+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Ноябрь 2021, 14:44

Тотош быуат – бары бер мәл

Бер быуатлыҡ ғүмер. Ниҙәр генә кисерелмәгән дә ниндәй генә хәлдәргә шаһит булырға тура килмәгәндер был ваҡыт арауығында Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙы Вәлитоваға. Шатлыҡ-ҡыуанысы менән ҡайғы-һағышы аралашып килгәндер...

Тотош быуат – бары бер мәл
Тотош быуат – бары бер мәл

Иген сәсеп, бал ҡорто тотоп, башҡорттар менән типтәрҙәр бер булып татыулыҡта йәшәгән бөгөнгө Саҡмағош районы Ҡаран (Мостай) ауылында донъяға килә Зөбәрйәт инәй. Атаһы Әсәҙулла Исхаҡов ата-бабаларының Ҡаҙандан күсеп килеүе хаҡында һөйләй торған була. Мәҙрәсә тамамлағандан һуң, уны мулла булып ҡалырға саҡыралар, әммә баш тарта һәм алтын табыу шахтаһына эшкә китә, унда ете йыл  тир түгә. Беренсе донъя һуғышында, бер юлы ете дошманды ҡоралдары менән әсиргә алып, Изге Георгий орденына лайыҡ була. Әсәһе Мәрйәм Камалетдинова – ер биләүсе башҡорт ғаиләһенән. Ғәрәп, латин графикаһын да, кириллицаны ла берҙәй яҡшы өйрәнгән белемле ҡыҙ Мәжит Ғафури, Һаҙый Таҡташ әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый, бигерәк тә Ҡәүи Нәжмиҙең «Яҙғы елдәр» романын ҡулынан төшөрмәй. «Ҡаҙан университетында уҡыған осорҙа яҙыусының ҡустыһы, шахмат буйынса халыҡ-ара мастер Рәшит Нәжметдинов менән осрашырға тура килде. «Яҙғы елдәр»ҙең ҡартинәйемдең өҫтәл китабы булыуын һөйләгәс, уның да күңеле әҫәрләнде», – тип һөйләй Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙының улы Әмир Ғосман улы.

«Аслыҡ» һүҙе менән йәнәшә йөрөгән 1921 – үҙе тыуған йылды яңы донъяға килгән сабый, әлбиттә, яҡындарының һөйләүе буйынса ғына белә. Кешеләр күпләп ҡырылған, алабута менән туҡланырға тура килгән йылдарҙы алты балалы ғаилә юғалтыуһыҙ сыға. Быға егәрле һәм йүнсел хужаларҙың һыйыр, кәзә, ике ат аҫрауы булышлыҡ иткәндер. Был мал өсөн аҙағыраҡ уларға саҡ кулак мөһөрө һуғылмай ҡала.

Һигеҙ йәшендә үҙ ауылындағы мәктәпкә уҡырға төшә Зөбәрйәт. Башланғыс кластарҙан һуң белем эстәүҙе күрше Яңы Балтас ауылы мәктәбендә дауам итә. «Етенсе класты тамамлағас, атайым, Кәтибә апайым менән икебеҙҙе атҡа ултыртып, Өфөгә алып китте. Апайым – яңы ғына асылып торған медицина институтына, мин финанс-иҡтисад техникумына уҡырға индек», – тип хәтерләй йәшлек йылдарын Зөбәрйәт инәй.

Белемле ҡыҙҙы тыуған районында комсомол ойошмаһының иҫәп секторы етәксеһе итеп ҡуялар, артабан юлдары Бөрө район комсомол комитетына илтә. Бер көн иртә менән эшкә килеүҙәренә радионан йән өшөткөс хәбәр ҡаршы ала – һуғыш башланған! Йәш комсомол­дарҙы медицина уҡыуына ебәрәләр, яралы һалдаттарҙың йәрәхәтен бәйләргә өйрәтәләр. Балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгән мәлендә, 1941 йылдың авгусында, Ғосман Вәлитов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тиҙҙән ул һуғышҡа китә, тик, контузия алып, күҙҙәре бик насар күреү сәбәпле, бер йылдан әйләнеп ҡайта. Тәүге балалары тыуа, тик игеҙәктәрҙең береһен ҡотҡарып ҡала алмайҙар...

Балалар йорто директоры булып эшләгән Ғосман Лотфый улын Өфөгә, «Детснаб» ойошмаһы директоры итеп эшкә күсерәләр, иҫке генә йортта фатир ҙа бирәләр. Әмир ағаһын, Әлиә апаһын ҡыуандырып, һеңлеләре Гүзәл донъяға килә. Баш ҡалала йәшәү балаларҙың үҫешенә, белем алыуына яңы мөмкинлектәр асыр, тигән өмөтө аҡлана әсәнең – барыһы ла белем алып, һөнәре оҫтаһы булып таныла. Әмире яҙмышын журна­листика менән бәйләй. «Республика Башкортостан», «Вечерняя Уфа», Мәскәүҙә «Спортивная Москва», «24», «Политическое образование» баҫмаларында эшләй, әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, «Уфимские ведомости» гәзите һәм «Уфа» журналы редакцияһында хеҙмәт итә. Әлиә ҡыҙы ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған. Балалар баҡсаһында музыкаль етәксе, мөдир булып эшләй, Өфөлә татар балалар баҡсаһы асыуҙың башында тора. Кесе ҡыҙы Гүзәл ғаиләһе менән Анапа ҡалаһында йәшәй. Өс ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре бар йөҙ йәшлек инәйҙең бөгөн. «Әсәйемдең беҙгә нотоҡ уҡығанын, өйгә эшебеҙҙе тикшереп ултырғанын хәтерләмәйем. Уның тырышып хеҙмәт итеүен, эштән һуң уҡырға ашығыуын, барыһын еренә еткереп башҡарыуын, маҡсатына ынтылыуын күреп үҫтек. Шулай үҙ миҫалында тәрбиәләне ул беҙҙе», – ти Әлиә Ғосман ҡыҙы. 

Тормош иптәше ҡаты ауырып,  34 кенә йәшендә вафат булғас, бәләкәстәре менән яңғыҙ ҡала Зәбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙы. Төпсөгөнә йәш тә тулмаған. Киров район промкомбинатына эшкә байтаҡ шарттар ҡуйып ҡына алалар уны. Балаларына күҙ-ҡолаҡ булырға ярҙамға әсәһе килә.  Һынатмай тырыш ҡатын. Тиҙҙән яңы ғына ойошторолған Совнархозға эшкә саҡыралар. Яҙмыш уны Мөғәлим Фәрвәзов менән осраштыра. Уның менән 50 йыл татыулыҡта, мөхәббәттә ғүмер итәләр. «Өс балалы ҡатынға өйләнергә баҙнат итеүе генә лә уның ни тиклем яҡшы кеше икәнлеген әйтеп тора түгелме? Һәр кем дә бындай аҙымға бара алмай бит...» – ти Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙы.

Эштән һуң Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтының киске бүлегендә белем алырға өлгөрә маҡсатҡа ынтылыусан ҡатын. Яҙмыш елдәре Өфөнөң приборҙар төҙөү заводына илтә. «40-сы завод» булараҡ билдәле ойошмала 20 меңгә яҡын кеше эшләй. «Ысын тормош мәктәбе үттем бында, – тип хәтерләй Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙы. – Заводтың директоры Социа­листик хеҙмәт Геройы Николай Ковалев ине, ә партком секретары Евгений Куликов Өфө ҡалаһы партия комитетының беренсе секретары итеп һайланды. «Ҡырҡынсы» космосҡа кәрәкле әйберҙәр етештерҙе. Ябай әйберҙәрҙән билдәле «Ағиҙел» ҡырынғысы менән видеомагнитофонды атарға була. «Салауат Юлаев» командаһы ла беҙҙең заводтыҡы ине. Хоккейсылар уйнаған Спорт һарайын цех булараҡ теркәп төҙөгән өсөн Ковалев Союз министрынан шелтә алды. Уның ҡарауы, ҡала халҡы өсөн был ҙур шатлыҡ булды».

1967 йылда заводтың партком секретары урынбаҫары итеп ҡуялар Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙын. Район парткомына торошло 500 комму­нисты берләштергән ойошмала эшләүе – ҙур яуаплылыҡ. Пенсияға сыҡҡансы заводта хеҙмәт итә ул. «Бына ҡырҡ йыл пенсияламын инде, ышанып та бөтөп булмай. Тотош ғүмер бер мәл генә булып күҙ алдына баҫа. Атайым, Иҙиәт һәм Вәзих ағайҙарым был донъя менән иртә, 60 йәштәрҙә үк, хушлашты – шул күңелде бер аҙ ҡырып тора. Нәҫелебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарға оҙон ғүмерлек насип иткәндер – бына миңә бөгөн йөҙ йәш тулды, Кәтибә апайым 93 йәшкә етте,  Йәғдә һеңлем әле туҡһан берҙә, шөкөр», – ти Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙы.

Сәләмәтлек насип итһен һеҙгә, йөҙ йәшлек инәй!

 

Гөбәҙиә

 

Ҡамыр өсөн 300 миллилитр кефир, 50 грамм көнбағыш майы, он, 2 балғалаҡ ҡоро сүпрә кәрәк. Эслеккә 1 литр һөт, 0,5 литр кефир (улар урынына 350 грамм ҡыҙыл эремсек алырға була), ярты стакан шәкәр, ярты стакан дөгө ярмаһы, 160 грамм аҡ май,  тәменсә йөҙөм, күрәгә емештәре кәрәк.

Кефирға көнбағыш майы һалып болғатабыҙ ҙа быу өҫтөндә йылытабыҙ (артыҡ эҫе итмәйбеҙ). Уттан алабыҙ, шунан ҡоро сүпрә ҡушабыҙ. 10 минут самаһы ваҡыт үткәс, кәрәгенсә он алып, ҡамыр баҫабыҙ. Ярты балғалаҡ ҡына тоҙ ҡушырға мөмкин, ҡушмаһаң да була. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙы, өҫтөн ябып, 30-40 минутҡа йылы урынға ҡуябыҙ. Күтәрелгәс, тағы баҫҡылайбыҙ ҙа 10 минут самаһы тотабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп нәҙек итеп йәйәбеҙ.  Табаға май һылайбыҙ, саҡ ҡына он һибәбеҙ. Ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ.

Эслеккә эремсекте алдан әҙерләйбеҙ. Бының өсөн һөт менән майлы кефирҙы бергә болғатып, һүрән утта оҙаҡ,  8 сәғәт самаһы, ҡыҙарғансы ҡайнатабыҙ, даими болғатып торабыҙ. Әҙер ҡыҙыл эремсекте алырға ла була.

Ҡыҙыл эремсеккә шәкәр ҡушып, блендерҙа бутайбыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Дөгө ярмаһын йөҙөм, күрәгә менән ҡатнаштырабыҙ һәм эремсек өҫтөнә йәйеп һалабыҙ. Аҡ майҙы иретеп, эслектең өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ябып, ситтәрен беркетәбеҙ. Ондо аҡ май менән ыуалап, гөбәҙиә өҫтөн биҙәргә мөмкин.

180 градус эҫелектәге мейестә 35 – 40 минут бешерәбеҙ.

 

Зөбәрйәт Әсәҙулла ҡыҙынан бер нисә кәңәш

  • Гөбәҙиә бешергәндә аҡ майҙы дөгөгә ҡушып бутарға ла була – был саҡта ул тигеҙ тарала.
  • Тултырылған татлы боросто кем генә яратмай. Ғәҙәттә үткәрелгән ит менән дөгө ярмаһы тултырабыҙ. Уны бешергәндә кәстрүл төбөнә нәҙек итеп ҡырҡылған кәбеҫтә, һуған (уны ҡыҙҙырып алырға ла мөмкин) менән кишер һалып, боростарҙы өҫтөнә баҫтырып теҙһәң, бик тәмле була. Бешергән һыуға ҡаймаҡ та өҫтәп ебәреү бик отошло.
  • Былау бешергәндә үзбәктәр ғәҙәттә тышын әрсемәй башы менән һарымһаҡ һала. Мин иһә дөгө һалғанда ваҡ ҡына итеп туралған һарымһаҡ, татлы борос өҫтәйем – был үҙенсәлекле тәм өҫтәй.
  • Әҙер ҡыҙыл эремсек һатып алыу мәшәҡәтте байтаҡҡа кәметә, шулай ҙа уны үҙең ҡайнатһаң, гөбәҙиә тәмлерәк килеп сыға.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: