+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
13 Апрель 2020, 16:19

Ҡыҙы барҙың наҙы бар

Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт, тиҙәр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендәге төрлө бәйгеләр лауреаты Әлим ҠӘЙҮМОВТЫҢ ғаиләһендә наҙға күмелеп ике ҡыҙ үҫә. «Тормош иптәшем Динара, ҡыҙҙарым – минең таянысым, ышанысым, донъям биҙәге», – ти йырсы. Бөгөн артистың ғаиләһе тәмлекәстәр менән һыйлай.

Әминәгә – туғыҙ, Айлинаға алты йәш. Айлина йырларға ярата, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы Балалар опера студияһына йөрөй, вокал буйынса конкурстарҙа юғары урындар ала, баҡсала ла бер тамашанан ситтә ҡалмай. Өсөнсө класта уҡыған Әминә иһә һүрәт төшөрөргә әүәҫ, инстаграмда әүҙем яҙа, видеолар төшөрә. Бер байрамды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, тиҙ генә ниәттәрен ҡора һалып, ғаиләлә төрлө саралар ойоштора. Беҙҙең журнал уҡыусыларына ул тәмле шарсыҡтар әҙерләргә өйрәтмәксе.
Татлы шарсыҡтар
2 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, ярты балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 стакан он, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы кәрәк.
Йомортҡа һытабыҙ ҙа ҡуйыртылған һөт ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, аш содаһы өҫтәйбеҙ, он һалабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. 2-3 сантиметр ҙурлығында шарсыҡтар әүәләп, ҡыҙыу майҙа бешерәбеҙ.
«Бәләкәстән йырларға, бейергә ярата, мәктәптә сәхнәнән төшмәй», – тип яҙабыҙ артист халҡы хаҡында йыш ҡына. Тауышы күптәрҙе әсир иткән Әлим иһә бала сағында бөтөнләй йырламай. Музыка мәктәбендә баян класында шөғөлләнә, уҡытыусыһы киткәс, уны дауам итмәй ташлап ҡуя. Үҙе радиола билдәле сәғәттәрҙә генә тапшырылған концерттарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала, мөкиббән китеп тыңлай. «Атайым Абдуллажан Ҡәүи улына мең рәхмәтлемен, – ти ул. – Радик Гәрәев, Рамазан Йәнбәков, Хәйҙәр Бегичев, Илһам Шакиров концерттарына ҡалдырмай алып йөрөнө ул мине. Йыр-моң донъяһының иң аҫыл өлгөләре менән таныштым, сәхнә күрке – тере легендаларҙы күрергә насип булды».
Учалы районы Бөйҙө ауылы егете урта мәктәптән һуң баш ҡалаға, аграр университетҡа килә. Балл етмәгәс, кире ҡайтып китә. Учалыла осраҡлы рәүештә генә музыка училищеһына барып эләгә. Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниевтарҙың иң популяр сағы. Бар ҡыйыулығын йыйып, яратҡан йырсыһына оҡшатып «Моңдар ҡайтһын ауылға» тип йырлап күрһәтеүе башҡорт фольклоры бүлегенә юл аса. «Ирәндек моңдары» халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә ҡатнашҡанда талантлы педагог Рәйсә Ғәлимуллина уны күреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына саҡыра. Остазы донъя ҡуйғас, уҡыуын Миләүшә Мортазина етәкселегендә дауам итә.
Институттан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай Әлим. Биш йылдан уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡыралар. Башҡорт халыҡ йырҙарын да, опера арияларын да, эстрада әҫәрҙәрен дә берҙәй күңел биреп йырлай ул.
Ғаилә тарихы Ғашиҡтар көнөндә башлана. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби-драматик бүлектең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара төрлө кимәлдәге концерт-тамашаларға сценарий яҙа. Эш мәлендә өмөтлө йәш йырсы Әлим Ҡәйүмов менән таныша. Әлим Динараға тәү күреүҙә ғашиҡ була. Ҡыҙҙан байрам менән ҡотлаған хәбәр килеп төшөү менән яуап яҙа. Һүҙ артынан һүҙ бәйләнеп китә... Йәй көнө никах уҡыталар. Айырым ҡоролған донъяларын берләштергәндә ғәжәп хәлгә тап булалар. Баҡһаң, икеһенең дә һыуытҡыстары бер үк моделдән, барлыҡ йорт ҡаралтылары ла бер иштән, Әлимдең кәнәфиҙәре, әйтерһең, Динарала булған диван менән бер комплект итеп эшләнгән. Донъяға ҡараштары уртаҡ йәштәрҙең уйҙары, маҡсаттары берләшә.
«Тәүге тапҡыр Әлим, мине ҡунаҡҡа саҡырып, ҡарабойҙай бутҡаһы һәм билмән менән һыйланы, – ти Динара. – Тормош иптәшем былауҙы иҫ киткес тәмле бешерә. Мин иртәнән кискә ҡәҙәр эштә, Әлимдең репетициялары иһә иртә таңдан башланмай, көндөҙ бушыраҡ, шуға балаларҙы түңәрәктәргә йөрөтөү уға төшә». Динара үҙе артыҡ ваҡыт талап итмәгән ризыҡтарҙы хуп күрә. «Талымһыҙ мин, кәләшем әҙерләгән һәр нәмә лә телеңде йоторлоҡ», – тип ҡәнәғәт йылмая артист. Эш сәфәре менән төрлө илдәрҙә йөрөгәндә урындағы халыҡтың аш-һыуын тәмләп ҡарайҙар. Әзербайжан, үзбәк аштарын оҡшата. Германияла үткәрелгән итте сей килеш ашауҙары ғәжәпләндерә. Өйҙә иһә ул яратҡан һөт ашы, бишбармаҡ, эремсекле бәлеш һәр саҡ өҫтәл түрендә. Әлимдең әсәһе Сәлимә Бәҙғетдин ҡыҙы улының яратып ашаған ризығын – картуф, һуған, ҡаймаҡ һалынған бөккән (бәлеш) бешереү серҙәре менән бүлешкән. «Ҡамыр ҡуйырға ҡәйнәмдән өйрәндем, – ти Динара. – Бисмилла уҡып, Ғәйшә-Фатима ҡулы, тип башлаһаң, ҡамыр аштары уңа». Ризыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, аштың йөҙөн йыртмағыҙ, тип ҡабатлар була ул (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде гүр эйәһе). Килен – ҡәйнә тупһаһынан. Аш-һыуға бик һаҡсыл мөнәсәбәттә Динара ла, әрәм-шәрәмгә юл ҡуймай. Бөтмөр хужабикәнең туңдырғысында һәр саҡ билмән, мантый, өсмөйөштәре әҙер, туҡмасты ла ҡырҡып киптереп ҡуя. Йәй еләк йыйып туңдыралар. Бына ғаиләнең яратып әҙерләгән тәғәмдәренең береһе.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: