+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
15 Апрель 2022, 17:15

Алма менән быҡтырылған кәбеҫтә

2 алма, уртаса ҙурлыҡтағы ярты кәбеҫтә, 1 кишер, 1 теш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 3 лавр япрағы, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.

Алма менән быҡтырылған кәбеҫтә
Алма менән быҡтырылған кәбеҫтә

Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ, эҫе майлы табаға һалып ҡыҙҙырып алабыҙ. Уға йыуып әрсел­гән, ваҡ итеп туралған алманы, ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе өҫтәйбеҙ ҙә 10 минут быҡтырабыҙ. Томат пастаһы, иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос, лавр япрағы, саҡ ҡына һыу һалып болға­табыҙ ҙа, ҡапҡа­сын ябып, ярты сәғәт сама­һы һүрән утта быҡ­тырабыҙ. Та­бынға биргән­дә ҡаймаҡ менән би­ҙәргә мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: