+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
20 Сентябрь 2021, 10:29

Француз ләүеше

Ҡамыр өсөн 4 стакан он, 1 стакан самаһы шәкәр, 1 йомортҡа, 200 грамм маргарин, балғалаҡ осонда ғына сода алына. Эслек өсөн 300 грамм эремсек, 200 грамм шәкәр, 1 йомортҡа талап ителә.

Француз ләүеше
Француз ләүеше

Онға шәкәр, маргарин, йомортҡа, сода ҡушып ыуалайбыҙ. Ике өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн табаға тигеҙләп һалып, өҫтөнә шәкәр, йомортҡа һы­тып туғылған эремсекте ҡатлам итеп яғабыҙ. Ҡамырҙың ҡалған өлөшө менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. 150–160 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20–25 минут тотабыҙ.


Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: