Руслан бәләкәйҙән артист булырға теләй. Атаһы менән әсәһенең тыуған Бикес ауылынан (Күгәрсен районы) Мәләүез ҡалаһына күсеп килгәс, малай түңәрәктәрҙең төрлөһөнә яҙыла. Бейеү, дзюдо, каратэға йөрөй, театр студияһында ла шөғөлләнеп өлгөрә. Артист булыу теләгенә ата-әсәһе, туғандары ҡаршы булмай. Эш башлаған мәлдә яҡындары янына ҡайтып, нимәлер килеп сыҡмауына зарын түгеп ташлауына ныҡлы холҡо менән дан ҡаҙанған Зәлифә өләсәһе: «Үҙең һайлаған яҙмыш, балам! Һайлағанһың икән, зарланып ултырмайһың инде», – ти. Тормош девизы итеп алған был һүҙҙәр уға әле лә осраған ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығырға, һайлаған юлынан тайпылмай, һәр осраҡта ла «егет булып ҡалырға» ярҙам итә.
Олатаһы, өләсәһе янына ашҡынып ҡайта һәр саҡ актер. Миҙхәт олатаһының атайсалы тураһында фәһемле тарихтарын тыңлап, йәйҙең йәмле көндәрендә бесән сабырға ярата. Таң менән тәбиғәт ҡосағына сығып китәһең, бесән тейәп ҡайтҡас, күп һанлы туғандар менән уны һарай башына бушатаһың, ул арала мунса яғыла, япма аҫтында сәй табыны әҙерләнә. Өләсәһе донъялағы иң тәмле һалманы әҙерләй... Әйткәндәй, ә һеҙ һалманы тиҙ генә һыуытып ашай беләһегеҙме? Бының өсөн уны тәрилкәнең ситенә теҙеп һалырға кәрәк – был күңелде йылытҡан бала саҡ хәтирәләренән.
Русландың хәләле Гөлназ – ысын мәғәнәһендә уның тормош иптәше. Һәләтле йәш актриса шулай уҡ байтаҡ ролдәр ижад итеп өлгөргән. Ике актер «бер ҡаҙанға нисек һыя»? «Икебеҙ бер һөнәр эйәһе булыуҙың, «бер ҡаҙанда ҡайнауыбыҙҙың» яҡшы яҡтары күберәк, – ти Руслан. – Бер-беребеҙҙе аңлап ҡабул итеүҙән тыш, тыуасаҡ образдар хаҡында фекерҙәр алышабыҙ, ситтән ҡарап, кәңәштәр бирәбеҙ». Ижади ҡарашлы ғаилә төрлө идеялар менән янып, уны йәһәт кенә тормошҡа ашырып ҡуя. Пандемия осоронда ла юғалып ҡалмағандар, өйҙә булған музыка ҡоралдарын «эшкә егеп», йырҙар яҙғандар.
Һылыу йәш ҡатын – бөтмөр хужабикә. «Гөлназым иҫ киткес тәмле бешерә, – тип маҡтай уны Руслан. – Ҡасан өлгөрәлер, үҙем дә аптырайым. Ун биш минуттан һеҙҙә булабыҙ, тип шылтыратҡан туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ишек туҡылдатҡанда уның табыны әҙер була. Үҙе мул ҡуллы, йомарт. Хәҙер миңә лә ҡайһы эштәрҙе «ышанып» тапшыра башланы – помидорҙың «ҡойроғон» алып ташлап килешле итеп ҡырҡырға, колбаса, сыр турарға «өйрәндем». Гөлназ эштә булып, улы менән генә ҡалғанда, аптырап ҡалмай артист. Был саҡтарҙа егеттәр өсөн ҡыҙҙырылған йомортҡа, картуфлы шыйыҡ аш айырыуса үтемле.
Ҡамыр өсөн – 5 йомортҡа, 2 стакан он, 1 ҡалаҡ какао, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 стакан шәкәр; крем ҡатламына – 2 стакан ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май; помадка-крем өсөн 4 ҡалаҡ какао, 4 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ һөт, 50 грамм аҡ май кәрәк.
Йомортҡа һытабыҙ, он, какао, аш содаһы, шәкәр һалып, барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Балғалаҡты башта – һыуҙа сылатып, шунан майға тығып алабыҙ. Артабан ошо балғалаҡ менән ҡамырҙы алып, табаға йомороҡастар теҙәбеҙ ҙә (табаны майламайбыҙ) мейескә ҡуябыҙ.
Ҡаймаҡҡа шәкәр, аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Шарсыҡтарҙы мейестән алғас, һәр береһен эҫе килеш ошо крем ҡатнашмаһына тығып алабыҙ һәм һай тәрилкәгә гөбөргәйел рәүешен биреп теҙәбеҙ.
Помадка-крем өсөн ингредиенттарҙы кәстрүлгә һалып, шәкәре иреп бөткәнсе һүрән утта тотабыҙ, бутап торабыҙ. Һыуынғас, гөбөргәйел өҫтөнә ҡоябыҙ.
Тортты киви емеше менән биҙәргә мөмкин.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.