Йомортҡаны оҙаҡ итеп туғып, өҫтөнә шәкәр менән йомшартылған аҡ майҙы һалабыҙ. Аҙаҡ соданы, ондо ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш. Әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн 10 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Икенсе өлөшөн духовканың тимер табаһына йәйеп, өҫтөнә булған вареньены һалабыҙ. Һыуытҡыстағы ҡамырҙы эре ҡырғыстан үткәреп, бәлеш өҫтөнә тигеҙ итеп һибеп сығабыҙ. Духовкала 25-30 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!