+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
15 Июнь 2021, 14:33

Татлы бөйөрөктәр

300-400 г ҡуҙғалаҡ, 2/3 стакан шәкәр, 2-3 стакан он, 1/3 стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 1,5 стакан һыу йәки һөт, 1 йомортҡа кәрәк.

Йылы һыу йәки һөткә 2 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ он, сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа 15 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Тоҙ, май ҡушабыҙ, шунан әҙ-әҙләп кенә он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәр менән алып, йәйәбеҙ. Уртаһына туралған ҡуҙғалаҡ һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ (шәкәр урынына ҡайнатма һалырға ла була). Ситтәрен йәбештереп сығабыҙ. Пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға бөйө­рөктәрҙе теҙәбеҙ һәм туғылған йомортҡа яғабыҙ. 190 градусҡаса эҫетелгән мейестә 20 минут самаһы, алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.
Мейестән алғас, таҫтамал ябып, 10 минут «ял иттереп» алабыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: