+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
9 Март 2021, 12:15

Оҫта ҡуллы актёр

Журналыбыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы, Булат Йосоповтың фильмында тамашасыға ҡабатланмаҫ Бабич образын еткергән Илгиз ТАҺИРОВ һәм уның ғаиләһе.

«Үткән йыл беҙгә тамашасының ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлатты. Эҙләнеп, күңел көсө һалып әҙерләйһең һәр ролде. Залда ултырған тамашасының алҡыш-яуабы, баҡһаң, илһамландырған, артабан дәртләнеп эшләргә дарман биргән икән. Шул илаһи көс өсөн генә лә эшеңде яратырлыҡ», – ти Илгиз. Хыялы – кинола хәрби-драматик образ тыуҙырыу.
Аш-һыу бүлмәһендә булашырға ваҡыты етмәй актерҙың. Ғәҙәттә, таң менән тороп телевидениеға, «Сәләм»гә ашыға, кис спектакл­дәрҙән, сараларҙан һуң ҡайта. Шулай ҙа тура килгәндә тултырылған тауыҡ, гуляш кеүек тәмлекәстәр менән ҡәҙерлеләрен һыйлай ул. Быйыл ғына алған фатирҙарында үҙ ҡулдары менән ремонт эшләй. Ҡабаланмай, ныҡлы, тигеҙ, матур һәм бөхтә булһын, тип еренә еткереп башҡара һәр эште. Холҡо шул уның – барыһы ла үҙ урынында, йыйнаҡ булырға тейеш.
Олатаһы ла, атаһы ла механизатор була. Династия ептәре Илгиздә өҙөлөп ҡала. Атаһына комбайнда ярҙамлашып йөрөгәндә лә машинаға ҡарағанда тимер деталь-таяҡтарҙы һелтәп гардемарин булып уйнауы нығыраҡ ҡыҙыҡтыра. Үҙен шул осорҙарға барып сыҡҡан икән, тип хисләнә, хыяллана малай. Һигеҙен­селә уҡығанда музыка мәктәбенә бара. Балалары Изида, Илгиз, Илянаның күңелен аңларға ынтылған әсәһе уға гитара алып бирә. Артабан Өфөгә юлланырға булғанда ла теләгенән һүрелдермәй.
Педагогия колледжында белем алғанда бейеү ансамбленә йөрөй егет. Бер коллективта шөғөлләнһәләр ҙә, Әлфиә исемле ҡыҙ менән бер-береһенә артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр. Ниндәйҙер сара барышында сәхнә артында ғына ныҡлап таныша улар. Ҡыҙҙы егет бөхтәлеге, һәр саҡ үҙен ҡарап йөрөүе менән йәлеп итә.
Илгиз Әлфиәнең ҡулын һорап килгәс, ҡыҙҙың атаһы тиҙ генә риза булмай. Ике апаһы сыҡмаған әле кейәүгә, тип ҡырт киҫә. Гөлназ һәм Гөлфиә апайҙары ла: «Был шуҡ, шаян егеткә нисек биреп ебәрәйек һине?» – тиҙәр. Өлкән апаһы башлы-күҙле булғас ҡына атаһы кинйәкәйенә рөхсәтен бирә. Артабан иһә кейәүе менән бик татыу булалар.
Юл оҙон булыр, тип тормайҙар, туйҙы ике яҡта үткәрәләр. Силәбеләр – Илгиздең туғандары – йолаларға бик тоғро булып сыға. Һабантуйҙа­ғылай төрлө уйындар уйнаталар, көрәш ойошторалар. Бүләккә һарыҡ ите өләшелә, башы көрәштә еңеүсегә бирелә. Ҡәйнә кешенең киленен ҡоҙағыйынан әсә ҡарынын һынлан­дырған аҡ яулыҡ аша сығарып алыу йолаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ир-аттың да күңелен нескәртә... Ҡыҙ яғы – хәйбуллалар – моңға бай халыҡ, йырлап-бейеп туйҙы күтәрәләр. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙә айырмалар, ысынлап та, байтаҡ икән. Силәбелә итте мул итеп өҫтәлгә ултыртмайҙар, ә турап һурпаға һалалар. Балыҡ яраталар – быға, моғайын, был яҡта күлдәрҙең күп булыуы сәбәпселер. Хәйбуллалар өсөн көндәлек булған йылҡы ите иһә уларҙа киң ҡулла­нылмай. Ҡоротто шыйыҡ итеп эшләйҙәр.
Илгиздең әсәһе Разия Абдрафиҡ ҡыҙы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул бешергән, ситтәре кетерләп торған шәңкә – Илгиз өсөн донъялағы иң тәмле ризыҡ.
Өлкән улдары Алмасҡа – 15 йәш. Тәүәккәл, етди ҡарашлы егет туғандарын ҡарашһынмы, баҡса ҡаҙышһынмы, емеш-еләк йыйыш­һынмы – ниндәй эшкә тотонһа ла, яратып башҡара, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә белә. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында тапшырыуҙар алып бара, атаһы менән театр сәхнәһендә сығыш яһай, заманса клиптарҙа төшөп тә өлгөрә ул. 10 йәшлек Азамат музыка мәктәбендә саксофонда уйнарға өйрәнә, йән­һүрәттәр төшөрөргә әүәҫ. Тормошҡа ыңғай ҡарашы менән барыһын дәрт­ләндерә. Күңелһеҙ мәлдәрҙә уның бәләкәс кенә сағында: «Уның ҡарауы, беҙ бергә!» – тип ыңғайға юрауын иҫкә төшөрһәләр, алыҫта маяҡ яҡтырғандай булып китә. Ысынлап та, бергә булғанда бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығып була бит! 10 айлыҡ ҡына Арыҫлан, әле саҡ атларға өйрәнһә лә, бейергә ярата. Һөнәрен ҡеүәтләп, «тамашасыларҙың» сәпәкәй иткәненә ҡыуана. Саф һауала футбол уйнау, велосипедта йөрөү, киноға барыу ғаиләне берләштерә.
Илгиздең тормош иптәше Әлфиә балалар баҡсаһында музыка буйынса тәрбиә бирә, әле бәләкәсе менән өйҙә. Иртә менән тороп ҡоймаҡ ҡойорға ярата хужабикә. «Балаҡайҙарымдың таба еҫенә уянып, күҙҙәрен ыуа-ыуа тып-тып атлап килеп сығыуы, ҡоймаҡ тәмләп ҡарауы күңелемә бөтмәҫ рәхәтлек бирә. Шул мәлдәрҙә үҙем дә сабый сағыма ҡайтҡандай булам. Был ғәҙәтем – әсәйем Миңнур Әхмәтдин ҡыҙын ҡабатлау. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләне, ҡулы татлы уның. Һәр бешергәне телде йоторлоҡ булһа ла, бала саҡ менән бәйле иң татлы һый – уның таң менән тороп ҡойған ҡоймағы. Бәләкәстәрем бер саҡ үҫеп буйға етер, яҙмыш елдәре, бәлки, төрлө яҡҡа таратыр. Күңелендә һаҡланған матур хәтирәләр уларҙы тыуған йорттарына тартыр», – ти әсәй кеше.
Файҙалы «терпекәйҙәр»
500 грамм үткәрелгән иткә ярты стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, 1 йомортҡа, 5-6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты стакан һыу, 200 грамм сыр, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Үткәрелгән иткә яртылаш бешерелгән ҡарабойҙай ярмаһы, ваҡ итеп турап ҡыҙҙырылған һуған ҡушабыҙ, йомортҡа һытабыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ ҙә бутайбыҙ. Шарсыҡтар әүәләп, табаға теҙәбеҙ. 200 градусҡаса эҫетелгән мейескә 15 минутҡа ҡуябыҙ.
Ҡаймаҡ менән һыуҙы яҡшылап болғатабыҙ ҙа шарсыҡтар өҫтөнә ҡоябыҙ. Тағы мейескә ҡуйып, 10 – 15 минут бешерәбеҙ. Ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы өҫтөнә һибәбеҙ ҙә мейестә 5 – 10 минут тотабыҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп бирәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: