+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Апрель 2022, 11:10

Йәшелсәле фунчоза

200 г үтә күренмәле дөгө туҡмасы (фунчоза), төрлө төҫтәге 3 татлы борос, 2 кишер, 1 ҡыяр, 3-4 теш һарымһаҡ, 2 балғалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 2 балғалаҡ соя соусы, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ кәрәк.

Йәшелсәле фунчоза
Йәшелсәле фунчоза

Дөгө туҡмасын тәүҙә һалҡын һыуҙа тотабыҙ. 10 минуттан һуң һыуҙы түгеп, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. 5 минуттан уны ла түгәбеҙ, туҡмасты сайҡатабыҙ, һыуын һарҡытабыҙ.
Кишер менән татлы боросто һаламлап турайбыҙ ҙа үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Утты һүндерер алдынан ваҡ итеп туралған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Һыуынғас, дөгө туҡмасына ҡушабыҙ. Һаламлап ҡырҡылған ҡыяр өҫтәйбеҙ. Тәменсә тоҙ, аш һеркәһе, соя соусы һалып болғатабыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: