Ваҡлап туралған һуғанды майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ. Туралған бәшмәкте өҫтәп, тоҙ һибеп, ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 10 минуттан әҙер булғас, бәшмәкте айырым тәрилкәгә алып торабыҙ. Хәҙер табаға йомортҡаларҙы һытабыҙ, тәменсә тоҙ, борос һибәбеҙ.
Помидорҙы ваҡ ҡына йәки нәҙек итеп ярымҡулсалап турайбыҙ ҙа (ит турағыстан үткәрергә, ҡырғыстан ҡырырға ла мөмкин) яртылаш бешкән йомортҡа өҫтөнә йәйеп һалабыҙ. Ҡапҡасын ябып бер нисә минут тотҡас, өҫтөнә бәшмәкте һалабыҙ, унан эре ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Ҡапҡасын ябып, сыр ирегәнсе тотабыҙ.