+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
21 Сентябрь 2021, 15:35

Борсаҡ ашы

500 грамм тауыҡ ите, 1 стакан ваҡланған борсаҡ, 1 кишер, 1 башлы һуған, 2 бәрәңге, самалап үҫемлек майы, тоҙ, йәшел тәмләткестәр алына.

Борсаҡ ашы
Борсаҡ ашы

Яҡшылап йыуылған борсаҡты кәстрүлгә һалып, етерлек кимәлдә һыу ҡойоп, көслө утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ ҙә, тиҙерәк бешһен өсөн, бысаҡ осонда ғына аш содаһы өҫтәйбеҙ.


Яҡынса 20 минут ҡайнағас, ашҡа тауыҡтың аҡ итен һалабыҙ. Тоҙлайбыҙ. Ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе, ваҡлап туралған һуғанды еңелсә генә майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ашҡа өҫтәйбеҙ. 10 минуттан ваҡ итеп туралған бәрәңге киҫәктәре һалабыҙ. Аш бешкәс, уны тәрилкәләргә ҡойоп, ваҡланған йәшел шәфәри менән тәҡдим итәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: