-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Июнь 2021, 10:00

Кесерткәндең сихәте

Һәр ерҙе баҫып алырға әҙер был әрһеҙ үҫемлектең файҙалы булыуын борондан белгәндәр. Аскорбин кислотаһы, В төркөмө, Е, К витаминдарына, каротин һәм каротиноидтарға, микроэлементтарға, дупланған матдәләргә, органик кислоталарға бай ул. Кесерткән көс бирә, йөрәк эшмәкәрлеген, организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ялҡынһыныуға ҡаршы киң ҡулланыла. Ҡандың ойошоусанлығын арттырыуы яраларҙы дауалауҙа ярҙам итә. Секретин матдәһе ҡандағы шәкәрҙе көйләй. Операцияларҙан һуң организм көсһөҙләнгәндә хәл йыйырға булышлыҡ итә. Ағыу-токсиндарҙы сығарырға, хатта радиацияға ҡаршы торорға ярҙам итә, тип билдәләүселәр бар. Кесерткән япраҡтарынан төрлө ризыҡтар бешерәләр, сәй әҙерләйҙәр, ҡышҡылыҡҡа уны тоҙлап, әсетеп, киптереп, туңдырып һаҡлайҙар. Йәшеллектең шифаһын алып, тәмлекәстәрҙән ауыҙ итәйек, әхирәттәр!

Ҡуйы аш
500 грамм кесерткән, 1 литр тауыҡ һурпаһы, 300 грамм картуф, 1 кишер, 1 баш һуған, 1 тотам һарымһаҡ ҡыяғы, 30 грамм аҡ май, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ кәрәк.
Кәстрүлдең төбөндә аҡ майҙы иретәбеҙ. Ваҡ итеп туралған кишер менән һуған өҫтәп, 10 минут самаһы ҡыҙҙырып алабыҙ. Туралған картуф һалып, тағы 5 минут ҡыҙҙырабыҙ. Һурпа ҡоябыҙ, 10 минут ҡайнатабыҙ. Йыуып һарҡытылған кесерткән һалғас, тағы бер нисә минут бешерәбеҙ. Блендер менән төйөрҙәре бөткәнсе иҙәбеҙ. Тоҙ һалабыҙ. Табынға биргәндә һарымһаҡ ҡыяғы, ҡаймаҡ менән биҙәйбеҙ.
Шаҡмаҡ билмән (равиоли)
400 грамм он, 3-4 йомортҡа, 100 грамм кесерткән япрағы, 200 грамм эремсек, бер нисә бөртөк рәйхан, бөтнөк япраҡтары, 5-6 һарымһаҡ ҡыяғы, тоҙ, борос, зәйтүн майы кәрәк.
Йомортҡа менән ондан ҡамыр баҫып, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Кесерткәнде эҫе һыу менән бешекләп алабыҙ ҙа, һыуын һарҡытып, ваҡ итеп турайбыҙ һәм эремсеккә ҡушабыҙ. Ваҡ туралған йәшел үләнде, тоҙ, борос, зәйтүн майы өҫтәп бутайбыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, тигеҙ шаҡмаҡтар ҡырҡабыҙ. Уртаһына эремсекле эслек һалабыҙ. Ҡамырҙың ситтәрен еүешләйбеҙ, өҫтөн икенсеһе менән ҡаплап йәбештерәбеҙ.
Равиолиҙы ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуҙа 5 минут бешерәбеҙ. Ҡаймаҡ менән тәмләтергә мөмкин.
Ошо уҡ эслек менән ғәҙәти билмән эшләргә була.
Балыҡ һәм дөгө менән бәлеш
1 тотам кесерткән япрағы, 1 банка сардина консерваһы, 80 грамм дөгө ярмаһы, 1 йомортҡа, 1 ҡап ҡатлаулы ҡамыр, 2 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттереп алабыҙ ҙа һыуын һарҡытабыҙ. Кесерткәнде эҫе һыуҙа бешекләп, ваҡ итеп турайбыҙ. Аҡ майҙа 3-4 минут ҡыҙҙырып алабыҙ һәм дөгө ярмаһына ҡушабыҙ. Балыҡты иҙәбеҙ.
Әҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ һәм табаға урынлаштырабыҙ. Кесерткәнле дөгөнө, шунан балыҡты һалабыҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ябып, ситтәрен беркетәбеҙ, өҫтөнә туғылған йомортҡа һарыһы һылайбыҙ. 220 градус эҫелектәге мейестә 20 – 25 минут бешерәбеҙ.
Был бәлеш ҡатыҡ, йогурт, йәшелсә турамаһы, йәшел тәмләткес үләндәр менән тәмле була.
Тары менән кесерткән
100 грамм тары ярмаһы, 10 грамм кесерткән япрағы, 1 йомортҡа, 400 миллилитр һыу, 1 баш һуған, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 5 ҡалаҡ манный ярмаһы, тәменсә тоҙ, борос, аҡ май, үҫемлек майы кәрәк.
Тары ярмаһын йыуып, ҡайнар һыуға йә һурпаға һалып иҙелгәнсе бешереп алабыҙ. Һуған менән һарымһаҡты ваҡ итеп ҡырҡып, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ һәм бутҡаға ҡушабыҙ. Йомортҡа һытабыҙ, бешекләп, ваҡлап туралған кесерткән, манный ярмаһы, тоҙ, борос һалып бутайбыҙ.
Табаны аҡ май менән майлайбыҙ. Кесерткәнле бутҡа өҫтөнә аҡ май киҫәге һалабыҙ. 190 – 200 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәт, йәғни өҫтө алһыуланғансы бешерәбеҙ.
Кесерткәндең ҡанды туҡтатыу һәләте, бер яҡтан, файҙа килтерһә, икенсе яҡтан, ҡан ҡуйы булғанда зыян итеүе бар. Варикоз, тромбофлебит, атеросклероз, йөрәк, бөйөр хәлһеҙлеге булғанда уны ашауҙан тыйылыу кәңәш ителә. Бәпес көткән ҡатындарға ла тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ биттә һипкелдәр, пигмент таптары булғанда кесерткәндең тиренең ҡояш нурҙарына һиҙгерлеген арттырыуын иҫтә тотоу ҡамасауламаҫ.
Төрлө халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында кесерткәнгә байтаҡ урын бүленгән. Уның хаҡында әкиәттәр, хөрәфәттәр, йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр, йомаҡтар ижад ителгән. Был үҫемлек энәләре менән яуыз көстәрҙән һаҡлай, тип тә һаналған. Тула өлкәһендәге Крапивна ауылында кесерткән фестивале үткәрелә, унда был үҫемлектән бешерелгән тәм-том менән һыйланырға, кесерткән сүсенән эшләнгән ҡул эштәре өлгөләре менән танышырға, һатып алырға мөмкин. Үлән һүрәте ауыл гербында ла урын алған. 2004 йылда, Бөйөк Британияла был үҫемлектең файҙалы үҙенсәлектәре менән таныштырыу маҡсатында, «Кесерткәнгә ихтирам аҙнаһы» ойошторолған.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдлың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: