+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
24 Ғинуар 2022, 10:05

Алма апай һыйлай

Һәр кемдең дә яратҡан ризығы була. Кемдер әсене үҙ итә, кемдер татлы-шәкәрленән өҙөлмәй. Берәүҙәр итһеҙ тора алмай, икенселәр йәшелсә-емеш менән генә туҡлана... Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Милена СИРАЕВАға юлландыҡ һәм уның ниңә «Алма апай» икәнен асыҡланыҡ.

Алма апай һыйлай
Алма апай һыйлай

Бәләкәстән тиктормаҫ була Милена. 136-сы башҡорт гимназияһында белем алғанда бейеү, йыр, гимнастика түңәрәктәренә йөрөй. Йәйҙәре атаһы Рим ағайҙың һәм әсәһе Рәмзиә апайҙың тыуған Миәкә, Илеш райондарында өләсәй-олаталарында үтә. Ағасҡа үрмәләү, «сәпиттә» елеү, һыуҙа йөҙөү... – иң сағыу хәтирәләр ауылдағы әүҙем ял, туғандары менән аралашыуға бәйләнгән.     

Яңы һауылған йылы һөт, өләсәйҙең майикмәге, көлсә, кәрәҙле бал, яңы бешкән икмәк... «Ауылдағыса ябай һәм файҙалы ризыҡ күңелемә яҡын. Үҙем дә, тәмле генә түгел, файҙалы булһын, тип бешерәм һәр ваҡыт. Рецепта «маргарин ҡушырға» тип яҙылған икән, мин унда аҡ май һалам, йәшел тәмләткес үләндәрҙе мул ҡулланам», – ти Милена.

Баҡсала йәшелсә-емештең төрлөһөн үҫтереүе лә – күңел талабы, йәнгә рәхәтлек биргән шөғөл. Яңы ҡаҙып алынған һәм ярмаланып бешкән мундирлы картуфтың тәменә ни етә! Помидор-ҡыяр ғына түгел, баклажан, ҡауын, рәйханын да үҫтерә ул. Тәрбиәләп йыйылған уңышты ҡышҡылыҡҡа банкаларға ла тултыра, туңдырып та, киптереп тә һаҡлай. «Баҡсала эшләп ҡайтыу – ял ул. Тик ултырыу төҫ түгел миңә. Ер менән булашыу көс, дәрт бирә. Унда хатта тауыҡ та тотабыҙ, йәй буйы үҙебеҙҙең йомортҡаны ашайбыҙ», – ти актриса.

Балаларын да файҙалы ризыҡ менән туҡланыуға өйрәткән. Юҡ, тәмле-татлыны тыймай ул, тик башта йылы аш ашаған бәләкәстәр инде кәнфит-чипсыға артыҡ тартылмай ҙа. Туғыҙ йәшлек Әмир, бишен тултырған Рауил спорт менән ныҡлап шөғөлләнә – икеһе лә футболға, гремплингка йөрөй. Был уларҙың байтаҡ ваҡытын ала, малайҙар йыр-бейеүҙе яратһа ла, әсә кешенең музыка мәктәбенә биреү теләге әлегә икенсе планға ҡала килә. Китаптарҙың төрлөһөн уҡыйҙар – башҡорт әкиәттәрен дә, сит ил классикаһын да берҙәй үҙ итәләр. Күмәкләп өҫтәл уйындары ла уйнайҙар. Йылға буйына сығып, саңғы, сана шыуыу, сәкән һуғыу өсөн һәр нәмәгә әҙер.

Милена үҙе лә спорт ярата, йога күнекмәләрен үҙ итә. Машинала елдереү ҙә – күңеле тартҡан шөғөл. Аҙнаһына бер тапҡыр мунса инеүҙе мотлаҡ үтәлә торған ғәмәл итеп алған. Сәләмәтлекте һаҡлауҙа актрисанан тағы бер кәңәш: иртән баллы һыу эсеү. «Бер стакан йылы һыуға ярты балғалаҡ бал һалып иретәһең дә иртән ас ҡарынға эсәһең. Ярты сәғәттән генә ашайһың. Был сара эске ағзаларҙың эшен яйға һала, организмды таҙарта», – тип тәжрибәһе менән бүлешә ул. Ике йыл инде ит ашамай.

«Бала сағың ниндәй тәм менән бәйләнгән, тигәндә, алма күҙ алдына баҫа. Яратҡан ризығым шул. Ҡартатайымдарҙа алмағастар күп булғанғамы икән, йәй уртаһынан алып бешер-бешмәҫ йәшел алмаларҙы кимереп үҫтек. Театрҙа ла мине, ул алма менән генә туҡлана бит, тип шаярталар. Режиссерыбыҙ, Миленаның ҡайҙа барғанын алма киҫәктәре буйынса барып табып була, тип мәрәкәләй.  Ҡустыларым да мине Алмапай тип йөрөтә. Журнал уҡыусыларға ла    алманан тәмлекәстәр бешерергә өйрәтмәксемен», – ти Милена.

 

Баллы алма

2 алмаға 200 – 250 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 25 грамм әстрхан сәтләүеге,  10 баҙам сәтләүеге (миндаль), 1 ҡалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, тәменсә дәрсен (корица), шәкәр, лимон кәрәк.

Сәтләүектәрҙе блендерҙа ваҡлайбыҙ ҙа, бал, дәрсен ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Алманы таҙартып, өҫкө өлөшөн матур ғына итеп ҡырҡабыҙ. Сит-ситенән 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсен алабыҙ. Ҡараймаһын өсөн лимон һуты бөркәбеҙ. Уртаһын ваҡ итеп турап, сәтләүек массаһына ҡушабыҙ.

Сәтләүекле эслекте алмаға тултырабыҙ ҙа өҫкө өлөшө менән ябып ҡуябыҙ. Шәкәрҙә әүәләп алабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, 2 сантиметрлыҡ таҫмалар ҡырҡабыҙ һәм алмаларҙы урайбыҙ. Аҫҡы яғын тулыһынса ҡаплайбыҙ. Ҡамырҙан       2 япраҡ ҡырҡып йәбештерәбеҙ. Йомортҡа һарыһы яғабыҙ һәм 200 градус эҫелектәге мейестә 20 – 25 минут бешерәбеҙ.

Байрам өҫтәлен йәмләр тәмлекәс тиҙ генә әҙерләнә. Эслек өсөн эремсек менән йөҙөм ҡулланырға ла мөмкин.

 

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: