+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
5 Август 2021, 20:05

Раузалар – бәхет гөлдәре

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА  Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры асылғандан алып шунда эшләй. Әкиәт геройҙарын да, башҡорт һәм донъя классиктары әҫәрҙәрендәге образдарҙы ла берҙәй яратып һәм килештереп башҡарған актрисаның өйөнә юлландыҡ бөгөн.

Раузалар – бәхет гөлдәре
Раузалар – бәхет гөлдәре

Ҡала ситендәге йорт гөл-сәскәгә күмелгән. Актриса әле ғаиләһе менән әсәһе Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы янында. Яҡында ғына үҙ өйҙәрен төҙөп йөрөүҙәре. Тормош иптәше Рим ағай йорттағы эштәрҙе үҙ ҡулы менән башҡарырға тырыша. «Алтын ҡулдары менән стеналарҙы ла штукатурлай, баҫҡысын да ҡора, ҡатыны менән ҡыҙына күлдәк йә пальто тегеп тә кейҙерә ала», – ҡәйнә кешенең кейәүен маҡтауынан ғаиләләге йылы мөнәсәбәт, бер-беренә ихтирам бөркөлә.

Зифа апай беҙгә «Рауза сәскәһе» эшләп күрһәтте. Был ризыҡты бешергән һайын бала сағына ҡайтҡандай була – бармаҡтары өйрәнгән хәрәкәттәр менән сәскә таждарын матурлай. Быуындан-быуынға тапшырылған ғаилә рецебы ул. Әсәһе Рәйсә апай ҙа уны, ҡәйнәһе Хәбибә инәйҙән отоп алып, ҡыҙына өйрәткән.

 

Рауза сәскәһе

5 йомортҡаға 500 – 550 грамм он, 1/3 балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ҡыҙҙырырға 1–1,5 литр үҫемлек майы кәрәк.

Йомортҡа һытып, ондо иләйбеҙ, барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡул көсөн йәлләмәйбеҙ, әйләндереп-тулғандырып, ондо һибә-һибә индерә барып, ҡатыраҡ итеп баҫабыҙ. Ҡамыр ҡатыраҡ булған һайын, ризығыбыҙ кетерҙәгерәк була. Ярты сәғәт уны «ял иттерәбеҙ», өҫтөн шыптыр менән ҡаплап торабыҙ.

Йәйеп, 7 – 9 сантиметр киңлегендә таҫмалар ҡырҡабыҙ. Таҫманы  уҡлауға урайбыҙ, ситен уртаһынан йәбештерәбеҙ. Ике яғынан тигеҙ аралар ҡалдырып ҡырҡып сығабыҙ. Ипләп кенә уҡлауҙан алып, «таж»дарын бер-береһенән ысҡындырабыҙ. Сәнске менән сәскәнең уртаһынан эләктереп алабыҙ ҙа ҡыҙыу майҙа бешерәбеҙ. Сәнскене ҡулдан ысҡындырмай, өйрөлтөп торабыҙ. Икенсе яғына әйләндереп, шуны уҡ ҡабатлайбыҙ.

 

«Матур, татыу ғаиләгә килен булып төштөм мин, – тип хәтирәгә бирелә Рәйсә апай. – Ҡәйнәм иҫ киткес изге күңелле, белем даирәһе киң, донъяуи ғилемгә эйә аҡыллы ҡатын ине».

Тормош иптәше, Зифа апайҙың олатаһы, оҫта ҡуллы тимерсе, һунарсы була, ҡурайҙа уйнай. Һуғыштан ҡайтҡас, тағы бер ғаилә ҡора. Көндәшенең алты балаһын да ҡараша, махсус саҡырып ашатыр була Хәбибә инәй. «Балаларҙың ни ғәйебе бар?» – ти ул. Ҡунаҡ килһә, Һаҡмар аръяғында йөрөгән көтөүҙән һарыҡ һуйып килтерәләр, самауыр ҡайнағансы эшкәртеп һалған ите сәй эскәнсе бешеп тә сыға. Төхвәт кантон ейәнсәре, киң күңелле ҡатын шулай иҫ китмәле ойоштороу һәләтенә эйә, йомарт ҡуллы була. Аш-һыу серҙәрен иһә тик яҡындары менән генә бүлешә.

Зифа апайҙың әсәһе яғынан олатаһы менән өләсәһенең яҙмышы ла – мауыҡтырғыс китап яҙырлыҡ. Бабаня (украин телендә өләсәйҙе шулай тиҙәр) Анастасияны олатаһы Украинанан алып ҡайта.

Актриса үҙе Баймаҡтың Күсейен дә, Көйөргәҙенең Яҡшымбәтен дә тыуған ауылы итеп һанай. Бәләкәйҙән тауҙар ҡыҙырып йөрөргә ярата. Ниндәй генә таштар юҡ унда! Шуларҙы йыя, өйөнә алып ҡайта. Киләсәктә геолог булып, уларҙы өйрәнергә хыяллана. Атаһы – бар булмышы менән тәбиғәт балаһы – балаларын да тыуған яғының йылға-күлдәре, тау-урмандары буйлап алып йөрөй. Йәнлектәр эҙен күҙәтһендәрме, ҡоштар йырын тыңлаһындармы... Ер-һыуҙың тарихы менән таныштыра бара. Зифаһының үҙе кеүек үк тарихсы булыуын теләй талапсан атай, башҡаны ишеткеһе лә килмәй. Тыңлаусан ҡыҙ тарих факультетына уҡырға инеп ҡайта. Тик күңеле тартмай унда. Белдермәй генә документтарын кире барып ала ла ауыл клубына художество етәксеһе булып урынлаша. Гастролгә килгән билдәле филармония артистары күңелен тағы ҡуҙғата. «Нишләп Өфөгә, сәнғәт институтына уҡырға бармайһың? Ғиләжев курс йыя бит», – тиеүҙәре дәртләндерә. Тәүәккәлләп сығып китә. Бер әҙерлекһеҙ. Әйткәндәй, бәләкәй сағында телевизорҙа күргән спектаклдәрҙе ҡарарға яратмай ул. Бары үҫә төшкәс, гастроль менән килгән Сибай артистарын ҡарап, театрҙы үҙ итә башлай. «Этюд» тигән һүҙҙең ни икәнен дә белмәйем. Имтиханға бар әҙерләнеүем шиғыр ятлау булды. Бәхет йылмайыуымы, яҙмыш бүләгеме – конкурстан еңел генә үттем», – тип һөйләй хәҙер.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: