Һытылған йомортҡаны тоҙ менән туғырға. Унан сәнске менән иҙелгән бананды ҡушып болғатырға.
Йылымыс һөт, артабан он ҡушып, тағы ла яҡшылап туғырға.
Ҡамыр ҡаймаҡ шыйыҡлығында килеп сығырға тейеш.
Ҡыҙған табаға бәләкәс кенә түңәрәктәр рәүешендә ҡоймаҡтар ҡоябыҙ.
Табынға ҡаймаҡ, бал йәки ҡуйыртылған һөт менән бирелә.