Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Февраль 2021, 16:39

Үҙ юлыңды табыу – иң ҙур бәхет

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ ХӘСӘНОВ уҡыусыларыбыҙға театрҙа тыуҙырған образдары менән дә, «Беренсе Республика» (Ғәзиз Әлмөхәмәтов роле) һәм башҡа фильмдарҙа ҡатнашыусы булараҡ та, шаян «Күңелле йәшәйбеҙ» проекты буйынса ла таныш. Бөгөн беҙ Хәсәновтар ғаиләһенә юл тотабыҙ.

«Башҡорттоң яратҡаны – һалма, бишбармаҡ инде ул. Балалар ҙа уларҙы бик үҙ итә. Һәр нәмәләге кеүек, аш-һыу тирәһендә лә алтын урталыҡҡа ынтылабыҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешен алға ҡуйһаҡ та, фанаттарса бирелеп китмәйбеҙ», – ти актер. Тура килгәндә аш-һыу бүлмәһендә тәмлекәстәр ижад итеүгә һис тартынмай ул. Күренекле кулинарҙар, ашнаҡсылар башлыса ир-ат затынан бит, ти.
Йырсы ла, бейеүсе лә, ҡурайсы ла булып дан алған Хәсәновтар нәҫеленән Рафиҡ. Әсәһе – ауыл советында сәркәтип, сәғәтле эштә. Таң менән бәләкәстәренә аш-һыу яраштырып, хеҙмәтенә йүгерә. Сөгөндә ит, картуф бешерә торған була. Иртән тороп, мейестәге ҡаплаулы сөгөндө асып ебәреүеңә тирә-яҡҡа иҫ китмәле тәмле еҫ тарала. «Әле лә ул еҫ, шул ризыҡтың таты телгә килә. Бала саҡта был хаҡта уйланмайһың, әлбиттә, ә бит ул мейес тәнде генә түгел, йөрәктәрҙе лә йылытҡан, – тип хәтирәләргә бирелә артист. – Бесәнгә барғанда әсәйем өйҙә ҡамыр баҫып, үҙе менән һалып ала ине. Барып етеп, салғы сүкегәнсе, ул-был иткәнсе сәй ҡайнай. Шунан әсәйем усаҡтағы көлдө ҡулы менән генә һыпыра ла (араһында ҡуҙҙары ла бар бит инде, нисек ҡулдары бешмәгәндер), үҙе алып килгән ҡамырҙы әүәләп, шул көлгә һала. Өҫтөн тағы көл менән күмеп ҡуя. Үҙе беҙҙең менән күпмелер эшләгәс, төшкө аш йүнләй башлай. Бесән сабып, асығып килеүебеҙгә аш та әҙер, хуш еҫле сөсө икмәк тә бешкән».
Бәләкәй саҡта әсәһенең ҡустылары менән йышыраҡ аралашырға тура килә. «Атайым йәшләй, бер генә йәшемдә вафат булып ҡалғас, уларға арҡа терәнем. Ярҙам да иттеләр, ир-егеткә кәрәк булған етмеш ете һөнәр серенә төшөндөрөүсе лә улар булды. 7-8 генә йәшемдә ҡартатайымдың ат егергә өйрәтеүе ғүмерлеккә хәтергә уйылып ҡалған. «Ҡоҙаса» спектаклендә Мөхәмәтша мулланы уйнағанда, тап ҡартатайымдың образы күҙ алдымда торҙо», – тип бүлешә актер.
Һәр ролен күңел биреп башҡара Рафиҡ, шуға ла һәр береһе ҡәҙерле. «Театр менән кино – туғандаш, бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Шулай ҙа айырмалар ҙа етерлек. Спектаклдә уйнағанда һине иң артҡы рәттә ултырған тамашасы ла ишетергә, тойорға тейеш. Экранда иһә барыһы ла тормошсан, тәбиғи күренеүе мөһим. Кино киләсәк быуындарға ла ҡалыуы менән яҡшы» – ти ул. – Барыһы ла – тамашасы хөкөмөндә. Ғөмүмән, сәхнә эштәремдең, образдарымдың иң тәүге тәнҡитсеһе ул – хәләл ефетем Светлана. Илһамландырыусы, кәңәш биреүсе лә ул».
Тормош иптәше Светлана ла – сәнғәткә, мәҙәниәткә мөкиббән ғашиҡ кеше. Әле Ишембай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Студент саҡта уҡ таныша улар. Рафиҡ, уҡыуҙан һуң ғына арып ҡайтып, ятаҡтың аш бүлмәһендә киске тәғәм әҙерләп торғанында коридорҙа ике ҡыҙ күренә. Береһе килеп: «Күрше ағайҙар күренмәнеме?» – тип һорай. «Был ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ», – тигән уй йүгерә Рафиҡтың башынан. Ә бит улар танышмай ҙа!
Журналистика бүлегендә уҡыған бүлмәләше сәнғәт институты студенттарынан интервью алып ҡайта ла әхирәттәренә тыңлата. Әңгәмә – мөхәббәт хаҡында. Бер егеттең тауышын ишеткәс тә, Светлана һорай һала: «Был кем?» Әхирәте серле йылмайып ҡына ҡуя.
Был ваҡиғаларҙан байтаҡ ваҡыт үткәс, Салауат Юлаев майҙанында байрам мәлендә танышып китә Светлана менән Рафиҡ. Әхирәт ҡыҙы, уларҙың бергә торғанын күреп ҡалғас та, Светлананың ҡолағына: «Барыбер тапҡанһың икән теге егетте!» – тип шыбырлап китә. Шулай яғымлы тауыш хужаһы асыҡлана. Рафиҡ иһә, Светлананың күҙҙәренә ҡарап, уның бар булмышын, һөйкөмлөлөгөн, нәзәкәтлеген тойғандай була. Күп тә үтмәй, ҡыҙҙы әсәһе менән таныштыра. Туйҙы ла оҙаҡҡа һуҙмайҙар.
Бөгөн улар – өс балаға атай-әсәй. Арыҫлан Ишембай нефть колледжында уҡый, ҡурайҙа уйнай. Ун биш йәшлек Айсулпан сәнғәт юлынан китергә теләй. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов «Торатау» бейеү ансамбле асып, балаларҙа был сәнғәткә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятты, рухын күтәрҙе. Көслө коллектив Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына барып та сығыш яһай», – ти ата-әсәһе. Һигеҙ йәшлек Рамаҙанды ла телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ихтирам менән үҫтерә Хәсәновтар.
«Аҡ ҡайын» турамаһы
200 грамм консерваланған бәшмәк (аҡ көләпә бәшмәген ҡыҙҙырып ҡулланырға ла була), 300 грамм тауыҡтың түш ите, 3 йомортҡа, 1 ҡыяр, 3 – 5 ҡалаҡ майонез, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Тәүге ҡатлам бешерелгән һәм ваҡ итеп туралған тауыҡ итенән тора. Уның өҫтөнә бәшмәк һалабыҙ. Саҡ ҡына тоҙ һибәбеҙ, майонез һылайбыҙ. Артабан ҡырғыстан үткәрелгән ҡыяр килә. Бешкән йомортҡаның ағын ҡырғыстан үткәреп һалғандан һуң майонез һылайбыҙ ҙа шулай уҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарыһын һалабыҙ.
Майонез, зәйтүн емеше, бәшмәк, йәшел тәмләткес үләндәр менән тураманың өҫтөнә аҡ ҡайын «төшөрөп» биҙәйбеҙ.

Светлана ХӘСӘНОВА фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: