+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
23 Февраль 2022, 13:05

Хәләл көс менән

Намаҙлығым — ап-аҡ ҡағыҙ, Йырҙарым — доға минең. Табынғаным — әҙәбиәт, Шиғриәт — тотҡан динем. Шағир донъяһы, Шиғриәт иле. Был илгә яҡты уйҙар, йылы хистәр менән генә ишек туҡылдатып инергә булалыр. Беҙ бөгөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир, драматург, прозаик, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат ӘБҮЗӘРҙең серле донъяһына аяҡ баҫырға йөрьәт иттек.

Хәләл көс менән
Хәләл көс менән

Барыһы ла – бала саҡтан, тиҙәр бит. Һүҙҙе шағирҙың ялан тәпәй йөрөгән мәленән башлайыҡ. «Бала саҡ тәме» тигәндә, ҡыҙыҡ, күҙ алдыма иң беренсе йомортҡа килеп баҫа. Бер нисә малай, үҙебеҙ ҙә саҡ моронлап сыҡҡан себештәр инде, һарай башынан йомортҡа сәлдереп, ауыл артындағы урман ситендә бешереп ашай торғайныҡ. Аслыҡтан түгел, өйҙә төрлө-төрлө тәғәмдәрҙән өҫтәл һығылып тормаһа ла, ҡорһаҡты тыңҡыслап тултырырлыҡ ризыҡтан өҙөлмәнек, шөкөр. Дуҫ-иш малайҙар менән тәбиғәт ҡосағында бешереп ашаған йомортҡа тәмлерәк, йәшел үләнгә ҡоролған табыныбыҙ йәмлерәк булған, күрәһең, – тип хәтирәләргә бирелә шағир. – Инәйемдең дә (әсәй) ул саҡта аш төрләндереп ултырыр форсаты булманы. Утыҙ биш йәшендә тол ҡалып, биш бала тәрбиәләп үҫтергән инәйем иртәнән кискә тиклем эш менән булды. Һәр хәлдә, беҙ ашауҙы алғы планға ҡуйып йәшәмәнек. Ашау йә аслыҡтан интеккән, йә үтә бай кешеләр өсөн генә беренсе урында тора: тәүгеләре, ҡайҙан ризыҡ табайым, тип бошонһа, икенселәре, бөгөн өҫтәлгә ниндәй ризыҡ төрөн ҡуйырға, тип баш вата. Беҙ Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәнек. Ә Хоҙай бәрәңгеһен, йәшелсә-емешен йәлләмәне, мал-тыуарҙан, ҡош-ҡорттан өҙөлмәнек. Инәйем менән бер йыл ике дәдән бал ҡорто тотоп та маташтыҡ, тик сысҡан төшөп харап итте».
Аш-һыуға оҫта әсәһе Мәрйәм апай бәрәңгенән генә әллә нисә төрлө аҙыҡ бешерә. Ҡышҡылыҡҡа күп итеп ер еләге, ҡарағат, балан, ҡурай еләге ҡайнатмалары әҙерләй. «Ул бешергән ыуыҙ ҡоймағы иһә телеңде йоторлоҡ ине. Ой-й, тәмле була бит ул ыуыҙ ҡоймағы!..» – ти Салауат ағай, уйҙарында бала сағына ҡайтып. Тик ултыра белмәй әсәй кеше. Шуны эшләгеҙ, быны башҡарығыҙ, тип мыжымай, бара ла үҙе тотона. Олоғара бәрәңге баҡсаһы гөл кеүек сәскә атып ултыра, йәшелсәһен дә мул итеп үҫтерә.
Атаһы вафат булғанда Салауат ағайға – ете, һеңлеһенә биш йәш була. Тағы өс ағаһы мәктәптә уҡып йөрөй. «Шулай ҙа кеше көнлө булып йәшәмәнек, бесәнен дә саптыҡ, утынын да әҙерләнек. 10-сы класта уҡыған ағайым, үҙе бүрәнә тартып, яңғыҙы ғына мал һарайы һалды. Хәйер, балта эшенә бөтәбеҙ ҙә өйрәнеп үҫтек. Хәҙер үҙем дә ауылда, инәйемдең өйө эргәһенә, йорт һалып ҡуйҙым. Шулай тапҡан-ҡапҡаныбыҙ хәләл көс түгеп алынды, өҫтәлгә нимә ҡуйыла – шуны «бисмилла» итеп ашаныҡ, тамаҡ туйһа-туймаһа ла «Аллаһу әкбәр» ҡылдыҡ», – тип һөйләй әҙип.
Кешенекен алма, кешегә насар һүҙ әйтмә. Бына ошо әҙәп ҡағиҙәләре ҡанға һеңгән. Был һүҙҙәрҙе инәй кеше тылҡып тормай, үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Ауылдың ҡарауһыҙ ҡалған өлкән кешеләренә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, тамаҡтарын туйҙырып сығара йә икмәк һалып бирә. Шуға ла өйҙәренән әбейҙәр өҙөлмәй. Бына ошондай бер хәлде иҫләй Салауат Нәзир улы: «Ауылда тыумыштан ғәрип, ныҡ ҡурҡаҡ бер ҡатын бар ине. Малайҙар уға: «Аяғыңды биреп тор», – тиһәләр, илай-илай ҡаса торғайны, бахыр. Шул ҡатын гел беҙгә килә, инәйем сәй эсереп сығара. Берәү унан һорай икән: «Миңлегөл, һин нишләп Мәрйәмдәргә бараһың, уның да дүрт малайы бар бит, ҡурҡмайһыңмы ни?» «Ҡурҡмайымсы, – тигән был ҡатын. – Мәрйәмдең малайҙары минән аяҡ һорамай бит». Хәҙер Салауат Әбүзәр үҙе – дүрт бала атаһы.


Бауырҙан кәтлит
400 грамм бауыр, 1 стакан он, 1 стакан һөт йә ҡатыҡ (кефир), 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1-2 йомортҡа, семтем аш содаһы, самалап һарымһаҡ, һуған, борос кәрәк.
Бауырҙы һарымһаҡ, һуған менән бергә ит турағыстан үткәреп, үрҙә әйтелгән аҙыҡтарҙы ҡушып туғыйбыҙ. Шыйыҡ ҡаймаҡ хәленә етергә тейеш. Табала ҡыҙыу көнбағыш майында ҡурабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ бөтөн булһын, дуҫтар!

Айбулат ӘБҮЗӘРОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: