-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
26 Март 2022, 13:10

Яратылып үҫкән бала бәхетле була

«Тормошто мажаралы сәйәхәт итеп ҡабул итәм. Аллаға шөкөр, барыһы менән ҡәнәғәтмен. Эшемдә бәхетлемен, хеҙмәттәштәремде лә, театрҙы ла яратам. Күҙ ҡарашым менән театр диуарҙарын һыйпап үтәм, сәхнәне байҡайым, тоям: мин – үҙ урынымда!» – ти М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә ИСҠУЖИНА.

Яратылып үҫкән бала бәхетле була
Яратылып үҫкән бала бәхетле була

Тормошта үҙ урыныңды табыу, бәхетле булыу серен йәшермәй актриса. «Яратылып үҫтем мин, – ти ул. – Биш бала булһаҡ та, атай-әсәйемдең иғтибары, һөйөүе һәр беребеҙгә етте. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғаиләлә – дүрт ҡыҙ, барыбыҙ ҙа Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында тыуғанбыҙ, әммә һәр беребеҙҙең холҡо – үҙенсә». Бәләкәй сағында ул гел атаһының алдында ултырғанын яҡшы хәтерләй. Әсәһе – уҡытыусы, көнө буйы эштә. Атаһы йыш ҡына мәктәпкә ҡыҙҙарының сәстәрен дә үреп ебәрә. Ул зоотехник булып эшләй. Икеһе лә сәнғәтте ярата, йыр-моңға әсир. Салауат Ғәлиәхмәт улы – гармунда, Мәликә Әхмәт ҡыҙы мандолинала уйнай. «Мин үҙем яҙған хикәйәләрҙе уҡығанда ла, апай-һеңлеләрем менән спектаклдәр ҡуйғанда ла улар беҙҙе етди төҫ менән ҡарай, тыңлай ине. Үҙем мәктәптәге бөтә түңәрәктәргә яҙылып, өйҙәге мәшәҡәттәрҙе башҡарырға өлгөрмәһәм дә, ҡаршы килмәнеләр. Беҙҙе һәр яҡлап үҫтерергә ынтылыуҙарына рәхмәтлемен. Быны әле генә аңлайым», – ти Лилиә. Балаларының белемле, аңлы һәм ижади фекерле булып үҫеүен теләгән әсәһе, ҡайҙа барһа ла, китап алып ҡайтыр була.
Атаһына яңы тун алғас, иҫкеһенән йомшаҡ уйынсыҡ тегергә рөхсәт ала Лилиә. Әҙер уйынсығын күрһәткәс, атаһы: «Был тун яңыһы ине бит», – тип кенә әйтә. Әрләшмәй. Ғөмүмән, ғәзиздәренең тауыш күтәргәнен бөтөнләй хәтерләмәй артистка. Бары бер осраҡта ғына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә әсәһе. Лилиә һөйләй: «Бала саҡ бит, апай-һеңлеләрем менән шаярып, сар-сор һуғышып киткәнебеҙ ҙә булды. Шундай саҡтарҙа әсәйем гелән: «Һеҙ – бер туғандар! Бер-берегеҙҙе яҡлап, һаҡлап ҡына йөрөргә тейешһегеҙ!» – тип ҡабатлай ине. Әсә һүҙҙәре һеңгәндер, хәҙер татыубыҙ. Иң яҡын әхирәтеңә лә, тормош иптәшеңә лә һөйләй алмаған, бары тик бер туғаның менән генә бүлешер серҙәр була бит. Аллаға шөкөр, һәр беребеҙ үҙ юлын тапҡан».
Әбйәлил районы Гусевка ауылында йәшәгән Мәликә апай ҡыҙҙарының ҡайтыуын көтөп тора, ейән-ейәнсәрҙәренә лә фәһемле кәңәштәрен биреп өлгөрөргә ынтыла. Лилиә әсәһе менән телефондан көнөнә 3-4 тапҡыр һөйләшеп ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек атаһы баҡыйлыҡҡа күсә. Уны бик юҡһына, яҡшы тәрбиәһе өсөн рәхмәттәр уҡый ҡыҙҙары. Бала саҡтың йылы хәтирәләре һәр саҡ оҙатып йөрөй.
Килен булып төшкән ере – Ейәнсура районы Үрген ауылында ла ҡолас йәйеп көтөп торалар. Ҡайныһы Малик Миңлеғәли улы телгә йор, шаяртып һөйләргә ярата. «Ҡәйнәм Хәлиҙә Хәйрулла ҡыҙы иҫ киткес аҡыллы ҡатын ине, мине үҙ ҡыҙы итеп ҡабул итте. Сәй эсергә ултырһаҡ, серләшеп, ике сәғәт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала инек. Быйыл беҙҙе ташлап, мәңгелеккә күскәс, тормошомда уның ни тиклем ҙур урын биләгәнен аңланым. Сабыр холоҡло, аҙ һүҙле ҡәйнәм дин тотто, уның янына бар ауыл халҡы тиерлек кәңәшкә килер ине. Минең өсөн Оло инәй образы менән бер ине ул», – тип хистәре менән бүлешә Лилиә.

 

Тултырылған картуф
6-7 картуфҡа 500 грамм үткәрелгән ит, 1-әр кишер, һуған, помидор, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1-2 лавр япрағы, 1 тотам шәфәри, әнис үләндәре, тәменсә тоҙ, борос алабыҙ.
Үткәрелгән иткә тоҙ, борос ҡушып, эслек әҙерләйбеҙ. Картуфты әрсейбеҙ ҙә үтәнән-үтә тишеп эсен алабыҙ һәм унда әҙер эслекте тултырабыҙ.
Кәстрүлгә картуфтарҙы теҙеп һалып, һыу ҡоябыҙ ҙа ҡыҙыу утҡа ҡуябыҙ. Һыу картуфты ҡаплап, бер аҙ өҫтөнә сығып торһон. Ҡайнап сыҡҡас, ваҡ итеп туралған һуған, һарымһаҡ, тоҙ, түңәрәк итеп ҡырҡылған кишер өҫтәйбеҙ. Утты кәметеп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябабыҙ. Ун минут үткәндән һуң картуф янына туралған помидор оҙатабыҙ. Йәшел тәмләткес үлән­дәрҙең һабаҡтарын ҡырҡып, еп менән бәйләйбеҙ һәм, бер яҡ осон тышта ҡалдырып, кәстрүлгә һалабыҙ. Ризы­ғыбыҙ ярты сәғәт бешә. Бешеүгә биш минут ҡалғас, лавр япрағы төшөрәбеҙ. Туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡты йәшел үләндәр менән биҙәйбеҙ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: