«Әлбиттә, Яңы йыл – һәр кемдең көтөп алған байрамы. Мин инде, артист булараҡ, уны йыш ҡына ҡалабыҙҙың төп шыршыһы янында ҡаршылайым. Байрамды үҙемдән бигерәк бәләкәстәрем көтә, Ҡыш бабайҙан бүләктәр һорай», – ти Гөлсинә. Ғаилә менән мәҙәниәт һарайҙары тәҡдим иткән әкиәттәргә йөрөү, катокка барыу, саңғы шыуыу – һәр йыл башҡара торған ғәҙәттәр. Һигеҙ йәшлек Әмир йөҙөргә ярата, машиналар менән ҡыҙыҡһына. Дүрт йәшлек Әминә художестволы гимнастика менән шөғөлләнә. Икеһе лә йыр-моңға битараф түгел: Әмир тыуған көнөнә гитара алдырһа, Әминә скрипка һорай, фортепьянола ла уйнарға ынтыла. Балаҡайҙарымдың һәләттәрен асыу өсөн көсөмдө йәлләмәм, ти йырсы.
Гөлсинә үҙе ата-әсәһенән иртә ҡала. Биш йәштә – әсәһен, ун өс йәштә атаһын юғалта. Ҡәҙерлеләре хаҡында күңелендә тик яҡты хистәр генә һаҡлай ул. Атаһы Әлмөхәмәт ағай ғүмере буйы колхозда алдынғы механизатор була. Йәй уны күрмәйҙәр ҙә: таңдан эшкә ашыға, ҡараңғыла ғына ҡайта. Уның ҡарауы, ҡышын, бушыраҡ булғанда, балаларына бар ваҡытын бүлә. Төпсөгөн – Гөлсинәне ике өй аша ғына торған мәктәпкә лә санаға ултыртып алып йөрөй. Саңғы шыуғандары, тәбиғәткә сыҡҡандары, ауыл янында аҡҡан йылға буйындағы таллыҡта икәүләп ҡомалаҡ йыйғандары сағыу булып хәтерендә ҡалған. «Атайым ябай холоҡло, изге күңелле, ихлас кеше ине, – тип хәтерләй Гөлсинә. – Тауыш күтәргәнен, ғауғалашҡанын, әрләшкәнен һис иҫләмәйем. Һүҙ менән түгел, ҡарашы менән генә тәрбиәләне ул беҙҙе – алты балаһын. Дөрөҫ эшләмәгәнде уның ҡарашынан аңлап, тиҙ генә төҙәтә һала инек. Наҙ-иркәһен дә йәлләмәгән, шул уҡ ваҡытта беҙҙе үҙ аллы итеп тә тәрбиәләй алған. Әле, үҙем әсәй булғас, кескәй саҡтағы шуҡлыҡтарымды иҫкә төшөрәм дә, нисек түҙҙеләр икән, тип ҡуям. Әсәйем (исеме – Ғәйникамал) аш-һыуға һәләте менән ауылда айырылып торғандарҙан ине. Туй-мәжлестәргә сәк-сәк, бәлеш бешерергә уға мөрәжәғәт иткәндәр. Апайымдарҙың да, минең дә ризыҡ әҙерләүгә маһирлығыбыҙ унан киләлер».
Әлшәй районы Таштүбә ауылы бер генә урамдан тора. Ҡапҡа төбөндә ултырған әбейҙәр урамдан үткәндә һәр кем менән матур итеп иҫәнлек һорашҡан һөйкөмлө ҡыҙыҡайға кәнфит тотторалар, арҡаһынан яратып, «ҡурсаҡ китеп барамы ни!», «ҡалай сос балаҡай» тип тороп ҡала торған булалар. Мәктәп йылдарында Илгиз ағаһы алып ҡайтҡан «Романтик» магнитофоны таҫмаларынан яңғыраған төрлө телдәге барлыҡ йырҙарҙы яттан белә, ҡушылып йырлай ул. Артабан Стәрлетамаҡта интернатта уҡыған йылдарында «Илһам» эстрада йыры ансамбле менән ҡала сәхнәләренә сыға Гөлсинә. Уның етәксеһе Миңлеғәле Хөснөтдинов кәңәше буйынса Өфөгә сәнғәт училищеһына бара, артабан уҡыуын сәнғәт институтында дауам итә.
Студент сағында уҡ ҡала мәҙәниәт һарайына урынлаша, әлегә тиклем шунда эшләй Гөлсинә. Тағы ла бер юғары белем алырға, бөгөнгө мөмкинлектәрҙән файҙаланып, зарурлыҡтан сығып, онлайн-курстар үтергә һәм үҙемде икенсе өлкәлә һынап ҡарарға теләгем бар, тип хыялдары менән уртаҡлаша биреп ҡуя ул.
Ике бәләкәй бала әсәһе булараҡ, бар донъяһы улар тирәһендә өйөрөлә хәҙер. Бәләкәстәрҙе ҡыуандырып, үҙенә ләззәт ала. Торт бешерергә әүәҫ. Кәйеф күтәренке булғанда, бындай тәмлекәстәр айырыуса телде йоторлоҡ була, тип бүлешә. Киләсәктә татлы ризыҡтарҙы биҙәү буйынса белемен камиллаштырырға теләй. Гөлсинә яңылыҡҡа һәр ваҡыт асыҡ, үҙенсәлекле рецептар өйрәнергә яратыуы ла шунан. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡатмарлы ризыҡтар бешерергә тырыша. Көндәлектә иһә, ҡул аҫтында булған аҙыҡ-түлекте ҡулланып, балалары үҙ иткән ябай тәғәмдәр әҙерләй. Журнал уҡыусыларға ул байрам табынына тәғәйенләнгән аш-һыу тәҡдим итә.
250 грамм ит, 1 ҡыяр, 200 грамм әҙер «корейса» кишер турамаһы, порей һуғаны (булмаһа, йәшел һуған), әнис (укроп) үләне, 100 миллилитр соя соусы (концентрат булһа, 50 миллилитр соя соусын шул уҡ күләмдәге ҡайнап һыуынған һыу менән болғатабыҙ), 50 грамм үҫемлек майы, тәменсә шәкәр кәрәк.
Итте бешереп һыуытабыҙ ҙа һаламлап турайбыҙ. Тәрилкәнең төбөнә һалабыҙ. Уны «корейса» кишер турамаһы менән ҡаплайбыҙ. Киләһе ҡатлам – һаламлап ҡырҡылған ҡыяр. Һуған менән әнисте ваҡ итеп турап, иң өҫкә һибәбеҙ.
Соя соусына үҫемлек майы, саҡ ҡына шәкәр һалып, яҡшылап болғатабыҙ һәм тураманың өҫтөнә ҡоябыҙ.
Был тураманы артыҡ тәрән дә, бик һай ҙа булмаған һауытҡа яһау яҡшы. Бер нисә сәғәт алдан йә кистән әҙерләп ҡуйһағыҙ, бик тәмле булыр.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.