+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
1 Июль 2021, 07:10

Актрисанан файҙалы ризыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара БУРАНБАЕВА яҡындарын тәмле генә түгел, файҙалы ла ризыҡтар менән һыйларға ярата. Ҡәҙерлеләре өсөн һый-ниғмәтте һәр саҡ үҙе бешерә, кибеттән әҙер тәғәмдәрҙе алыуҙы бөтөнләй хупламай. «Өйҙөң йәме – тәмле аш-һыуҙа, бәлеш һәм ҡоймаҡ еҫе аңҡып тороуында», – ти ул.

Тәмле-татлы менән ғаиләһен иркәләтә актриса. Ваҡыт етмәүенә лә һылтанмай, былауын, бәлешен, бөйөрөктәрҙе бар күңелен һалып әҙерләй. «27 йәштә генә кейәүгә сыҡтым, – тип һөйләй Сара апай. – Бер саҡ ҡәйнәм киләм тип шылтыратҡас, хафаға төштөм: һөйөклөмдөң әсәһен бит матур итеп һыйларға, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк! Шунда уҡ әхирәтемде саҡырҙым, уның менән икәүләп былау бешерҙек. Ҡәйнәм яратып ашаны, маҡтап ҡайтып китте. Инде уйға ҡалдым: миңә бит хәҙер тәмле итеп бешерергә өйрәнергә кәрәк!.. Шулай маҡсат ҡуйғас, ысынлап та, оҫтарып уҡ киттем. Өйҙәгеләр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа һәр саҡ ҡәнәғәт».
Тормош иптәше – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев менән ун ике йәшлек улы Рамаҙан өсөн Сара ханымдың күңелен һалып, изге теләктәрен теләп бешергән тәмлекәстәре – иң тәмлеһе. Аш бүлмәһендә актриса үҙе «йүгерә». Оҙайлы гастролгә китергә тура килгәндә, барыһын әҙерләп, һыуытҡысҡа тултырып ҡуя. Ғаилә ағзаларына ризыҡтарҙы алып йылытырға ғына ҡала. «Улым донъяға килгәс, аҙыҡ-түлектең файҙаһы-зарары тураһында ныҡлап уйлана, кибеттәрҙә һайлана башланым. Әлбиттә, баланың һаулығына, үҫешенә булышлыҡ итерлек зыянһыҙ ризыҡ менән туҡландырыу әсәй өсөн беренсе урында булырға тейештер. Ҡыҙҙырып ашауға ҡарағанда, мейестә йә быуҙа бешерелгәнгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Өйҙәге сәләмәт ризыҡҡа өйрәнеүеме, әллә ауылда өләсәләрендә ҡунаҡ булыу тәьҫиреме, әбйәлилсә бишбармаҡ бешереп, өҫтәл уртаһына алдыр менән ултыртып ашауҙы бик ярата Рамаҙан», – ти актриса.
Сәхнә кешеләре булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаиләлә тәмле ашарға яраталар. Сама тигәнде онотмаһаң, буй-һыныңа һис зыян килмәҫ, ти улар. Тағы ла кисен мөмкин тиклем аҙыраҡ, еңелерәк туҡланыу өҫтөн күрелә.
Яратҡан актрисабыҙ Сара Буранбаева тәҡдим иткән файҙалы ризыҡтарҙан беҙ ҙә ауыҙ итәйек.
Һуған ҡабығы өҫтөндә бешкән балыҡ
3 скумбрия балығына 1 лимон, 5-6 бөртөк ҡара борос, 3-4 лавр япрағы, 4-5 теш һарымһаҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 3 баш һуғандың ҡабығы кәрәк була.
Лимондың һутын һығып алабыҙ (балыҡты биҙәргә бер нисә киҫәген ҡалдырабыҙ). Зәйтүн майы, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ, лавр япрағын һалып болғатабыҙ. Таҙартып әҙерләнгән балыҡты ошо маринадта 2 сәғәт тотабыҙ.
Таба төбөнә ҡурғаш (фольга) йәйәбеҙ, һуған ҡабығын тигеҙ итеп һалып сығабыҙ. Өҫтөнә махсус ҡағыҙ (пергамент) йәйәбеҙ ҙә балыҡтарҙы урынлаштырабыҙ. Балыҡ өҫтөнә лимон киҫәктәре ҡуябыҙ һәм ҡурғашты төрәбеҙ. 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 – 45 минут бешерәбеҙ.
Һуған ҡабығы балыҡҡа ҡабатланмаҫ хуш еҫ биреүе менән үҙенсәлекле.
Эремсекле ҡоймаҡ
1 литр һөт, 2-3 стакан он, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 йомортҡа; эслеккә ярты килограмм эремсек, 1 стакан йөҙөм, 3 ҡалаҡ шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ кәрәк.
Һөткә бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Табала бер үк күләмдә алынған аҡ май менән үҫемлек майын ҡыҙыу хәлгә еткерәбеҙ, шунда ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Эремсеккә шәкәр, йөҙөм, ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ (ҡорораҡ тойолһа, бер нисә ҡалаҡ ҡына һөт өҫтәргә була). Һәр ҡоймаҡҡа 2 ҡалаҡ самаһы эслек урайбыҙ.
Эслектең тағы бер варианты: картуфты бешереп иҙәбеҙ ҙә майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле, файҙалы булһын!

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: