+14 °С
Облачно
Тәмлекәс
15 Апреля 2022, 09:47

Тоҙло печенье

4 картуф, 2 йомортҡа, 100 г аҡ май, 120 г он, тәменсә кунжут орлоғо һәм көнбағыш емеше, тоҙ алына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тоҙло печеньеТоҙло печенье
Тоҙло печенье

Картуфты әрсеп тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуынғас, ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә иҙәбеҙ. Йомортҡа һарыһы, аҡ май, кунжут һәм көнбағыш тосон һалып болғатабыҙ. Он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә тигеҙ киҫәктәргә бүлеп ҡырҡабыҙ.


Махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға печеньеларҙы теҙәбеҙ. Йоморт­ҡаның ағын туғыйбыҙ ҙа бумала менән печеньеларға яғабыҙ, өҫтөнә кунжут орлоҡтары һибәбеҙ. 200 градус эҫелектәге мейестә ике яғы ла ҡыҙарып сыҡҡансы бешерәбеҙ.


Печенье һөт йә сәй менән бик тәмле була. Тик уны асыҡ һауытта һаҡларға кәрәк, шыптырға һалһағыҙ, тәме юғала, ебей.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас