+2 °С
Облачно
Тәмлекәс
15 Декабря 2021, 07:18

Бауырлы турама

300 г бауырға 1 алма, 100 – 150 г ҡаты сыр, 2-3 балғалаҡ лимон һуты, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр, тәбиғи йогурт йәки майонез кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бауырлы турамаБауырлы турама
Бауырлы турама

Бешкән бауырҙы (әҙерләгәндә тәм өсөн һыуға лавр япрағы, ҡара борос, кишер, һуған һалырға мөмкин) нәҙек кенә итеп һаламлап турайбыҙ. Сырҙы һәм алманы ла шулай уҡ ҡырҡабыҙ. Ярымҡулсалап киҫелгән һуғанға лимон һуты ҡойоп бутайбыҙ.

Йәшел тәмләткес үләндәрҙе лә ваҡлап ҡына турайбыҙ. Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ.


Алма урынына консерваланған шафталы (персик) та ҡулланырға мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас