-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
24 Июнь 2021, 11:05

Сей сөгөлдөрҙән турама

500 грамм сөгөлдөр, ярты лимон, 2 – 4 теш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.

Сөгөлдөрҙө йыуып әрсейбеҙ. Нәҙек кенә киҫәктәргә ҡырҡып сығабыҙ (ҡырғыс аша үткәрергә лә мөмкин).
Лимон һутын һығабыҙ, уға иҙелгән йәки ваҡ ҡына итеп туралған һарымһаҡ, тәмләткестәр, үҫемлек майы ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Сөгөлдөр өҫтөнә һалып бутайбыҙ һәм 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Яңынан болғатып, тәрилкәләргә һалабыҙ. Һуған ҡулсалары, йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп, табынға ҡуябыҙ.
Сей сөгөлдөрлө турамаларҙы шулай уҡ башҡа йәшелсәләр менән дә әҙерләргә мөмкин. Уға бигерәк тә салат япрағы, шпинат, редис, ҡыяр, кишер, торма, кәбеҫтә, алма килешә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: