-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
8 Сентябрь 2020, 12:18

Йырлап-бейеп, уйнап-көлөп...

Моңға бай, йырға, бейеүгә ғашиҡ ғаиләлә тәрбиәләнгән улар. Сәлимә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә – хор артисы, Салауат – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры. ЮЛДАШБАЕВТАР ғаиләһендә, атаһына арҡаланып, әсәһенә иркәләнеп, өс бала буй еткерә. Бөгөн уларға ҡунаҡҡа юлландыҡ.

«Салауат та, балалар ҙа ташҡабаҡты башҡаса бер төрлө лә ашамай. Ә бит ул – бик файҙалы йәшелсә. Бына ошо рецепт ҡулыма килеп эләккәндән бирле торт ғаиләнең яратҡан тәғәменә әйләнде», – ти Сәлимә.
Ташҡабаҡтан торт
1 уртаса ташҡабаҡҡа 4-5 йомортҡа, 1 стакан он, 2-3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 стакан самаһы томат соусы, 300 грамм майонез, 1 баш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, биҙәргә помидор, шәфәри япраҡтары кәрәк.
Ташҡабаҡты әрсейбеҙ ҙә ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йәш булһа, орлоҡтарын алып тормаҫҡа ла мөмкин. Йомортҡа һытабыҙ. Он, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Шунан майлы табаға самалап һалып, ҙур ҡоймаҡтар бешереп алабыҙ.
Һарымһаҡты иҙәбеҙ ҙә майонезға ҡушабыҙ. Артыҡ әсе яратмағандар һарымһаҡты аҙыраҡ алһа ла ярай.
Ҡоймаҡты тәрилкәгә һалып, өҫтөнә һарымһаҡлы майонез һылайбыҙ. Икенсе ҡоймаҡты һалабыҙ һәм өҫтөнә томат соусы яғабыҙ. Шулай аралаштырып, ҡоймаҡтар бөткәнсе дауам итәбеҙ.
Өҫтөн помидор киҫәктәре, йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ. Йылы килеш ашарға ла мөмкин, бер аҙ һыуынғас та бик тәмле була.
Туғыҙ йәшлек Самира, етеһен тултырған Тамерлан, биш йәшлек Арыҫлан... Бер-береһенә «йәбешеп» үҫкән бәләкәстәрҙең – һәр береһенең үҙ холҡо, ынтылышы. Самира әсәһе янында уралырға ярата. Бергәләп ҡытай сәтләүегенән (арахис), кунжуттан паста эшләһендәрме, компот ҡайнатһындармы, ҡоймаҡ ҡойһондармы... Тамерлан еләк, банан, алманы иҙеп, һөткә ҡушып туңдырма әҙерләргә оҫтарып алған. Мәсьәләләрҙе көтөлмәгәнсә, үҙе уйлап тапҡан ысулдар менән сисергә әүәҫ ул. Ҡороттан ҡышҡылыҡҡа тип бәләкәс кенә йомроҡастар әүәләргә яраталар, был эштә Арыҫлан да апаһы менән ағаһынан ҡалышмай. Ҡоротто ла туңдырма кеүек ашап йөрөйҙәр, шуға йыш ҡына шарсыҡтар ҡышҡа барып етмәй ҙә ҡуя. Быға ҡыуана ғына атай менән әсәй. Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан да файҙалы нимә бар?!
Кекс, печенье кеүек ҡамыр аштарын үҙ итә бәләкәстәр. Бына бер еңел генә рецепт.
Сейәле бәлеш
1 – 1,5 стакан сейә, 1 стакан һөт, ярты стакан шәкәр, 2 йомортҡа, 2-3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 4 ҡалаҡ какао, ярты балғалаҡ аш содаһы, он кәрәк.
Йомортҡа һытабыҙ, уға шәкәр, һөт, аш содаһы, он ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.
Майлы табаға ҡамырҙың яртыһын йәйәбеҙ. Тосо алынған сейә һалабыҙ. Өҫтөн ҡамыр менән ҡаплайбыҙ.
180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ.
Балалары инде ҡул араһына инә башлағанын күреп, үҙҙәренең дә шундай ғәмһеҙ саҡтарын иҫкә төшөрәләр. Салауаттың атаһы Наил Ғәлимйән улы Эске эштәр министрлығы ҡарамағында эшләй, үтә моңло итеп йырлай. Әсәһе Әлимә Фәтҡулла ҡыҙы – шәфҡәт туташы, ул матур итеп бейей, олатаһы менән өләсәһе лә – бейеүселәр. Салауат һеңлеһе Лилиә менән өҫтәре онға буялып бөткәнсе манты яһай. Шаярып, ҡайһы беренең эсенә тик картуф һалалар, борос, борсаҡ өҫтәйҙәр. «Тирмән эшләйме?» – тип күҙ ҡыҫа атаһы. «Эшләй!» – тип етди яуап бирә бәләкәс һеңлеһе.
Сәлимә лә – музыкаль ғаиләнән. Атаһы – һәүәҫкәр композитор Юлай Моратов. Әсәһе Айһылыу Солтан ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ун баланың береһе булып, күмәк ғаиләлә татыулыҡта үҫә ул. Бала саҡ хәтирәләре яҡты, йылы. Ғаилә менән Ирәндек буйына сығып, тау битендә еләк-емеш йыйып, бер нисә көн йәшәп, усаҡ яғып, ҡайнатма ҡайнатып алып ҡайта торған булалар. Йәй олатай-өләсәһенә бесән эшләшергә баралар, бер нисә аҙна урманда яталар. Төшкө ашҡа ит ҡуйып, ҡыҙҙар ҡурай еләге, ҡарағат, бөрлөгән йыйырға юллана...
Ғаилә башлығы ҡатынының ашарға бешереүен көтөп ултырғандарҙан түгел. Үҙенсәлекле генә ысулдар менән ит ризыҡтары әҙерләй. Һум иттән бифштекс бешерә, үткәрелгәненән кәтлит әүәләп, бургер эшләй. Былауҙы ла, билмәнде лә һарыҡ итенән әҙерләйҙәр. «Билмән өсөн ҡара һарыҡтың ите яҡшы, – тип сер бүлешә Салауат. – Уның еҫе булмай. Аҡ төҫтәгеһенең итен оҙағыраҡ бешерергә кәрәк». Актер йыл һайын Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назаратына мөрәжәғәт итеүселәргә ҡорбан салыуҙа ярҙам итә.
Былау бешерергә ярата. Бер саҡ, яҡындарын ҡыуандырмаҡ булып, ҙур ҡаҙанға былау ҡуя. Барбарис, кориандр... тәмләткестәрҙең төрлөһөн һала, шартына килтерә. Ике бәләкәс кенә әсе ҡыҙыл борос һалып бешерә ғәҙәттә. Әсәһенән һорағас, ул ҙур ике ҡыҙыл борос килтереп тоттора. «Былай ҙур булғас, әсе түгелдер, барыһын да һалайым, исмаһам, бер аҙ тәме сыҡһын», – тип уйлай Салауат. «Огонек»тарың ары торһон – «утлыҡай» ғына былау килеп сыға. Өйҙәгеләр уны ашағандан һуң һөт эсеп «утты һүндерә». Шул мәл һеңлеһенең ҡайны-ҡәйнәһе – ҡоҙалары килеп төшә. Әйткәндәй, улар әсене бик ярата, былауҙан үтә ҡәнәғәт ҡала. Бәхетленең ҡунағы бергә, тигәндәй, Салауаттың курсташы, актер Илгиз Таһиров та ғаиләһе менән юл ыңғайы хәл белешергә инә. Барыһына ла етә үҙенсәлекле былау. Күңелле һыйҙы әле лә көлөшөп иҫләйҙәр.
Бына шулай йырлап-бейеп, уйнап-көлөп, донъяның гүзәллегенә һоҡланып йәшәргә ынтыла йәш ғаилә. Журнал уҡыусыларыбыҙға именлек, сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге теләп ҡала улар.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: