+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
21 Февраль 2022, 11:12

Милена Сираеванан итальянса бәлеш

4 алма, 2 йомортҡа һарыһы, 140 грамм шәкәр, 50 грамм аҡ май, 125 миллилитр һөт, 180 грамм он, 4 грамм ҡамыр күперткес, бер семтем тоҙ кәрәк.

Милена Сираеванан итальянса бәлеш
Милена Сираеванан итальянса бәлеш

Йомортҡа һарыһын шәкәр менән ағарғансы туғыйбыҙ (3 ҡалаҡ шәкәрҙе ҡалдырабыҙ). Аҡ майҙы иретәбеҙ һәм яртыһын йомортҡа янына һалабыҙ. Һөт, тоҙ, он, күперткес һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға һалабыҙ. Таҙартып, эсе алынған, һигеҙ өлөшкә бүленгән алманы «баҫтырып», бер аҙ ҡамырға батырып теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә ҡалған майҙы ҡоябыҙ, шәкәр һибәбеҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән мейескә 30 – 35 минутҡа ҡуябыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: