+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
26 Сентябрь 2021, 16:10

Бер тулҡында күңелдәр

Мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү был ике йөрәкте осраштырып ҡауыштырған. Бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында хеҙмәт иткән Аида һәм  Мөсәлим КҮЛБАЕВТАР ғаиләһенә юлландыҡ.

Бер тулҡында күңелдәр
Бер тулҡында күңелдәр

«Бөтә спектаклдәрҙең һүҙҙәрен ятлап бөтә инем, гастролдәргә лә йөрөнөм», – тип хәтерләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева бала сағын. Әсәһе – Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай театры актрисаһы Зифа Баязитова янында, «сәхнә артында», үҫә ул. Ошо мөхит уның бар булмышына һеңгәндер – Аида үҙен сәхнәнән тыш күҙ алдына килтерә алмай. Игеҙәк һеңлеһе Әлиә лә ижадҡа мөкиббән, әле ул «Тамыр» балалар каналында эшләй.

Хәрбиҙәр ғаиләһе булһа ла, Күлбаевтар китапҡа, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә тәрән хөрмәт менән ҡарай. Мөсәлим ағалары юлынан китмәй, мәктәптән һуң тарих факультетына бара. Ситтән тороп уҡыусыларға эш урынынан белешмә килтереү мотлаҡ кәрәк булғас, Нальчик драма театрына монтажсы булып эшкә урынлаша. Был хәл осраҡлы рәүештә генә килеп сыҡһа ла, бала саҡтан гитарала уйнап, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөгән егеткә бөтөнләй үк ят булмай  мәҙәниәт донъяһы. Артабан унда тауыш режиссеры, музыка бүлеге етәксеһе, режиссер булып хеҙмәт итә. Яҙмышын мәҙәниәт менән бәйләргә ныҡлы ҡарар итеп, Мәскәүгә, Б.В.Щукин исемендәге театр училищеһына, йүнәлә. Диплом спектаклен ҡуйырға Стәрлетамаҡ рус драма театрына килә. Артабан ошонда уҡ художество етәксеһе итеп эшкә саҡыралар. «Тәү аяҡ баҫыу менән Башҡортостан күңелемә ятты. Тәбиғәтенә, ҡурай моңона, оҙон көйгә ғашиҡмын. Был сихри моңдо спектаклдәр ижад иткәндә йыш ҡулланам», – ти Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев. Әйткәндәй, һөйләшергә тартынһа ла, башҡорт телен дә аңлай, үҙ итә ул. «Шайморатов генерал» – иң яратҡан йыры.

«Бер урында эшләүебеҙ оҡшай миңә, – ти Аида. – Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Икебеҙ ҙә эштән бушамаған саҡтарҙа  әсәйем, туғандарым бала ҡарарға ярҙамлашты».

Эйе, туғанлыҡтың ҡәҙерен белә Күлбаевтар. Йәйге отпускыларын, ғәҙәттә, ғаилә башлығының тыуған яғында – Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында үткәрәләр. Эльбрус тауына күтәреләләр, Чегем шарлауығына баралар, ҡайнар шишмәләрҙә ҡойоноп, сәләмәтлектәрен нығыталар. Каштан, әстерхан сәтләүегенең ҡала-ауыл урамдарын тултырып үҫеп ҡойолоп ултырыуы ҡыҙыҡ тойола башта. 

Оҡшашлыҡтар байтаҡ булһа ла, айырмалыҡтар күберәктер. Һәр халыҡтың – үҙ ғәме, ғөрөф-ғәҙәте. Был яҡтарҙа ир туғандар алдында балаңды шаштырып маҡтау ҙа, әрләү ҙә хупланмай, хистәрҙе ят күҙҙәргә күрһәтеү ҡабул ителмәгән. Ололарға ихтирам көслө. Бүлмәгә ир-ат килеп инһә, ул бәләкәс бала булһа ла, баҫып ҡаршылау кәрәк. Табындарҙа бер-береһенә айырыуса иғтибарлылар, кемдер һүҙ һөйләһә, башҡалар хөрмәтләп тыңлай. Ир-ат өҫтәлдең бер яғында ултырһа, ҡатын-ҡыҙ икенсе яртыһында урын ала. Беҙҙә ҡунаҡ-мәжлестәрҙә йырларға яратһалар, уларҙа бейеү өҫтөнлөк итә. Аш-һыуҙы ҡатын-ҡыҙ әҙерләй, әммә табынға йәш егеттәр ташый. Уларҙы «шапа» тип атайҙар.

 

Тиҙ әҙерләнгән бәлеш

300 грамм ләүәш көлсәһе,  200 грамм эремсек, 100 – 150 грамм сыр, 3 йомортҡа, 1 стакан ҡатыҡ (кефир), 3 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр, майларға үҫемлек майы кәрәк.

Йомортҡаны һытып туғыйбыҙ. Тоҙ өҫтәгәс, тағы туғыйбыҙ һәм эремсек ҡушабыҙ, болғатабыҙ. Иҙелгән һарымһаҡ, борос, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, ҡатыҡ, ваҡ итеп туралған йәшел үләндәр һалып бутайбыҙ. Эслек әҙер.

Ләүәш көлсәһен кәрәкле ҙурлыҡта ҡырҡабыҙ. Табаны майлайбыҙ ҙа көлсәне сит-ситтәре күтәрелеп торорлоҡ итеп урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә эслек һалабыҙ. Таба ҙурлығындағы ләүәш киҫәге менән ҡаплайбыҙ. Эслек менән көлсәне шулай ҡатлап һала барабыҙ. Иң өҫтөн ләүәш менән ҡаплайбыҙ ҙа майлайбыҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә ярты сәғәт бешереп алабыҙ. Өҫтөн йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.

Сырҙың төрлөһөн алырға мөмкин, брынза, ҡаты сыр, хатта ҡорот һалһаң да була.

 

«Ялҡау хычин»

Ләүәш көлсәһе, картуф, брынза сыры, үҫемлек майы кәрәк.

Картуфты бешереп әрсейбеҙ. Сырҙы, картуфты ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм бутайбыҙ. Ләүәште ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ. Көлсәгә ошо ҡатнашманы һылап урайбыҙ. Майлы табала ике яғынан ҡыҙартып алабыҙ.

Ризыҡ тоҙлоҡ менән тәҡдим ителә. Ул ҡаймаҡҡа йә айранға иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос ҡушып болғатып эшләнә.

Бындай тоҙлоҡто бөтә әйбергә лә ҡушып, хатта бәлеште лә шуға манып ашайҙар.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: