+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
7 Август 2020, 16:49

Йәйҙең шифаһын йыйып

Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас матурлығы булһа ла, йылы йәйҙе айырыуса көтөп алабыҙ. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тиҙәр. Күңел кинәнгәнсе саф һауала йөрөү, тән яҙылғансы һыу инеү, мең төрлө төҫкә ингән тәбиғәткә һоҡланыу, мул уңыштан ҡышҡылыҡҡа тәғәм әҙерләү мөмкинлеге бит ул йәй! М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Юнир ҠОЛАНБАЕВТЫҢ ғаиләһе был гүзәл мәлде нисек үткәрә? Ниндәй тәмлекәстәр менән һыйлана?

Ҡала егете булһа ла (Баймаҡта тыуып үҫкән), Юнир бар булмышы менән ауылды, тәбиғәтте ярата икән. Мал-тыуар ҡарау, бесән сабыу, еләк-емеш йыйыу, таңдан тороп балыҡҡа йөрөү уның күңелен бөтәйтә, көс бирә.
Сибайҙа йәшәгән әсәһе Венера Булат ҡыҙы, атаһы Мәүлитдин Сәлихйән улы баҡса үҫтереү менән ныҡлап мауыға. Еләктең, ҡарағаттың, йөҙөмдөң, сейәнең, ҡурай еләгенең ниндәй генә төрө юҡ! Ҡыҙыҡтырған емештәрҙең үҫентеһен интернеттан да яҙҙырып алалар. Баҡсала иң тәүҙә айыу баланы (жимолость) өлгөрә. Беҙҙең тарафтарҙа бик кәрәкле йодҡа, башҡа файҙалы матдәләргә бай емеште әсәһе балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә мотлаҡ ауыҙ иттерә. Күп тә үтмәй, башҡа еләктәр ҡыуандыра башлай... Был ҡалала йәшәгән апаһы Юлиәләрҙә лә ҡунаҡ булып, туйғансы аралашып өлгөрәләр. Ул – сәс ҡырҡыу оҫтаһы, үҙенең бөҙрәханаһын асҡан, еҙнәһе менән өс бала үҫтерәләр.
Артабан ғаилә Юнирҙең тормош иптәше Әлфирәнең тыуған яғына – Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылына юллана. Бында уларҙы ҡәйнәһе Әнисә Хажи ҡыҙы менән ҡайныһы Рәсүл Ғилметдин улы көтөп тора. Әлфирәнең Рәйес ағаһы умарта тота. Ул туғандарын кәрәҙле тәмлекәс менән һыйлап ҡына ҡалмай, бал ҡортоноң бар продукттарынан да шифа алырға өйрәтә. Бына унан бер дауа.
Сирень сәскәһен 1 литрлы быяла банкаға тултырабыҙ. Өҫтөнә спирт ҡоябыҙ. Баш бармаҡтан ҙурыраҡ прополисты ваҡлап һалабыҙ. Бер нисә ай буйы төнәтәбеҙ, ярты йыл торһа ла ярай.
Ҡыш һыуыҡ тейеп тымаулай-сөскөрә башлау менән, ошо төнәтмә менән ыуыналар. Бәләкәс балаларҙың да аяҡ табандарын, ҡолаҡ артын ыуырға мөмкин. Ҡолаҡ һыҙлағанда ла тамыҙырға ярай.
Рәсих ағаһы башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙы ололар ғына түгел, бәләкәстәр ҙә яратып эсә. «Бейә һөтө иҫ киткес шифалы бит ул, составы буйынса әсә һөтөнә яҡын. Күптәр, ҡымыҙға ҡарап, уны әселер, тип күҙ алдына килтерә. Киреһенсә, ул шәкәрле генә, татлы, тәмле. Бәпестәребеҙгә лә бейә һөтө эсерҙек. Көн һайын яңы һауған һөткә килеп йөрөнөм, термосҡа ҡойоп алып ҡайттым. Балаларыбыҙ ауырыу-сырхауға бирешеп бармай, шөкөр», – ти Әлфирә.
Яланға сығып, мәтрүшкә, кейәү үләне йыялар, баҡсала бөтнөк, мелисса өҙәләр. Боланут үләнен йыйып, сәй әҙерләйҙәр. Бөтнөктө киптереп кенә түгел, туңдырып та һаҡлайҙар. Ҡыш ғәҙәттәгесә сәйгә ҡушып эсергә йәтеш, ти Ҡоланбаевтар.
Еләктәрҙе ҡайнатма итеүгә ҡарағанда, ит турағыстан үткәреп, бер аҙ шәкәр ҡушып туңдырыуҙы хуп күрәләр. Былай витаминдары яҡшыраҡ һаҡлана, балалар ҙа яратып ашай.
«Туған-тыумаса, күрше-күлән йыйылып, муйылға йөрөнөк гел. Ит турағыстан үткәреп, асығауыҙ бешерәбеҙ. Әсәйем ҙур күнәктә муйыл майлай ине. Үҙенсәлекле татҡа эйә тәмлекәс килеп сыға.
Эмаль һауытҡа муйыл һалабыҙ. Өҫтөнә аҡ майҙы иретеп ҡоябыҙ. Ул ҡыш буйы боҙолмай һаҡлана. Иҫ киткес тәмле була. Хәҙер, туңдырғыстар заманында, яңы бешкән майҙы иретмәй генә һалып эшләргә лә була инде был тәмлекәсте. Муйыл урынына еләк, сейә, ҡурай еләге ҡулланырға мөмкин», – тип бүлешә Әлфирә.
Әлфирә лә театрҙа эшләй, режиссер ярҙамсыһы. «Бергә эшләү уңайлы, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ярҙам итәбеҙ. Эштәге сиселмәгән мәсьәләләрҙе өйгә алып ҡайтмаҫҡа тырышабыҙ. Унда бит беҙҙе һәр аҙымы менән ҡыуандырып үҫеп килгән бәләкәстәребеҙ көтөп тора», – ти Юнир.
Ун йәшлек Самира, ике йәшлек игеҙәктәр Бәхтиәр менән Данияр ҙа, ата-әсәһенән күрмәксе, тәбиғәтте яратып, ҡәҙерләп үҫә. Күптән түгел Бөрйән районында ял иткәндәр. Туйғансы һыу инеп, уйнап, йүгереп арып, палаткала йоҡлау бәләкәстәр күңелендә йәйҙең сағыу иҫтәлеге булып ҡалыр.
...Үткән йылда Төркиәгә барғандар. «Юнир ҡыҙыу йәйҙә эшһеҙ йөрөүҙе һис ҡабул итә алманы. Ауылға ҡайтып, бесән сабыуың мең артыҡ, тип аҙна буйы һөйләнде. Тыуған ерҙән дә ҡәҙерле нәмә юҡ беҙҙең халыҡҡа», – тип сере менән бүлешә Әлфирә.
Эйе, тыуған-үҫкән ерҙәрҙең ҡәҙерен белеп, көс-ҡеүәт алып йәшәйек, дуҫтар!
Еләкле торт
Ҡамыр өсөн 4 йомортҡа, 125 грамм шәкәр, 75 грамм он, 50 грамм крахмал, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 семтем тоҙ, ванилин; кремға өсөн 300 миллилитр 33 процентлы һөт өҫтө, 250 грамм маскарпоне сыры, 4 ҡалаҡ шәкәр онтағы; еләкле ҡатламға 350 грамм еләк, 3-4 ҡалаҡ шәкәр, 1,5 ҡалаҡ крахмал кәрәк.
Өй йылылығында торған йомортҡаны миксер менән 5 минут туғыйбыҙ, тиҙлеген арттыра барабыҙ. Шәкәр, ванилин өҫтәйбеҙ. Тағы ла 7 – 10 минут туғыйбыҙ. Ҡатнашма ағарырға, күләме 2-3 тапҡырға артырға тейеш.
Онға крахмал, ҡамыр күперткес, тоҙ ҡушабыҙ. Уны йомортҡа күперегенә аҙ-аҙлап ҡына һалып, «көрәк» йә ҡалаҡ менән ипләп кенә бутайбыҙ. Бында миксер ҡулланыу кәрәкмәй.
Ҡамырҙы табаға һалабыҙ. Ул форманың өстән ике өлөшөн ҡапларлыҡ булһын. Шунан 180 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешереп алабыҙ. Тимер селтәргә (рәшәткәгә) түңкәреп һалабыҙ ҙа һыуытабыҙ. Бисквитты дүрт йәймәгә бүләбеҙ.
Һөт өҫтөн, маскарпоне сырын, шәкәр онтағын ҡушып туғып крем эшләйбеҙ.
Еләккә шәкәр ҡушып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, крахмалды 1,5 ҡалаҡ һалҡын һыуҙа болғатып, еләккә һалабыҙ. Ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Һыуытабыҙ.
Тортты йыябыҙ. Бер йәймә өҫтөнә еләкле эслекте һалабыҙ, шунан крем яғабыҙ. Киләһе йәймәне һалабыҙ. Шулай ҡатлап йыябыҙ. Торттың өҫтөн, тирә-яғын крем менән ҡаплайбыҙ. 5-6 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Өҫтөн еләктәр менән биҙәйбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: