+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
11 Июнь 2020, 13:33

Бәшмәктән солянка

1 кг бәшмәк, 500 г кәбеҫтә, 500 г помидор, 300 г кишер, 150 г үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе алына.

Бәшмәкте йыуып таҙартҡас, эреләрен турап, ваҡтарын шул килеш 10-15 минут самаһы бешерергә, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә ҡушырға була.

Йәшелсәләрҙе һалам формаһында ваҡ ҡына итеп турарға. Һуған менән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырырға, помидор, кәбеҫтә өҫтәп, ҡалған майҙы һалып, тоҙ һибергә кәрәк.
Ошо ҡатнашманы һүрән утта 20-25 минут тотҡас, бәшмәкте өҫтәп, тағы 30 минут быҡтырырға.
Әҙер булырға биш минут ҡалғас, тәмләткестәр: лавр япрағы, борос, аш һеркәһе һалына. Тағы ла 10-15 минут самаһы ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас: