡ, киптерелгән емештәр, тоҙ, һурпа, 50 грамм һары май өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 10 минут быҡтырабыҙ.
Ҡалған аҡ майҙы ла иретәбеҙ. Ләүәштән 5 сантиметр киңлегендә оҙон таҫмалар ҡырҡабыҙ.
Һары май менән ҡаҙандың эсен тулыһынса (ян-яғын да өҫкә тиклем) майлайбыҙ. Ләүәш таҫмаларын бер-береһенең ситен ҡапларлыҡ итеп теҙеп сығабыҙ, уларҙың ситтәре ҡаҙан ҡырынан сығып тора. Ләүәш ҡатламын майлайбыҙ. Артабан, ҡаҙандың ян-яғы ҡапланғансы ләүәш һалып сығабыҙ, араларын майлай барабыҙ.
Дөгөнөң өстән бер өлөшөн ләүәшкә һалабыҙ, өҫтөнә мул ғына май ҡоябыҙ. Иттең яртыһын һалабыҙ, самалап һутын да ҡоябыҙ. Тағы ла ҡатлап дөгө, май, ит һәм дөгө, май һалабыҙ. Ләүәштең ситтәре менән ҡаплайбыҙ ҙа өҫтөн майлайбыҙ.
Ҡапҡасын ябып, 200 градус эҫелектәге мейестә 1 сәғәт бешерәбеҙ.
Былауҙы тәрилкәгә йәки ҙур таҡтаға бушатабыҙ. Бының өсөн ҡаҙандың өҫтөн ҙур таҡта менән ҡаплайбыҙ ҙа ләүәштәге былауҙы ипләп кенә шунда түңкәрәбеҙ. Эҫе килеш порцияларға ҡырҡып, табынға тәҡдим итәбеҙ. Кетерләп торған тышлыҡтан былау таралып китә.
Былауҙы йәшел тәмләткес үләндәр, помидор һәм һуған турамаһы менән биҙәргә мөмкин.

Был былауҙы байрамдарҙа, туғандарҙы һәм дуҫтарҙы ашҡа саҡырғанда бешерәләр.
Ҡунаҡ йыйырға ярата Зилиә менән Айнур, өйҙәренән яҡындары өҙөлмәй, тиһәң дә була.
«Бер-беребеҙгә һалышмайбыҙ, кем буш була, шул бешерә. Айнур юҡ ҡына әйберҙән дә телеңде йоторлоҡ тәмлекәс әҙерләп ҡуя», – тип тормош иптәшен маҡтай Зилиә. Мантыны – ҡабаҡ, «ханым»ды эсәк менән беше­рәләр – ғәҙәти аҙыҡ-түлекте лә үҙҙә­ренсә төрләндереп әҙерләүҙәре лә һәр нәмәгә ижади ҡарауҙан киләлер.
«Баштараҡ спектакль әҙерләгәндә гел бер төркөмгә тура килергә тырыша инек, хәҙер, балалар булғас, киреһенсә, беребеҙ гастролгә сыҡҡанда икенсебеҙ өйҙә булһын тип теләйбеҙ», – тип бүлешә йәштәр. Ял көндәрендә бәләкәстәрен театрҙарға, концерттарға йөрөтөргә тырышалар. Биш йәшлек Айбулат менән ике йәш ярымлыҡ Айназа инде үҙҙәрен тамаша залында дөрөҫ тота белә, бер ҙә мыжып йә илап ултырмайҙар. Уларға күберәк иғтибар бүлергә, ғәзиздәре тормошонда нығыраҡ ҡатнашырға ынтыла йәш атай менән әсәй. Балалар баҡсаһында ҡар көрәргә, сәскә ултыртырға булһа ла ситтә ҡалмайҙар, үҙ ҡулдары менән ниндәйҙер әйбер эшләргә кәрәк икән, төн йоҡоһон да йәлләмәйҙәр.
Отпускыларын тулыһынса ауылда үткәрәләр, ҡалаға ҡайтып та инмәйҙәр тиерлек. «Йәй көнө Дәүләкән районында нәнәйемдең өйөндә йәшәйбеҙ. Үткән йылғы эҫелә һыуҙан сыҡманыҡ. Республиканың башҡа төбәктәрен дә күреп йөрөйбөҙ. Тормош иптәшемдең яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Икебеҙ ҙә ҡалала тыуып үҫһәк тә (Айнур – Өфөлә, мин – Стәрлетамаҡта), ауылға тартылабыҙ шулай», – тип һөйләй Зилиә.
Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, балаларын ҡалдырмайҙар. Ял көндәрендә баҡса эшләмәгәндә репетицияға бергә алалар. Улар ятһынмай, башҡа актер­ҙарҙың балалары менән дуҫлашып та бөтә. Зилиә үҙе лә «сәхнә артында» үҫкән бала бит. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актерҙары – Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Хәлилова һәм Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлиловтың мөхәббәтле, татыу ижади ғаиләһендә буй еткерә ул. Гастрол­дәрҙә, фестивалдәрҙә ата-әсәһе менән бергә йөрөп, шул тормош рәүешен һеңдереп үҫә. «Кәрәк сағында йылы һүҙен таба белгән, ағасҡа тотонһа, балтаһы ҡулында уйнап торған, үҙе умарталығындағы бал ҡорттарылай егәрле һөйөклө атайым көтмәгәндә вафат булғас кисер­гән тойғоларҙы аңлатып бөтөрлөк түгел. Яҡын кешемде юғалтыу был донъяға етдиерәк бағырға, уратып алған кешеләрҙең, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтте. Әйтерһең, барыбыҙ ҙа өлкәнәйеп киттек. Был минең һәм ғаиләмдең генә түгел, башҡорт сәнғәте өсөн дә ҙур юғалтыу икәнен аңлайым, – тип кисерештәре менән уртаҡлаша актриса. – Әсәйем – иҫ киткес киң күңелле ҡатын. Буш ваҡытында шиғырҙар ятларға, хикәйәләр уҡырға ярата. Һуңғы йылдарҙа үҙендә руль артына ултырырға көс тапты».

 

Зилиә СИТДИҠОВА фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: