Ҡуҙғалаҡ, балтырған, имән сәтләүеге...
Ашнаҡсылар ҡаты һуғыш мәлдәрендә лә, оҙайлы поход ваҡыттарында ла, снарядтар ямғыры аҫтында ла һалдаттарҙы аш менән тәьмин итергә бурыслы булған. Подразделение атакаға күтәрелеп, алға ынтылғанда кухня юлһыҙ ерҙәрҙә артта ҡалған йә парашют менән ташлаған провизия икенсе яҡҡа осҡан, һаҙлыҡҡа төшөп батҡан осраҡтарҙа ашатыуҙа өҙөклөктәр килеп тыуған.
Ашнаҡсыларҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы әйтеп бөткөһөҙ мөһим. Аштың насар булыуы йонсоған һалдатты ҡаҡшатҡан. «Күп ваҡытта <...> ашҡа ҡайнамаған һыу өҫтәлә, аҙыҡ йыуылмай, һуған ҡыҙҙырылмай һалына. Йәки аш бешеп етмәйенсә таратыла. Был боецтар араһында төрлө ауырыуҙарҙың таралыуына сәбәп була», – тип яҙа ашнаҡсы Вәғиз Ғәниев «Ҡыҙыл атлылар» газетаһының 1942 йылдың 36-сы һанында «Тәмле аш өсөн» исемле мәҡәләһендә. Автор был мәсьәләгә етди ҡарай: «Мин аш әҙерләүҙең барлыҡ «ваҡлыҡтарына» ныҡ иғтибар итәм. Бирелгән аҙыҡты ситкә ебәрмәйем, сәсмәйем, түкмәйем. Ашты төрләндереү һәм тәмләтеү өсөн яҙын-йәйен ҡайһы бер үләндәрҙе файҙаланырға мөмкин. Мин ҡуҙғалаҡты, балтырғанды күҙ алдында тотам <...> үҙем үләндәрҙе файҙаланып тәмле аш әҙерләгәнем бар».
Һалдаттарҙың ялан аш-һыуына килгәндә инде, улар – поход шарттарына яҡшы яраҡлаштырылған тары һәм ҡарабойҙай ярмаһы бутҡаһы, сало, борщ, кәбеҫтә ашы, быҡтырылған картуф. Ашнаҡсылар миҙгеле менән урындағы йәшелсәләрҙе, үләндәрҙе ҡулланған. Ҡайһы бер ашнаҡсылар ябай ғына ҡәһүәне лә күп осраҡта имән сәтләүегенән бешергән, төрлө үләндәр һалып тәмләткән.
Аш бешереү тәжрибәһен арттырыр өсөн, дивизияла ашнаҡсылар араһында ярыш үткәрелгән. 1942 йылда «Ҡыҙыл атлылар» газетаһында В. Ғәниев «Тәмле аш» мәҡәләһендә: «Мин частәге поварҙарҙың социалистик ярышын йәйеп ебәрергә тәҡдим итәм. Һәм был тәҡдимгә һәр бер повар практик эш белән яуап бирер, тип ышанам. Сифатлы, тәмле аш әҙерләү өсөн ярышҡа, повар иптәштәр!» – тип cаҡыра. 1942 йылдың 37-се һанында Ш. Баһауытдинов ашнаҡсылар ярышын тулыһынса хуплап, үҙе лә ошо мәсьәләгә ҡарата «Мин ҡушылам» исемле мәҡәлә яҙа. И. Ғөбәевтың газетаның 1942 йылдың 39-сы һанындағы мәҡәләһе «Кәңәшергә ине» тип аталған. Газетала һүҙ барған социалистик ярыш һалдаттарҙың күңеленә хуш килгәндер. Сөнки ашнаҡсыларҙың бурыстарына баҫым эшләгәндән һуң улар эштәренә етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай башлай. Быны «Ҡыҙыл атлылар»ҙың 1942 йылғы 36-сы, 39-сы, 78-се, 80-се һандары, 1943 йылдың 152-се, 162-се, 184-се, 185-се һандарындағы мәҡәләләр раҫлай.
Ашнаҡсыларҙың һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килгәнлеген 1943 йылдың 152-се һанынан беләбеҙ. «Подразделение повары иптәш Мөхәмәдияров винтовкаһынан атып бер-нисә немецты үлтерҙе, боецтар менән атакаларға барҙы», – тип яҙа ҡыҙылармеец Ш. Ҡолбаев «Үҙ эшенең оҫтаһы» мәҡәләһендә.
Һуғыш шарттарында тәмле һәм төрлөләндереп ашарға бешереп, эҫе ризыҡты яугирҙәргә тиҙ арала алып барып еткереү, һауыт-һабаны таҙа тотоу батырлыҡҡа тиң һаналғанға күрә, 1943 йылда Хөкүмәт тарафынан «Отличный повар» һәм «Отличный пекарь» знактары раҫланған. Был наградаларҙы булдырыу хаҡында яңылыҡ башҡорт кавалерия дивизияһының ашнаҡсыларын ныҡ дәртләндерә, тағы ла яҡшыраҡ эшләү сәмен уята.
Фронт шарттарында икмәк бешереү оҫталары тураһында «Ҡыҙыл атлылар» газетаһының беҙгә килеп еткән һандарында бер генә мәҡәлә осрай. Ҡыҙылармеец Ғ. Имелбаевтың «Пекарня ойошторолдо» мәҡәләһе старшина Хәбировтың подразделениеһында хужалыҡтар өсөн икмәк бешереү эшенең ойошторолоуы тураһында: «Коллектив көсө менән матур, йыйнаҡ пекарня барлыҡҡа килтерелде. Хәҙер пекарня тәүлегенә 4 тоннанан артыҡ икмәк биреп тора. Был почетлы эштә мастер Каюмов, мастер Бердахан иптәштәр яҡшы эшләйҙәр. Улар юғары сифатлы икмәк бешереү өсөн бөтә көстәрен һәм энергияларын һалалар».
РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы, филология
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.