+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
1 Сентябрь 2021, 21:25

Бәхеттән тәм табып

Кеше һәр саҡ эҙләнә. Ғүмер мәғәнәһен, тормоштоң «ебен-энәһен», бара-бара мәңгелек ҡиммәттәрен, уҙған юлы хикмәттәрен,  аҙаҡ үҙ асылын һәм «йәндәш яртым» тигән аҫылын... Әҙәм эҙләнә, таба, абына, аҙаша, тағы эҙләнә, тағы асышҡа юлыға... Тормош эҙләнеүҙән, юғалтыу-табыштарҙан тора кеүек. Яҙмыш һынауҙарын үтеп, бер-береһе күҙендә һөйөү, наҙ, ышаныс, хәстәр табып, ижади бөтөнлөк булдырған матур парға юлландыҡ бөгөн. Йыр сәнғәтендә, республика мәҙәниәт тормошонда, эстрадабыҙҙа билдәле булған Юлиә БӘХТИЕВА менән Заһир БАЙЫҠ–ШӘЙӘХМӘТОВТАР ғаиләһе йәйге ялды нисек үткәрә? Ниндәй ризыҡтар менән һыйлана?

Бәхеттән тәм табып
Бәхеттән тәм табып

Дымлама

1 килограмм ит (һарыҡ ите булһа бигерәк тә шәп), 1 ташҡабаҡ, 2 баклажан, 2 помидор, 2 татлы борос,  5-6 картуф, 300 грамм кәбеҫтә,  1 баш һуған, 1-2 кишер, тоҙ, борос, үҫемлек майы, тәмләткестәр кәрәк.

Ҡаҙанға мул итеп май ҡоябыҙ. Итте уртаса ҙурлыҡта ҡырҡып, ҡыҙҙырып алабыҙ. Тоҙ, тәмләткестәр һибәбеҙ. Артабан һәр ҡатлам йәшелсәне һалғас, шулай уҡ тоҙ, борос һибеп барабыҙ, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойоп, 10 минут самаһы бешереп алабыҙ.

Ит өҫтөнә тәүҙә – һуған менән кишер, артабан сиратлап ташҡабаҡ, татлы борос, баклажан, помидор, картуф, кәбеҫтә һалабыҙ. Йәшелсәләрҙе үҙебеҙ теләгәнсә турайбыҙ. Бешеп сыҡҡас, табынға бирәбеҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин.

Үҙе рәхәтләнеп бешерергә яратһа ла, Заһирға кәләшенең, Юлиәһенең, һәр ғаилә ағзаһының теләк-холҡон иҫәпкә  алып, сәләмәтлеген хәстәрләп, төрләндереп әҙерләгән, өҫтәлгә зауыҡ менән биҙәп теҙгән һыйы тәмлерәк тойола һәр саҡ. Донъяның байтаҡ илдәрендә булырға тура килгән ҡурайсы-йырсыға.  Ят тәғәм ни тиклем генә үҙенсәлекле, тәмле тойолһа ла, үҙебеҙҙең милли ризыҡтарға етмәй, тигән һығымтаға килгән ул. Быйыл фольклориадаға йыйылған сит ил вәкилдәре лә бит, ана, бер һүҙҙән башҡорттоң ихласлығын, мул ҡуллығын, ҡунаҡсыллығын билдәләй.

Күптән түгел, ныҡлап танышып, хәбәрләшеп ултырырға тип, күрше ғаиләне ҡунаҡҡа саҡыралар. Хужабикәгә булышырға тип аш-һыу бүлмәһенә үткән күрше ҡатын, ҙур һауыт тултырып әҙерләнгән тураманы күреп, һорай ҡуя: «Тағы ла күп ҡунаҡ көтәһегеҙме әллә?» Үҙҙәре генә буласағын белгәс, утыҙ кешелек табын әҙерләгәнһегеҙ ҙә һуң, тип ҡуя һоҡланып та, аптырап та. Беҙҙең башҡорттоң ҡулы мулдан шул. Иң мөһиме – етмәй тормаһын да ҡунаҡ ҡәнәғәт булһын.

Өҫтәлдәр тулы булыуҙа ғынамы йәм? Ихласлыҡ, булғанға шөкөр итеп йәшәй белеү ғаиләлә тәрбиәләнә. Юлиә менән Заһир икеһе лә –  халҡыбыҙҙың күрке булған аҫыл нәҫелдәр вәкиле. Баймаҡтың Хәсәновтар ғаилә ансамбле республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле. Бәхтиевтарҙың да сәхнә түрен балҡытҡан вәкилдәрен һанап тороу артыҡ. Рәмзиә апай менән Рәшит ағай Юлиә, Зилиә, Салауатҡа халыҡ ижадына һөйөүҙе сәңгелдәктән тәрбиәләгән.

Әбйәлилдең абруйлы аҡһаҡалы менән ағинәйе булып танылған Рафиҡ олатай менән  Баҙыян инәй ҙә балалары Таһир, Заһир, Гөлшат, Гөлнур, Данилға күркәм холоҡ тапшырыуҙы, рухи аҙыҡ биреүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйған. Бөгөн һәр кем үҙ юлын тапҡан. Йыр-бейеүгә маһирлыҡ, йор теллелек, егәрлелек оҙатып бара уларҙы тормош юлында. 

«Атайым менән әсәйем, ҡайным менән ҡәйнәмдең бер-береһенә мөнәсәбәте, йылы ҡарашы, ғаилә моделе миңә өлгө булып тора, – тип бүлешә Юлиә. – Ҡәйнәм әбйәлилсә йыуаса, һалма бешереү серҙәрен теләп өйрәтә. Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, үҙең һау-сәләмәт, бәхетле булһаң ғына башҡаларға ла нур өләшә алаһың, ти ул».

90-сы йылдарҙа эстрадаға ҡурайсы, йырсы, бейеүсе булып шаулап килеп ингән Заһир Байыҡ һуңғы йылдарҙа, сәхнәне артҡы планға ҡуйып, бар ваҡытын административ эшкә бүлде. Әле ул Өфөнөң 6-сы балалар музыка мәктәбендә директор булып эшләй. Юлиәлә йәндәшен генә түгел, ижади фекерҙәшен дә тапҡан ул бөгөн. Ижадсы булараҡ икенсе һулышы асылған, тиерһең. Әле бергәләп яңы йырҙар яҙҙырыу, клиптар төшөрөү менән мәшғүлдәр. Тамашасыларға бүләккә матур дуэттар әҙерләнә. Кистәрен оҙон көйҙәр йырлап, ҡурай моңо тыңлап уҙғаралар. Ризыҡ әҙерләүгә лә, өй биҙәүгә лә ижади ҡарай Шәйәхмәтовтар.

...Таң һарыһы менән Әмирхан уята. Иртәнге сәйҙе эскәс, велосипед менән сығып китәләр. Махсус ултырғыстағы бәпес йырлап бара, юлда осраған һәр кемгә йылмайып сәләм бирә. Күңелдәр күтәрелә, сабый йылмайыуы менән башланған көн яҡшыға көйләнә. Иртәнге хозурлыҡта тәгәрмәс әйләндергән икәү яҙмыш һынауҙары аша табылған бәхетенең ҡәҙерен һаҡлап бара. Күҙ теймәһен инде.

Гөлшат ҠУНАФИНА.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: