Кәстрүлдәге һыу ҡайнағансы, картуф әрсейбеҙ.
Картуфты уртаса ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуға һалабыҙ.
Бәшмәкте, һуғанды турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Табаға үҫемлек майын, бәшмәк һәм йәшелсәләрҙе һалып, 3 минут самаһы ҡыҙҙырып алабыҙ. Ашҡа өҫтәйбеҙ һәм артабан 8 – 10 минут бешерәбеҙ. Тоҙ һалабыҙ.
Иретелгән сырҙы киҫәктәргә бүлеп, ашҡа төшөрәбеҙ. Һөт йәки һөт өҫтөн ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ. Ҡапҡасы ябыҡ килеш 10 минут тотабыҙ.
Ашты ваҡ ҡына туралған әнис менән табынға бирәбеҙ.