-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
30 Июнь 2021, 20:25

Ихласлыҡтыр уның асылы

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, эскерһеҙ, бер һүҙе менән кешенең күңелен яулай алған гүзәл заттарҙан ул. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Миңзәлә ХӘЙРУЛЛИНА янына юл тоттоҡ.

Актриса иң тәүҙә үҙенсәлекле турама әҙерләп күрһәтте. Рәзифә ҡоҙағыйы өйрәткән туҡлыҡлы тәғәм байрамда ҡунаҡтарға тәҡдим итергә йәтеш, эшкә төшкө аш урынына алып барыуға ла уңайлы. «Репетициялар араһында тәнәфестә тиҙ генә сәй ойоштороп эсеп алабыҙ. Йәй көнө турамаға һуған менән ит урынына ҡырғыстан үткәрелгән алма һалырға мөмкин», – ти Миңзәлә апай.
Туҡлыҡлы турама
3 йомортҡа, 300 грамм тауыҡтың ыҫланған түш ите, 2 сей кишер, 50 грамм «корейса» әҙерләнгән кишер, 150 грамм сыр, 2 баш һуған, «еңел» майонез, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Йомортҡаны бешереп, ваҡ итеп турайбыҙ ҙа тәрилкәгә йәйеп һалабыҙ. Саҡ ҡына майонез яғабыҙ. Артабан ҡатламлап ваҡ итеп туралған һуған, ит һалабыҙ. Һәр береһе араһына майонез һылайбыҙ. Кишерҙе ваҡ ҡыр­ғыстан үткәрәбеҙ, корейса әҙерләнгәнен ваҡлап турайбыҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Өҫтөнә йәшел тәмләткес үләндәр һибәбеҙ.
Баланлы бәлеш
Ҡамырға 150 грамм ҡаймаҡ, ярты стакан ҡатыҡ (кефир), 150 грамм аҡ май, ярты ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы, семтеп кенә тоҙ, аҙ ғына ванилин, 2 стакан самаһы он алабыҙ. Эслек өсөн 300-400 грамм туңдырылған балан менән ҡара миләш, ярты стакан шәкәр кәрәк. Башҡа төрлө еләк-емеш менән бешерергә лә була.
Бөтә ингредиенттарҙан ҡамыр баҫабыҙ. Яртыһынан күберәген алып, йәйәбеҙ ҙә табаға урынлаштырабыҙ. Емештәрҙе туңған килеш һалабыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Иреп өлгөрмәһен өсөн, йәһәт кенә ҡамыр­ҙың икенсе өлөшө менән ябып, ситтәрен беркетәбеҙ һәм 200 градус­ҡаса эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. Утты кәметеп, 45 минут бешерәбеҙ.
Ҡамыр аштарына тотонһа, инәһе (әсәһе) күҙ алдына баҫа Миңзәлә апайҙың. Эс-ҡарынды, үпкә-бауырҙы ваҡ итеп турап, тоҙлап-борослап эслек әҙерләй ҙә кәкре бешерә ул. Ҡамырын ҡаймаҡ айранына баҫа. Мейестә өлгөргән бындай тәмлекәстең башҡа бер ерҙә лә булыуы мөмкин түгел. Ҡәҙерле кешең күпертеп бешергән ҡомалаҡ икмәгенә ни етһен! Тары ярмаһын төйөп, һөткә, ҡаймаҡ айранына ҡушып, мейес ауыҙында бешергән белендең тәмлелеге һуң!
«Киң күңелле, ихлас ине әсәйем Шәмсинур Сөләймән ҡыҙы. Инәһен дә, ҡәйнәһен дә ҡараны. Ауыл ерендә абруйы ла ҙур булды. Ауыл советында депутат булараҡ, төрлө көсөргәнешле хәлдәрҙе хәл итергә, тип төн уртаһында ла саҡырып алалар ине. Алдынғы сөгөлдөрсө, «Почет билдәһе» ордены кавалеры», – тип һөйләй актриса ғорурланып.
Атаһы Ғәйнетдин Шәмсетдин улы ғүмере буйы ферма мөдире булып эшләгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, тыуған Ҡыпсаҡ-Асҡарына күрше ятҡан Иҫке Ҡайып ауылына барып, кәләшен атҡа ултыртып урлап алып ҡайта ул. Дүрт бер туған араһынан иң егәрлеһе тип танылған Шәмсинурҙы һайлай. Уңған да, тәүәккәл дә булған шул икеһе лә. Атаһы һуғышта үлеп ҡалған ҡыҙға 12 йәшендә трактор йөрөтөүҙе, ер һөрөүҙе ышанып тапшырғандар. Трактор аҫтында күмелеп ҡалған еренән иптәше соҡоп алған. Үлгән, тигән ерҙән терелеп киткән. «Үкенес, олатайымдың бер фотоһы ла ҡалмаған. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем, эҙләйем әле. Үҙ аты менән һуғышҡа киткән яугирҙе, моғайын, теркәгәндәрҙер, бәлки, фотоға ла төшөргәндәрҙер», – ти Миңзәлә апай.
Атаһының әсәһе – нәнәһе менән бергә йәшәйҙәр. Нәнәһе менән ураҙала сәхәргә торорға ярата. Икмәккә ҡаймаҡ йә һары май һылап,баллап сәй эсәләр. Ғәрәп телендә уҡый, намаҙын ҡалдырмай өләсәһе. Өҫтәл түрендә борхоп ултырған самауырҙың сәйе лә нисектер тәмлерәк кеүек хәтерҙә ҡалған.
«Барыһын да үҙебеҙ булдырып өйрәнгәнбеҙ. Ишек алды тулы тауыҡ, ҡаҙ, күркә аҫрайбыҙ. Бер нисә һыйыр, һарыҡ, ат тоттоҡ. Йәй буйы бер буш минут юҡ. Тик эшләп ашағанбыҙ икән, – тип хәтирәләргә бирелә Миңзәлә Хәйруллина. – Мәктәптә хеҙмәт лагерында эшләнек. Ул саҡта Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор ғына түгел, ҡарбуз да үҫтерәләр ине. Палаткаларҙа йоҡлайбыҙ, иртән борғо тауышына уянабыҙ. Баҡса утағандан һуң сыр-сыу килеп Димдә һыу инәбеҙ. Көнө-төнө эшләһәк тә, ярыштарҙа, концерттарҙа ҡатнашырға ла, урындағы радиола сығыш яһарға ла өлгөрә инек. Баҫыу уңғандарына трактор арбаһында концерт күрһәтәбеҙ. Костюмдарҙы ла үҙебеҙ тегәбеҙ. Буласаҡ тормош иптәшем менән дә үҙешмәкәр сәнғәт концертында ҡатнашҡан мәлдә таныштым».
Йырҙа йырланғанса, биш бала үҫәләр. Туған йәнле барыһы ла. Ринат ағаһы мәрхүм булып ҡала. Раевкала йәшәгән Рәшит, Ғилметдин ҡустылары, Зимфира, Зәлиә килендәре, Яр Саллынан Бибинур апаһы, Минехәт еҙнәһе бергә йыйылышырға ынтылып тора. Һәр береһе гармун уйнай, театр ярата. Бер йылды күмәкләп Красноусолда ял итәләр. Гармун, йыр тауышына халыҡ йыйыла ла китә, аҙна буйы эргәләренән кеше өҙөлмәй, хатта ҡайтарғылары килмәй бер була.
Бәләкәйҙән атта сабырға ярата Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы. Өфөгә сығып киткәс, шул атты һағынып ҡайта. Еләккә барғанда, таныштары осрап, машинаға ултырырға саҡыра, ул баш тарта – дыңғыр-дыңғыр атта барыу шул тиклем танһыҡ бит.
«Йәй төрлө үләндәр йыям. Мәтрүшкә, һары мәтрүш, аҡ сәскә, ҡарағат япрағы өйҙә мотлаҡ булырға тейеш. Атайым беҙҙе еләккә, сейәгә, ҡурай еләге, балан йыйырға йөрөтә ине. Миндек әҙерләү ҙә – бала саҡтан ҡалған ғәҙәт. Хәҙер һәр төрлө емешен дә, еләген дә, йәшелсәһен дә һатып алырға мөмкин. Шулай ҙа мин үҙем йыйырға яратам. Мотлаҡ «боронғоса» ҡайнатма ҡайнатам. Әлбиттә, заман уңайлыҡтарынан баш тартмайым. Еләк-емештең күп өлөшө туңдырғыста һаҡлана», – тип бүлешә Миңзәлә апай.
Баҡсала булашыу ҙа – яратҡан шөғөлө. Жуков ауылында балалары менән бергә төрлөһөнән йәшелсәһен, емешен сәсәләр.
Улы Радмир – юрист, үҙ эшен асҡан. Килене Зөлфиә – уҡытыусы. 12 йәшлек Әмирхан менән 8 йәшлек Азалия өләсәләрен һағынып көтөп ала, үҙҙәре йыш ҡунаҡҡа килә. «Бәләкәстәр менән паркка ла, киноға ла йөрөйбөҙ, улар менән һис ҡартайып булмай», – тип ҡыуанысын йәшермәй актриса. Ейән-ейәнсәрҙәренә яҡыныраҡ булыу өсөн заман йыр-моңон тыңлай, уларҙың кумирҙары ижады, тормошо менән дә ҡыҙыҡһына. Туған тел моңо күңелдәренә һеңеп ҡалһын, тип балаларҙы башҡортса бар спектаклдәргә йөрөтөргә тырыша. Ҡайһы берҙәрен әллә нисәшәр тапҡыр ҡарайҙар. «Нәнәй, был юлы мин ҡолаҡсын алмайым, барыһын да тәржемәһеҙ аңлайым», – тиеүҙәре ҡыуандыра.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: