+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
6 Май 2021, 14:00

Ыуыҙ йәшеллек көсө

Микройәшеллек (микрозелень). Был һүҙ телебеҙгә күптән түгел генә килеп инде. Шытып, үҫә генә башлаған ҡыяҡ-япраҡтарҙа витаминдар, организм өсөн мөһим микроэлементтар йәшелсәләгегә ҡарағанда ла күберәк, ти белгестәр. Тәмле лә, файҙалы ла. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Ирада ҠАДИРОВА микройәшеллек менән ризыҡтар әҙерләп күрһәтер.

«Фаст-фудҡа беҙҙең өҫтәлдә урын юҡ. Ниндәйҙер айырым системаға баш-аяҡ менән суммай, үҙебеҙсә, аңлы рәүештә, мөмкин тиклем сәләмәт туҡланырға тырышабыҙ. Тәмлекәстәрҙең һәр төрлөһөн дә өйҙә үҙебеҙ бешерәбеҙ. Кеше ғаиләһендә күргәнен ҡабатлай бит. Әсәйем Сайма Дамир ҡыҙы, ваҡыты тығыҙ тип тормай, ризыҡ бешереүгә айырата иғтибарлы булды. Үҙем ете йәштә мейес янында урала баш­ланым. Ҡәҙерлемдең эштән ҡайтыуына аш, кекс, торт бешереү, турамалар әҙерләү ҡыҙыҡ ине. Әсәйҙең маҡтауы күңелгә ятһа, төрлө яңы турамалар уйлап сығарыу ҙа оҡшай. Әлбиттә, үҫмер саҡта чипсы, фри-маҙарҙы татып ҡарамайса йөрөмәнем. Бер саҡ кафела, стакандың сите кителеп китеп, ашҡаҙаныма зыян килтерҙе. Дауаланыу өсөн тик дөрөҫ туҡланыу кәрәк ине. Артабан инде таҙа организмды «сүп-сар» менән тултырырға һис теләк булманы. Ҡурылған, консерваланған ризыҡтарҙан тулыһынса баш тарттым. Микройәшеллек минең йәшәү рәүешемә тап килә. Ғаиләбеҙ – сәләмәт туҡланыу яҡлы. Ҡәйнәм Нурия Барый ҡыҙы ла беҙҙе һәр йәһәттән хуплап тора», – тип һөйләй Ирада.
Актрисаның тормош иптәше Наил, етди һөнәр эйәһе – инженер булһа ла, матурлыҡҡа, тәбиғәткә ғашиҡ кеше. Йәшелсә-емеш, гөлдәр тәрбиәләү – яратҡан шөғөлө. Ошо мауығыуы уны микройәшеллек тигән ҡыҙыҡлы донъяға алып инеп китә. Баҡһаң, түтәлдә үҫкән әнис (укроп), шәфәри (петрушка) кеүек тәмләткес үләндәргә ҡарағанда файҙаһы байтаҡҡа артыҡ. Һәр йәшелсә-үлән төрөнән аҙ-аҙлап үҫтереп ҡарайҙар, нескәлектәрен өйрәнәләр. Ҡунаҡҡа килгән дуҫтары ла ғәҙәти булмаған йәшеллекте оҡшата, үҙҙәренә лә үҫтереп биреүен һорай башлай. Шул саҡ, үҙебеҙгә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтерә алабыҙ бит, тигән уй килә Ҡадировтарҙың башына. Ҡыҙыҡһыныусылар, һораусылар арта бара. Наил – һәр эште төбөнә төшөп өйрәнә торған кеше: стеллаждарҙы, яҡтыртыу, елләтеү ҡорамалдарын ул, аҡсаны янда ҡалдырыу маҡсатынан бигерәк, өйрәнеү, эш барышын төшөнөү өсөн үҙ ҡулдары менән эшләй. Өй эштәре, ремонт мәлендә туҡтап торһалар, таныштары тағы һорағас, эште яңыртып, яңы һулыш өрөп ебәрәләр.
Үҙҙәре көн һайын был йәш үҫентеләрҙе ашағанда сәләмәтлек торошоноң яҡшырыуын тоя. Бындай микройәшеллекте даими ҡабул итһәң, организмда витаминдар еткәнгә күрәлер, татлы ризыҡтарға тартылыу ҙа бөтә икән. Бәпес көткәндә лә файҙалы үләндәр ашай Ирада, сабыйы тыуғас та иптәше тәүге көндәрҙә үк дауаханаға күстәнәс итеп микройәшеллек килтерә. Балалары – өс йәшлек Таһир менән ун бер айлыҡ Радмир ҙа йәшел шифаны үҙ итә, рациондарына ун айҙан берәр көнбағыш микройәшеллеген индерә башлағандар.
Смузи
1-шәр алма, банан, әфлисун, 1 балғалаҡ бал, 50 миллилитр һыу, 6-7 бөртөк көнбағыш микройәшеллеге алабыҙ.
Емештәрҙе бал, һыу менән блендерҙа иҙәбеҙ. Шунан көнбағыш микройәшеллеге ҡушып бутайбыҙ.
Турама
1-шәр ҡыяр, помидор, татлы боростан ғәҙәттәгесә турама яһайбыҙ. Зәйтүн йә көнбағыш майы һалабыҙ. Өҫтөнә һибелгән микройәшеллек тураманы күпкә файҙалы итә, матурлай.
Кесадилья
2 кукуруз көлсәһе, 1 помидор, ярты ҡыяр, 400 грамм тауыҡтың түш ите, 3 ҡалаҡ бәлзәм һеркәһе, 2 ҡалаҡ микройәшеллек кәрәк.
Тауыҡ итен быуҙа бешерәбеҙ ҙә нәҙек киҫәктәргә ҡырҡабыҙ. Помидор менән ҡыярҙы турайбыҙ. Бәлзәм һеркәһе, микройәшеллек һалып бутайбыҙ. Ошо тураманы көлсәнең ярты яғына һалып, икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ.
Витграсс менән коктейлдәр
Витграсс бойҙайҙың кескәй үҫентеләренән һығып алынған һуттан әҙерләнә. Ул бик тәмле, шуға төрлөсә ҡатнаштырып коктейлдәр эшләү отошло.
Алмалы-әфлисунлы коктейль
80 миллилитр алма һутын, 90 миллилитр әфлисун һутын, 30 миллилитр витграсты бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: