-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
2 Ноябрь 2021, 15:54

Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә

Сей кәбеҫтәгә ҡарағанда тоҙланғанында ҡайһы бер витаминдар күберәк тә була, тип аптырата белгестәр. Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән моряктарҙы авитаминоз һәм зәңге ауырыуҙарынан тап ошо С витаминына бай тоҙло кәбеҫтә ҡотҡарғаны хаҡында ла мәғлүмәт барыбыҙға таныш. Фитохимик матдәләргә, витамин һәм минералдарға бай был аҙыҡты әҙерләү ауыр түгел, ҡиммәткә лә төшмәй.

Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә
Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә

«Боронғоса» тоҙлау

3 килограмм кәбеҫтәгә 3 кишер, 3 ҡалаҡ тоҙ кәрәк.

Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Аҙ-аҙлап кәстрүлгә һалабыҙ, өҫтөнә тоҙ һибеп, йоҙроҡ менән тығыҙлап барабыҙ. Кәбеҫтәне тәрилкә менән ябабыҙ ҙа өҫтөнә ауыр әйбер ҡуябыҙ. Таҫтамал менән ҡаплайбыҙ. Күбеге сыҡһа, йыйып алабыҙ. Оҙон таяҡ менән көнөнә 1-2 тапҡыр һауаһын сығарып торабыҙ. Өс көндән кәбеҫтә әҙер була. Быяла банкаларға тултырып ҡуйырға ғына ҡала.

 

Баллы кәбеҫтә

1 кәбеҫтәгә 1 литр ҡайнаған йылы һыу, 1 ҡалаҡ (өймәләм) тоҙ,  1 ҡалаҡ бал, 1 ҡалаҡ тмин йәки әнис (укроп) орлоғо, 2 кишер кәрәк.

Йылымыс һыуға тоҙ, бал һалып болғатабыҙ.  Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тмин йә әнис орлоғо ҡушабыҙ (мотлаҡ түгел). Тығыҙ итеп һауытҡа һалғас, тоҙло һыуҙы ҡоябыҙ ҙа йылы урынға ҡуябыҙ. Таяҡ менән даими һауаһын сығарып торабыҙ. Ике көндән кәбеҫтә әҙер булғас, һалҡында һаҡлайбыҙ.

 

Һуған һәм һарымһаҡ менән

2 килограмм кәбеҫтәгә 2 кишер, 2 баш һуған, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 2/3 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, 1 литр һыу кәрәк.

Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуған менән һарымһаҡты ваҡлап ҡырҡабыҙ. Барыһын бергә һалып бутайбыҙ.

Кәбеҫтәне иҙмәй генә тығыҙлап һауытҡа тултырабыҙ. Үҫемлек майы ҡоябыҙ. Шәкәр, тоҙ һалынған һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ. Аш һеркәһе өҫтәйбеҙ ҙә маринадты кәбеҫтәгә ҡоябыҙ. Өҫтөн кәбеҫтә япраҡтары менән ҡаплайбыҙ, ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуябыҙ һәм өс көнгә онотабыҙ. Артабан банкаға һалып, һалҡында һаҡлайбыҙ.

 

Сөгөлдөрлө әсе кәбеҫтә

1 күсән кәбеҫтәгә 1 сөгөлдөр,  1 баш һарымһаҡ, 1 литр һыу, ярты стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡуҙаҡ әсе ҡыҙыл борос, 1 стакан аш һеркәһе, 10 бөртөк ҡара борос алабыҙ. 

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ. Уттан алғас, аш һеркәһе өҫтәйбеҙ.

Кәбеҫтәне эре киҫәктәргә турайбыҙ. Кишер менән сөгөлдөрҙө нәҙек итеп һаламлап ҡырҡабыҙ (ҡырғыстан үткәрергә лә мөмкин). Һарымһаҡ менән әсе боросто ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Ҡара борос ҡушып бутайбыҙ. Маринад ҡоябыҙ. Бер тәүлектән әҙер кәбеҫтәне һалҡынға алып ҡуябыҙ.

 

Ҡышҡылыҡҡа щи

1,5 килограмм кәбеҫтәгә 600-әр грамм помидор, һуған, татлы борос,  200 грамм кишер, ярты стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, ярты стакан аш һеркәһе, ярты стакан үҫемлек майы кәрәк.

Кәбеҫтәне турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Татлы боросто һаламлап ҡырҡабыҙ. Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ.

Йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр һалып, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Аҙағында аш һеркәһе ҡоябыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа ҡаплап ҡуябыҙ. Һыуынғансы «йылы юрған» аҫтында тотабыҙ.

Ҡышын һурпала картуф беше­рәбеҙ ҙә ошо әҙерләмәне һалып ҡайнатып алабыҙ.

 

Дөгөлө әҙерләмә

1 килограмм кәбеҫтәгә 1 килограмм помидор, 2 баш һуған, 700 грамм кишер, 400 грамм дөгө ярмаһы, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 70 миллилитр аш һеркәһе, 6 бөртөк ҡара борос кәрәк.

Кәбеҫтәне – нәҙек итеп, кишерҙе – түңәрәкләп, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ. Помидорҙың тышын әрсейбеҙ. Бының өсөн уны тәүҙә – эҫе, шунан һалҡын һыуға төшөрәбеҙ – шулай иткәндә ҡабығы еңел әрселә.

Йәшелсәләргә тоҙ, шәкәр һалабыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 20 минут быҡтырабыҙ.

Дөгөнө 10 минут самаһы ҡайнатып алабыҙ ҙа йәшелсәләргә ҡушабыҙ. Үҫемлек майы, ҡара борос һалып, тағы 10 минут ҡайнатабыҙ. Аш һеркәһе һалабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм «йылы юрған аҫтында» һыуынғансы тотабыҙ. Һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.

Был әҙерләмә бөтә төрлө ит янына килешә, үҙен генә ашарға мөмкин, юлға алырға ла йәтеш.

 

Тултырылған борос

4 татлы боросҡа 400 грамм кәбеҫтә, 1 баш һуған, 160 грамм томат пастаһы, 600 миллилитр һыу, 60 миллилитр үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Кәбеҫтә менән һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ, шунан кәбеҫтә өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос һалабыҙ. Һуты осоп бөткәнсе быҡтырабыҙ.

Татлы боростоң орлоҡтарын алабыҙ ҙа 3-4 минутҡа ҡайнар һыуға төшөрәбеҙ. Шунан алып, һыуын һарҡытабыҙ. Эсенә кәбеҫтә тулты­рабыҙ. Томат пастаһын һыу менән болғатабыҙ һәм ҡайнатабыҙ. Тулты­рылған боростарҙы һыуға «баҫ­тырып» ҡуйып ярты сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерил­ләнгән банкаларға тулты­рабыҙ, томатлы һыуын да ҡоябыҙ һәм ябып ҡуябыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: