-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
2 Июль 2021, 07:05

Йәшел һуған менән печенье

1 тотам йәшел һуған, 300 грамм он, 100 грамм ҡаты сыр, 100 грамм эремсек, 50 грамм аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 2 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 балғалаҡ тоҙ, тәменсә борос, табаны майларға үҫемлек майы кәрәк.

Онға ҡамыр күперткес, тоҙ, борос һалып болғатабыҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр, бәләкәс киҫәктәргә бүленгән аҡ майҙы ҡушып ыуалайбыҙ. Ваҡ итеп туралған йәшел һуған, ҡаймаҡ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, шыптырға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ҡамырҙы 1 сантиметр ҡалынлығында йәйеп, бер нисә киҫәккә бүләбеҙ. Өҫтөнә тигеҙ генә итеп эремсек яғабыҙ ҙа урайбыҙ, ситен нығытабыҙ. 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 25 минут самаһы бешерәбеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: