+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
12 Май 2020, 21:07

Фәрештә ҡанатын ҡаҡҡанда

«Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул»... Был һүҙҙәр егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһенә тап килә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Киске телеүҙәк», «Интервью» тапшырыуҙарын алып барыусы Гөлсимә ИШТАНОВА ла тура эфирҙан сығыу менән өс улы янына ҡайтырға ашыға. Ғаиләһен ниндәй тәмлекәстәр менән һыйлай икән?

«Әсәйем Фәйрүзә Ғилман ҡыҙы иҫ киткес тәмле бешеренә. Телеңде йоторлоҡ балан ләүәше, картуфтан ғына әллә нисә төрлө бәлеш әҙерләй ул. Тап уныңса эшләп ҡараһам да, минеке ҡайтышыраҡ килеп сыға... Беҙ үҫкәндә магазиндарҙа печенье-кәнфит тулып торманы бит. Әсәйем сөсө икмәк ҡамырына аҙ ғына шәкәр ҡушып, ромб рәүешендә ҡырҡып печеньены үҙе бешерә ине. Декрет ялы мәлендә берәй татлы ризыҡ әҙерләге килеп китте. Бәпес менән ултырған ҡатын-ҡыҙҙың өйөндә дәрсен, маскарпоне кеүек нәмәләр ҡайҙан булһын, ҡул аҫтындағы ризыҡтарҙан әсәйемдең рецебы буйынса ошо тәмлекәсте бешерҙем. Улдарым яратып ашаны», – тип һөйләй Гөлсимә киләһе рецептың килеп сығышы тураһында. Тик замана балаларына туҡтауһыҙ яңылыҡ кәрәк бит, ябай ромб формаһы ҡыҙыҡтырмай башлай уларҙы. Шунан йәш әсә ҡайҙалыр күргән «ҡусҡар»ҙы эшләп ҡарарға була. Янынан китмәй уралған бәләкәстәр, әлбиттә, ҡуш ҡуллап ярҙамға әҙер. Ҡамырға тотонһа, балалар ярһып киткән еренән тыныслана, хатта һөйләшеүҙәре талғын, яғымлы булып китә. «Бау» тәгәрәтеү, «арҡан ишеү», әүәләү кескәйҙәргә бик оҡшай, ваҡ моторика үҫешеүенә лә ярҙам итә. Печенье бешереү бәләкәстәрҙе берләштерә, ғаиләне татыулаштыра торған шөғөлгә әйләнә шулай. «Үҙең әҙерләп ашаған ризыҡ тәмлерәк тә, ҡәҙерлерәк тә», – ти Гөлсимә.
«Ҡусҡар» печеньеһы
Ярты стакан көнбағыш майы, ярты стакан шәкәр, 2 стакан он, ярты балғалаҡ аш содаһы, 2 ҡалаҡ какао, бер аҙ һыу, табаны майлар өсөн үҫемлек майы кәрәк.
Көнбағыш майына шәкәр һалып, ирегәнсе болғатабыҙ. Аш содаһы, он, саҡ ҡына һыу ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул йомшаҡ ҡына була, әммә ҡулға йәбешеп тормай.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Береһенә какао ҡушып баҫабыҙ, артыҡ ҡаты булып китмәһен өсөн 1-2 балғалаҡ ҡына һыу өҫтәйбеҙ. Ике төҫлө ҡамырыбыҙ бар хәҙер.
Ҡамырҙы бер тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Тәгәрәтеп, «бау»ҙар һуҙабыҙ. Уларҙы 10 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып ҡырҡабыҙ.
Икешәр төрлө ҡамырҙы алып, «арҡан ишәбеҙ». Шунан уны ҡусҡар рәүешендә өйөрөлтәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибергә мөмкин. Майлы табаға һалып, 200 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: