-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
1 Июль 2021, 06:10

Ҡурай еләгенән бәлеш

Ҡамырға 2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 150 г аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ ҡамыр күперт­кес; эслеккә 350 г ҡурай еләге (туңдырылған булһа ла ярай), 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ он кәрәк.

Ҡаймаҡ, шәкәр, иретелгән аҡ майҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа он, күперткес өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Йәйәбеҙ, шунан ситенән күтәрелеп торорлоҡ итеп (эслеге ағып китмәһен өсөн) табаға урынлаш­тырабыҙ.

Ҡамырҙың өҫтөнә ҡурай еләктәрен теҙеп сығабыҙ (туңып ирегән булһа, һыуын түгәбеҙ).

Йомортҡаға шәкәр, он, ҡаймаҡ ҡушып, тиҙ-тиҙ хәрәкәттәр менән төйөрҙәре бөткәнсе туғыйбыҙ. Ошо шыйыҡсаны ҡурай еләге өҫтөнә ҡоябыҙ.

180 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Бәлеште һыуынғас ҡына теләбеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: