+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
3 Ноябрь 2020, 13:33

Егәрленең ҡулы ете

Тормош ағышы йылдамлана барған һайын, беҙ ҙә уның артынан етешергә тырышабыҙ. Һәр нәмәне йәһәтерәк, шәберәк башҡарырға ынтылабыҙ. Был ризыҡ әҙерләүгә лә ҡағыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Зилә Сәйетова ла – тормошто, көнитмеште еңелләштереү, ябайлаштырыу яғында.

«Хәҙер килеп етәм, юлға сыҡтым!» – тип кемдер шылтыратһа, һис аптырап ҡалмай актриса. Һыуытҡысынан, туңдырғысынан кәрәкле аҙыҡ-түлекте сығара ла һә тигәнсе табынын әҙерләй. Оҙон-оҙаҡ мәшәҡәтләнә торған ҡатмарлы рецептарҙы үҙ итмәй.
Һыуытҡысында һәр саҡ яртылаш әҙер тәғәм (ярымфабрикаттар) ята. Туңдырылған ит, йәшелсә-емеш, бәшмәк ярҙам итә был осраҡта. «Иретеп алыу тиҙ бит хәҙер, бар заманса техника ҡул аҫтында», – ти Зилә апай.
Бына был тәмлекәстәр өсөн туңдырғыста үткәрелгән ит, ҡамыр өҙөлмәһен бер ваҡытта ла.
«Ҡусҡар» бәлеше
500 грамм әҙер ҡатлы ҡамыр, 500 грамм үткәрелгән ит, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, борос, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ һөт, 1-2 ҡалаҡ кунжут орлоғо кәрәк.
Үткәрелгән иткә ваҡ итеп туралған һуған, тоҙ, борос һалып эслек әҙерләйбеҙ. Ҡамырҙы иретеп, артыҡ йоҡа итмәй генә йәйәбеҙ һәм буйға өс өлөшкә бүләбеҙ. Уртаһына эслек һалып, ситтәрен бөрәбеҙ. Шунан, ҡусҡар рәүешендә уратып, майлы табаға һалабыҙ.
Йомортҡа һытып, һөт менән болғатабыҙ ҙа бәлештең өҫтөнә һылайбыҙ (сере шунда – һөт ҡушһаң, ҡамыр ҡатмай). Өҫтөнә кунжут орлоғо һибәбеҙ.
180 – 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 30 – 40 минут бешерәбеҙ.
Иткә ҡырғыстан үткәреп 1-2 картуф ҡушырға ла була. Ит аҙыраҡ саҡта ла шулай «хәйләләшергә» мөмкин.
Бәлеште ошондай эслек менән дә әҙерләп була: эремсек менән адыгея сырын бер үк нисбәттә алабыҙ, 1 баш һуған, тоҙ, борос ҡушабыҙ.
...Зилә Әсҡәт ҡыҙы ғаиләһен, яҡындарын тәмле ризыҡ менән һыйларға ифрат ярата. Әсәһе Мәүзифа апай күп йылдар «Башҡортостан» ресторанында эшләй, бишенсе разрядлы ашнаҡсы була. Һалмалы аш, ваҡ бәлеш, гөбәҙиә, сәк-сәк, балан эсемлеге кеүек милли ризыҡтар бирелә унда. Гел барып йөрөмәһә лә, ҡайһы саҡ инеп сығырға тура килә әсәһе янына. Ресторан ул белем алған Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт мәктәбенән алыҫ түгел. Бер-ике тапҡыр ниндәйҙер сараларҙа ҡатнашып, йырлап та йөрөй унда Зилә апай. Ҡайҙа ғына булып, ниндәй генә затлы тәғәмдәрҙе ауыҙ итмәһен, бер ерҙә лә әсәһенекеләй бешерелгән гөбәҙиәне ашағаны юҡ. Ҡәҙерле кешеһенең ҡулдары яһаған сәй ҙә иң татлыһы булып иҫендә ҡалған.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: