+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
10 Март 2020, 17:19

Суҡ муйылдар – табын түрендә

Һәр кем ғаиләһен иң тәмле, иң файҙалы ризыҡ менән туҡландырырға ынтыла. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы, «Көмөш ҡауырһын» халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА яҡындарын һыйлаған тәғәмдәрҙе беҙгә лә бешереп күрһәтте.

«Беҙҙең Һаҡмар буйында муйыл иҫ киткес мул үҫә. Йыл һайын күп итеп йыйып, ит турағыстан үткәреп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя инек. Әле лә тыуған яғыма – Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылына, еләк-емештең өлгөргән осорона тура килтереп, ҡайтырға тырышабыҙ, элеккесә муйылға сығабыҙ. Танһыҡ ризыҡ бит ул. Журнал уҡыусыларға тәҡдим итәсәк тортты әҙерләүе еңел генә. Тәмле лә, үҙенсәлекле лә ул», – ти Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.
Муйыллы торт
Ҡамыр: ит турағыстан үткәреп, шәкәр ҡушып әҙерләп ҡуйған 1,5 стакан муйылға 1 стакан һөт, 2 йомортҡа, 4-5 ҡалаҡ иретелгән аҡ май, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 стакан он кәрәк.
Крем: 200 грамм шәкәр онтағы, 200 – 250 грамм аҡ май, 75 миллилитр һөт, ярты балғалаҡ ванилин алабыҙ.
Муйыл әҙерләмәһенә эҫе һөт ҡойоп бутайбыҙ ҙа ултыртып торабыҙ. Йомортҡа һытып,аҡ май, аш содаһы, он һалып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, 200 градус эҫелектәге мейестә 12–15 минут бешереп алабыҙ.
Шәкәр онтағы һәм аҡ майҙы блендер менән туғып күпертәбеҙ. Ҡайнатып һыуытылған һөт өҫтәп, тағы туғыйбыҙ.
Йәймәнең береһенә тигеҙ итеп крем яғабыҙ. Өҫтөнә икенсе йәймәне һалабыҙ. Торттың өҫтөн, сит-ситтәрен крем менән үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ. Биҙәү өсөн емеш-еләк ҡулланырға ла мөмкин.
Ҡамыр аштарына тотонһа, мейес ауыҙында ҡоймаҡ ҡойоп торған әсәһе күҙ алдына килә Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының. Ул әҙер ҡоймаҡтарҙы алдындағы тәрилкәгә һалып тора, алты бала берәм-берәм килеп алып китеп тора... Бәләкәстәренең тамағы туйғас ҡына тәрилкәлә ҡоймаҡ өйөмө барлыҡҡа килә. Әсәһенең бәлештәре, асығауыҙҙары, «быныһы – дөйәтабан, быныһы – урама», тип төрлө рәүешкә килтереп әүәләгән шәкәрле икмәктәре, әсе ҡамырҙан әҙерләгән ризыҡтарының тәме һаман да тел осонда кеүек. «Әсәйем Садиҡа Баймырҙа ҡыҙы башланғыс класс уҡыусыларына белем бирҙе. Атайым Рәфҡәт Әхмәтзәки улы ла уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләне. Булмышы менән педагогтар ине улар. Һис ҡасан ауыҙ асып кешене яманлағандарын ишетмәнем, – тип хәтирәгә бирелә Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. – Элек бит газ юҡ, усаҡ яғырға кәрәк, һыуҙы ла алыҫтағы ҡоҙоҡтан ташыныҡ. Алты баланың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булды. Нисек барыһына ла өлгөргәндер улар?»
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: