500 грамм шпинат, 6 ҡалаҡ өйөп он, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 йомортҡа, 150 миллилитр ҡатыҡ (кефир), ярты балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк.
Күрһәтелгән ингредиенттарҙан ҡамыр әҙерләйбеҙ. Аҙ-аҙлап шпинатты ҡушып, блендерҙа туғыйбыҙ. Майлы табала ике яғынан ҡыҙҙырабыҙ.
500 грамм шпинатҡа 45 грамм йөҙөм, 25 грамм эрбет (кедр) сәтләүеге, 2 киҫәк аҡ икмәк, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 3 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Йөҙөмгә ҡайнар һыу һалып, 10 минут самаһы тотабыҙ ҙа һарҡытабыҙ, ҡоротабыҙ. Икмәкте шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм зәйтүн майында 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Ваҡ итеп туралған һарымһаҡты ҡыҙҙырабыҙ, эрбет сәтләүеге ҡушабыҙ. Шпинат һалабыҙ ҙа 1-2 минут ҡыҙҙырабыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, тәменсә тоҙ, борос, зәйтүн майы ҡушып бутайбыҙ.
200 грамм шпинат, 200 грамм тоҙланған һөмбаш (лосось) балығы, 200 грамм йомшаҡ сыр, 3 йомортҡа, 40 грамм он, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ лимон һуты, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Йыуып ҡоротолған шпинат, йомортҡа һарыһы, он, тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ һалып, блендерҙа болғатабыҙ. Йомортҡа ағын 4-5 минут блендер менән туғыйбыҙ. Шунан уны алдан әҙерләгән ҡатнашмаға аҙ-аҙлап ҡушабыҙ.
Ҡамырҙы, махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға һалып, өҫтөн тигеҙләйбеҙ ҙә 180 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 8 – 10 минут бешерәбеҙ. Бер аҙ һыуытабыҙ. Йәшел тәмләткес үләндәр ҡушылған йомшаҡ сырҙы яғабыҙ, нәҙек итеп ҡырҡылған балыҡ киҫәктәрен һалабыҙ ҙа лимон һутын бөркөп сығабыҙ.
Урайбыҙ ҙа бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
500 грамм шпинат (яртылаш башҡа үләнде ҡушырға мөмкин), 100 грамм сыр, 500 грамм он, 300 миллилитр һыу, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы, аҡ май кәрәк.
Онға семтем тоҙ, һыу һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа, таҫтамал менән ҡаплап, 15 – 20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Шунан уларҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ ҙә йәйәбеҙ. Ҡамырҙың бер яртыһына шпинат, сыр, тоҙ, борос һалып әҙерләнгән эслекте һалабыҙ ҙа, икенсе яртыһы менән ҡаплап, ситтәрен бөрөп ҡуябыҙ. Көлсә йәйенке булырға тейеш. Ҡыҙыу майлы табала ике яғынан ҡыҙҙырабыҙ.
500 грамм шпинат, 100 грамм йәшел һуған, 4 йомортҡа, 2 стакан он, ярты стакан һыу, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы кәрәк.
Онға 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, һыу һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 1 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Йыуып ҡоротолған шпинатты (яртылаш ҡуҙғалаҡ ҡушырға мөмкин), һуғанды турайбыҙ һәм бер нисә минут ҡына майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Бешкән йомортҡаны турап ҡушабыҙ. Ошо эслек менән ғәҙәттәгесә бәлеш яһайбыҙ ҙа 180 градус эҫелектә мейестә бешерәбеҙ.
1 тотам шпинат, 1/3 стакан баҙам (миндаль) сәтләүеге, 4 ҡалаҡ аҡ май, 1 баш һуған, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Табаға майҙы һалып иретәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған һуған, һарымһаҡ, тоҙ, борос өҫтәп, бер нисә минут ҡыҙҙырабыҙ. Йыуып киптерелгән шпинатты һалып бер нисә минут ҡыҙҙырабыҙ. Баҙам сәтләүеген ҡоро табала ҡыҙҙырабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, блендерҙа болғатабыҙ.
Файҙалы ниғмәттәр менән туйынып, сәләмәтлектә һәм күңел көрлөгөндә йәшәйек, дуҫтар!
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2020) һанында уҡығыҙ.