+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
1 Ғинуар 2022, 14:30

Ҡыуаныстары менән килһен!

Өмөттәрен, изге теләктәрен ҡушып, һәр кем көтөп ала был байрамды. Һәр ғаилә үҙенсә әҙерләнә, ғөрөф-ғәҙәттәрен булдыра. Бөгөн беҙгә Яңы йыл табынын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт иткән Зиләрә һәм Руслан  ЮЛТАЕВТАР әҙерләй.

Ҡыуаныстары менән килһен!
Ҡыуаныстары менән килһен!

Зиләрә Юлтаеваның  баш ҡала театрында яңы ролдәр өҫтөндә дәртләнеп эшләгән, ижадҡа мөкиббән сағы. Яратҡан эше ҡанатлы итә бит кешене. Тормош иптәше Руслан Юлтаев та ошонда эшләй. Фильмдары менән генә түгел, «Күңелле йәшәйбеҙ» тапшырыуы менән дә билдәле режиссер киностудия, телевидение менән берлектә фильмдар, проекттар башҡарыуын да дауам итә. Әле Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау маҡсатында социаль проект өҫтөндә эшләүе.

Артистарҙың байрам көндәрендә эш менән мәшғүл булыуы сер түгел. Халыҡтың ялын спектаклдәр, концерттар, кисәләр менән биҙәй, бәләкәстәргә әкиәттәр күрһәтәләр. Был мәлдә бер нисә көн генә ял итеп өлгөрә улар. «Беҙ бер коллегам менән биш йыл буйы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып Яңы йыл төнөнә хәтлем йорттар буйлап балаларҙы ҡотлап йөрөнөк. Театрҙа иртәнән алып 4 – 6 әкиәт уйнайбыҙ, шунан үҫмерҙәргә бейеү-уйындан торған кисәләр ойошторабыҙ, һуңынан тағы сығып китәбеҙ. Ябығып китә инем шул саҡтарҙа. Байрам табынын тормош иптәшем менән  балаларым әҙерләй ине, мин Яңы йыл ҡаршылауға 15 минут ҡалғас ҡына ҡайтып инәм... 2-3 ғинуар тағы әкиәттәр башлана...» – тип һөйләй Зиләрә.

Быйыл күңелдәренә балаларын Мәскәүгә йәки Бөйөк Устюгҡа алып барыу хыялы оялаған. Яңы йылда сюрприздар, бүләктәр, шатлыҡтар, яҡшы кәйеф күп булырға тейеш, йылды нисек ҡаршы алһаң – артабан шулай дауам итә бит, тип һанай әсәй кеше. Әйткәндәй, 12 йәшлек Роберт менән     6 йәшлек Әмилә күптән инде Ҡыш бабайға хат яҙып һалған. Егет кеше инде серҙе белә, шулай ҙа, һеңлеһенә ҡушылып, ябай ғына бүләк һорай, «аҡсағыҙҙы бөтөрмәгеҙ», тип бойора ата-әсәһенә.

«Бала сағымда Яңы йылды ныҡ көтөп ала инем, сөнки мөғжизәгә ышанам, был төндә теләктәр теләйем. Әле шул бала саҡтағы теләктәрем тормошҡа ашып бара, Аллаға шөкөр. Беҙ гел туғандар менән ҡатышып, өй буйлап шаулашып ҡунаҡҡа йөрөнөк», – тип хәтирәләргә бирелә Зиләрә. Русланға Яңы йыл төрлө байрам костюмдары менән иҫендә ҡалған. Ҡуян, Буратино, гусар, мушкетер, ковбой, Олимпия айыуы... Хәтерләрлек шул.

Ваҡыт табып атай-әсәйҙәре янына, тыуған Әбйәлил районы Үтәгән ауылына ҡайтып килергә, уларҙың да күңелен күрергә кәрәк. Ирек ағай менән Хәлисә апай, бүләктәр әҙерләп, шыршылар биҙәп, һырғалаҡтар яһап, тәмле аштар бешереп көтөп тора. Йыл һайын туғандар менән йыйылып, балалар менән бергә, ҙу-ур тау башынан, тюбингҡа ултырып, паровоз булып тағылып төшөү үҙе бер күңелле традицияға әйләнгән. Икенсе көндө Яҡтыкүлгә тау саңғыһы менән шыуырға баралар. Бәләкәстәр өсөн тағы бер ҡыҙыҡ бар: улар олатай-өләсәйҙәренә мал ҡарашырға ярата. Бесән һалыу ҙа, һуғарыу ҙа, тиҙәк таҙартыу ҙа ҡыҙыҡ ҡала балаларына. Күмәкләп ҡар көрәйҙәр, төрлө уйындар уйлап табалар. Туғандар менән аралашыуы үҙе күңелле!

Әсәһенең бишбармағын айырыуса һағынып ҡайталар. Бик тәмле итеп ҡорот ҡайната Хәлисә апай. Ауылда уның ҡоротоноң тәмен белеп торалар, өйҙән килеп алалар, ти Зиләрә ҡәҙерлеһе хаҡында. Икәүләп өләсәһе өйрәткәнсә үҙенсәлекле буҙа ҡоялар. Үҫә төшкәс, был файҙалы, туҡлыҡлы эсемлекте ҡойорға ҡыҙына ла өйрәтмәксе актриса. Уға бәйле татлы хәтирәләре – йөрәк түрендә. «Ауылда, бала саҡта, өләсәйемдең буҙа ҡойғанын белеп ҡалһалар, буҙа эшкинеүгә ҡарай, тирә-яҡ, күрше-тирә, йомошо төшкән булып, беҙгә инә ине, буҙа һемерергә. Беҙ ҙә шунда ҡушылып, хәбәр тыңлап, ярҙам итешеп йөрөнөк һеңлем менән. Беҙгә бүләктәр ҙә тотоп киләләр: ҡулъяулыҡ, яулыҡ, нәски-фәлән, аҡса. Иң ҡыуандырғаны – аҡса. Уларҙы олатайым бүләк иткән балыҡ-копилкаға йыя барабыҙ. Улар һары төҫтә, үтә күренеп тора. Тулып барғанын көн дә күҙәтәбеҙ. Тулғас, ағайым тегеләрҙе бысаҡ менән аҫтан ярҙы, унан күүүп аҡса сыҡты. Беҙ генә түгел, хатта ололар ҙа ҡыуанды. Нимәгә тотонғанбыҙҙыр – уныһын хәтерләмәйем».

Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында йәшәгән ҡайныһы Сәмерхан ағай менән ҡәйнәһе Земфира апай ҙа көтөп ала уларҙы. Ул ят аш-һыу бешерергә оҫта. Бигерәк тә виноград япрағына төрөлгән долма телеңде йоторлоҡ сыға. Ҡамыр аштарына оҫталығын килене менән дә бүлешә. Бешеренергә ярата Зиләрә. Тик был эшкә күңеле ҡырылған мәлдә тотонмай, ундай саҡта әҙерләгән аш тәмһеҙ, ҡотһоҙ була, тигән фекерҙә ул. Бер ваҡытта ла рецепт буйынса ғына бешермәй. Үҙенсә үҙгәртә, башҡа ризыҡтар ҡуша. Әле бәлештәр менән мауыға. «Уларҙы ҡунаҡҡа тотоп барам. Тимәк, мин был кешеләрҙе хөрмәт итәм, улар өсөн бешеренергә ваҡыт, иғтибар бүлгәнмен. Уҡытыусыларымды, коллегаларымды ҡул йылымды һалып бешергән ризыҡтар менән һыйларға яратам», – тип аңлата үҙе. 

«Бәләкәй сағымда, мәктәптән алдараҡ ҡайттым да, ғаиләне берәй аш бешереп һыйларға булдым. Дөгө бешерҙем. Тоҙһоҙ, майһыҙ, тәмһеҙ һәм көйгән ине. Ә кем белгән уға тағы ла тоҙ, май, һөт ҡушырға, алдан йыуырға һәм йәбешмәһен өсөн болғатып торорға кәрәк икәнен. Был әсәйгә 8 Март байрамына арналған бүләк ине. Шунан алып тоҙ һалырға онотмайым хәҙер, тәмләп ҡарайым, әҙерәк шәкәрен дә, балын да ҡушып ебәрәм. Тормошта ла бит шулай: әсеһе лә, сөсөһө лә, шәрбәте лә кәрәк», – бала саҡтың заманында фәһем биргән, хәҙер йылмайтҡан иҫтәлектәре етерлек.

Эйе, һәр көн күңелдә ҡабатланмаҫ иҫтәлектәр ҡалдыра, онотолмаҫ дәрестәр бирә, яңы дуҫтар табыла... Тыуыр йылыбыҙ ҙа яҡты өмөттәребеҙҙе аҡлаһын, сабыйҙарҙың шат тауышы яңғыраһын,  ҡыуаныстар тулы көндәре менән килеп, йылы хәтирәләр менән күңелдәргә уйылһын.

 

«Ҡыш бабайҙың тоғо»

6 тауыҡ ботона 600 грамм картуф, 300 грамм аҡ көләпә бәшмәге, 2 баш һуған, 500 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 1 йомортҡа, 50 миллилитр ҡайнаған һөт,  2 тырнаҡ һарымһаҡ, 3 лавр япрағы, 30 грамм аҡ май, тәменсә тоҙ, борос, әнис (укроп) үләне, ҡамырҙы йәйергә бер аҙ он, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк.

Картуфҡа тоҙ, һарымһаҡ, лавр япрағы һалып бешерәбеҙ. Һыуын түгеп, йылымыс һөт менән иҙәбеҙ (лавр япрағын алып ташлайбыҙ). Табала ваҡ итеп туралған һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ, шунан туралған бәшмәк һалып ҡыҙҙырабыҙ ҙа картуфҡа ҡушабыҙ. Әнис тә өҫтәйбеҙ.   Тауыҡ боттарын, тиреһенән таҙартып, тоҙ, борос һалып, ҡыҙҙырып алабыҙ.

Ҡатлаулы ҡамырҙан яҡынса 16-17 сантиметрлыҡ ҡалын булмаған түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. Картуф эслеге һалабыҙ, өҫтөнә тауыҡ ботон баҫтырып ҡуябыҙ. Ситтәрен матур итеп бөрәбеҙ ҙә, ысҡынып китмәһен өсөн, еп менән бәйләйбеҙ. Иттең сығып торған ерен фольга менән урап ҡуябыҙ. Пергамент йәйелгән табаға теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һылайбыҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә ярты сәғәт бешерәбеҙ.

 

Байрам турамаһы

200 грамм бешерелгән тауыҡ ите (гриль мөмкин), 100 грамм ҡаты сыр, 1 банка консерваланған ананас, тәменсә әстерхан сәтләүеге, тоҙ,  майонез кәрәк.

Тауыҡ итен, ананасты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүек ҡушабыҙ. Тоҙ, майонез һалып болғатабыҙ.

Сыр иҙелеп китмәһен өсөн табынға биргәндә генә ҡушыу яҡшы.

 

Руслан ЮЛТАЕВ фотолары.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: