0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
2 Декабрь 2020, 14:06

Дөрләһен ғаилә усағы!

Берен-бере ярты һүҙҙән аңлап, йөпләп, иңгә-иң ҡуйып йәшәгән парҙар һоҡландыра. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ Вәрисә һәм Урал НИҒМӘТУЛЛИНДАР ҙа – шундайҙарҙан.

Стәрлетамаҡта мәҙәниәт техникумында белем алғанда бер-береһен күреп ғашиҡ булған ҡыҙ менән егет сәстәрен сәскә бәйләй һәм Урал ағайҙың тыуған яғына – Ғафури ра­йонына йүнәлтмә ала. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 12 йыл, сағыу хәтирәләр булып, күңелгә уйылған. «Айнур улыбыҙ сәхнә артында үҫте. Декорациялар өҫтөнә ятып йоҡлап киткәне лә, сәхнәгә йүгереп сыҡҡаны ла булды инде. Ул йылдарҙа командировкаларға ифрат күп йөрөнөк. Красноусолда бөтә илгә билдәле быяла заводы бар ине. Шул ойошманың Ленин исемендәге клубында район мәҙәниәт йортона бирелгән бер бәләкәй генә бүлмәһендә беҙ, татыу коллектив, ижадҡа мөкиббән сумғанбыҙ. Заманса район мәҙәниәт һарайы һуңыраҡ, үҙгәртеп ҡороу осоронда ғына, төҙөлдө. «Айгүзәл» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейенек тә, йырланыҡ та, спектаклдәр ҙә ҡуйҙыҡ», – тип хәтирәләргә бирелә геройҙарым.
Һәр сараның сценарийын райкомдың өсөнсө секретары тикшерә. Ул раҫлағандан һуң бер өтөрөн дә, нөктәһен дә үҙгәртеү рөхсәт ителмәй. «Кемдер һағынып иҫкә ала совет осорон, кемдер – яманлай. Мин иһә, ул саҡта сәнғәттә, әҙәбиәттә һәр әҫәр еренә еткереп эшләнгән, һәр нәмә уйланған, тигән фекерҙәмен, – ти Вәрисә апай. – «В бой идут одни старики» киноһын йыл һайын балалар менән күмәкләп иҫебеҙ китеп ҡарайбыҙ. Нисәнсегә күрһәк тә, ҡараған һайын күҙгә йәштәр килә. Күңел һалып эшләнгәнгә шулай. Һәр һүҙ йөрәккә үтеп инә. Сәнғәттең көсө тураһында һөйләй бит был».
Ул йылдарҙа һалынған яуаплылыҡ, талапсанлыҡ әле лә оҙата килә. Һәр ерҙә тәртип булырға тейешлеге ҡанға һеңгән. Был сифаттар, Өфөгә күсеп, телевидениела әҙәби, музыкаль тапшырыуҙар берекмәһендә, «Сәләм» тапшырыуында эшләгәндә лә, тура эфирға күскәндә лә, инде тиҫтә йылдан ашыу ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар мөхәррире булып хеҙмәт иткәндә лә ярҙам итә. «Талапсан мин. Үҙемә ҡарата ла, башҡаларға ла. Телевизион программалар – күмәк кешенең ижади хеҙмәт емеше, шуға күрә һәр кем коллектив эш өсөн яуап бирә», – ти Вәрисә Рәхимйән ҡыҙы.
Тынғыһыҙ эшен тормош иптәше Урал ағай аңлап ҡабул итә. Ул үҙе «Ашҡаҙар» радиоһында мөхәррир булып эшләй, моңло тауышлы йырҙары ла уҡыусыларға таныш. Улдары Айнур, ҡыҙҙары Айһылыу, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр, башлы-күҙле лә булғандар инде. Ниғмәтуллиндарҙың ейәндәре лә бар. «Балаларыбыҙ бәләкәстән өйгә ҡунаҡ килгәнен ярата, хатта «ура» ҡысҡырып ебәрәләр ине. Шунан йүгереп йөрөп тәмлекәстәр әҙерләшәләр. Йәшелсә-емеш турайҙар, өҫтәлгә тәрилкә теҙәләр...» – былары әсә хәтирәләренән. Шул саҡта яратып әҙерләгән, ҡуйын дәфтәрендә һаҡланған рецептарға әле лә тоғро ул. Йылдар дауамында һыналған тәмлекәстәрҙе журнал уҡыусыларға ла бешереп күрһәтмәксе.
Күрәгәле урама
Ярты стакан һөт, 250 грамм маргарин, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр, 2-3 балғалаҡ ҡоро сүпрә (дрожжи), күрәгә емеше, ондо самалап алабыҙ.
Барлыҡ ҡатнашмаларҙы ҡушып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙан түңәрәк йәймә йәйәбеҙ. Уны уртаға бүләбеҙ. Килеп сыҡҡан ярымтүңәрәктәрҙе тағы ла уртаға ҡырҡабыҙ. Шулай тағы ҡабатлап, сегменттарға бүләбеҙ. Йәймәбеҙ күп тажлы сәскәгә оҡшаны. «Таждарҙың» һәр береһенә (киңерәк яғына) алдан йыуып әҙерләнгән күрәгә емеше һалабыҙ. Шунан шәкәр һибелгән таҡтаға һалып урайбыҙ.
Урамаларҙы майлы табаға урынлаштырып, бер аҙ ҡабартып алабыҙ, 180 градус эҫелектәге мейестә өҫтө ҡыҙарғансы, 20 – 25 минут бешерәбеҙ.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: