+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
16 Апрель 2022, 14:10

«Һоҡланыу»

200 г ыҫланған ит, 2 йомортҡа, ярты банка консерваланған кукуруз, 120 г ҡаты сыр, 3 по­мидор, 1 теш һарымһаҡ, тәменсә майонез кәрәк.

«Һоҡланыу»
«Һоҡланыу»

Был турама һәр ҡунаҡҡа тәғәйенләп айырым һауытҡа эшләнә.

Итте, помидорҙы, бешкән йомортҡаны ҙур булмаған шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Һауыт төбөнә тауыҡ ите һалабыҙ, өҫтөнә саҡ ҡына иҙелгән һарымһаҡ һибәбеҙ, майонез яғабыҙ. 2-3 ҡалаҡ кукуруз, шунан помидор һалабыҙ, тағы – майонез. Йомортҡа өҫтөнә сыр һибәбеҙ. Черри помидоры һәм йәшел тәмләткес үләндәр менән матурлайбыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: