+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
24 Декабрь 2020, 18:43

«Тунлы» ҡыҫала

500 г диңгеҙ ҡыҫалаһы (креветка), 4 йомортҡа, 4 картуф, 140 г ҡыҙыл ыуылдырыҡ, тәменсә тоҙ, майонез, 1 лавр япрағы, 3 бөртөк ҡара борос кәрәк.

Диңгеҙ ҡыҫалаһын тоҙ, лавр япрағы, ҡара борос һалынған һыуҙа бешереп алабыҙ. Уртаға бүләбеҙ. Бешкән картуфты, йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Яҫы тәрилкә төбөнә майонез һылайбыҙ, шунан диңгеҙ ҡыҫалаһының яртыһын һалабыҙ. Һәр ҡат өҫтөнә майонез яғабыҙ. Артабан картуф, йомортҡа, диңгеҙ ҡыҫалаһының ҡалған яртыһын һалабыҙ. Майонез өҫтөнә ҡыҙыл ыуылдырыҡты тигеҙ итеп йәйәбеҙ. 6 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Табынға ҡуйыр алдынан диңгеҙ ҡыҫалаһы, лимон, помидор киҫәктәре, йәшел үләндәр менән биҙәлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: