+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
7 Июль 2021, 10:30

Өрөктән (абрикос) хан һыйы

1 кг өрөк, 1 кг шәкәр, 200 һыу кәрәк.

Өрөктән (абрикос) хан һыйы
Өрөктән (абрикос) хан һыйы

Бешкән, әммә артыҡ йомшармаған өрөктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерәбеҙ. Уртаға ярып тостарын алабыҙ һәм мейестә 5 минут самаһы ҡыҙҙырабыҙ. Емештәрен ярып алабыҙ ҙа өрөккә ҡушабыҙ.


Шәкәр менән һыуҙан сироп ҡайнатабыҙ, ҡайнар килеш өрөк өҫтөнә ҡоябыҙ һәм шул килеш һыуынғансы тотабыҙ. Яңынан утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ ҙә һүндерәбеҙ. Һыуынғас, тағы утҡа ҡуябыҙ һәм әҙер булғансы ҡайнатабыҙ.

Өрөк үтә күренмәле хәлгә килергә, ә сиробы ҡуйырырға тейеш. Ҡайнатманы эҫе килеш банкаларға тултырып, яҡшылап ябып һаҡлайбыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: