«Сал Уралдың һалҡын ҡыштарында ит ризыҡтарын ашамау мөмкин түгелдер. Халҡыбыҙ борондан көтөү-көтөү һыйырын, өйөр-өйөр йылҡыһын аҫраған. Өҫтәлдән һөт-ҡатығы, ҡаймаҡ-майы, эремсеге, ҡорото, ҡымыҙы өҙөлмәгән», – ти Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы. Голубцы, тултырылған ташҡабаҡ, бишбармағын да маҡтап ашайҙар уның, шулай ҙа үҙе иң уңышлыһы тип тултырылған ҡаҙҙы һанай. Бына ошолай бешерелә ул.
1 ҡаҙға 200 грамм ҡара емеш, 1 стакан дөгө ярмаһы, ярты стакан майонез, 5 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 балғалаҡ тоҙ, яртышар балғалаҡ ҡара, ҡыҙыл борос, үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе алабыҙ.
Ҡаҙҙы йыуып ҡоротабыҙ. Майонезға тоҙ, тәмләткестәр һалабыҙ, һарымһаҡ иҙеп ҡушабыҙ ҙа бутайбыҙ. Ошо ҡатнашманы ҡаҙҙың тышына ла, эсенә лә һылайбыҙ.
Дөгө ярмаһын йыуып, ҡайнатып сығарабыҙ. Йыуып, ҡара емеште ҡушабыҙ. Тоҙ һалып бутайбыҙ. Ҡара емешле дөгөнө ҡаҙҙың эсенә тултырабыҙ.
Ҡош итен махсус тоҡ-«ең»гә (рукав для запекания) һалабыҙ ҙа ике яғынан бәйләп ҡуябыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 2 сәғәт бешерәбеҙ.
Эслекте ошолай әҙерләргә лә була. Картуфты эре булмаған киҫәктәргә турайбыҙ. Вағыраҡ, әскелтемерәк алмаларҙы ла, уртаһындағы төшөн алып, ике йәки дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Картуф менән алманы ҡаҙҙың эсенә тултырабыҙ. Шулай уҡ ике сәғәт бешерәбеҙ.
«Ҡош-ҡорт, мал ҡарау беҙҙең – балаларҙың – өҫтөндә ине. Ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек: Эльмира, Зөлфиә, Ғәлимә, Әминә, Гөлнара. Малайҙарға биргеһеҙ булдыҡ – бесәнен дә эшләнек, умарта ла ҡараныҡ, ихата тирәһендәге башҡа мәшәҡәттәрҙе лә ҡалдырманыҡ. Әсәйем эшендә лә өлгөрҙө, беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйларға ла ваҡыт тапты. Ҡайтыуыбыҙға барыһы ла әҙер була торғайны. Мин студент саҡта ғына ныҡлап бешеренергә өйрәндем. Бер саҡ шулай хеҙмәт отрядында вермишель әҙерләргә кәрәк булды. Белмәгәс, бөтә отрядты уҡмашҡан туҡмас менән «һыйланым», – тип бала саҡ, йәшлек йылдары хәтирәләренә төшөп китә Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы.
Ғәмһеҙ саҡтың тағы бер ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле мәле: «Мәктәп йылдарында «Орленок» пионер лагерына барыу бәхете тейҙе миңә. Аш-һыу тирәһендә дежур иткәндә бер мәл: «Принеси поварешку», – тиҙәр. Был һүҙҙең мәғәнәһен аңламайым. «Поварешка» тигәндәре башына аҡ ҡалфаҡ кейгән бәләкәс кенә ашнаҡсы малай булып күҙ алдына баҫты. Тышҡа сығып ҡарап килдем, ундай малайҙы осратманым... Аҙаҡ ҡына был һүҙҙең ижауҙы аңлатҡанлығын белдем».
Туғандары менән бик татыуҙар, Дыуан районы Мәрйәмғул ауылындағы тыуған йорттарына ҡайтып, осрашып, бала саҡтарын хәтерләп, инде гүр эйәһе булған ата-әсәһе рухына аяттар уҡытып торалар. Ғүмерен балаларға рус, башҡорт телдәре һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә арнаған әсәләренең моңло тауышы, колхозда механик, водитель булып эшләгән аталарының мәғәнәле ҡарашы ғүмер буйы оҙатып бара уларҙы. Хәстәрлекле әсә ҡулы әҙерләгән муйылдан, кәбеҫтәнән, киптерелгән еләктән бешерелгән мөшниктәрҙе (әсе ҡамырҙан мейестә бешерелгән бөйөрөк), татлы ҡоймаҡтарҙы, ҡаймаҡ, йомортҡа, эремсек шәңкәләрен һағынып иҫкә алалар. Ҡыҙҙарҙың дүртеһе әсәһе юлын – мөғәллимлекте – һайлаған.
Ҡартай (олатай) һәм ҡартнәй (өләсәй) менән бергә үҫеү бәхете тейә уларға. Өләсәй тәрбиәһенең әһәмиәтен бөгөн аңлайҙар. Ир-егеткә ихтирам, айырым мөнәсәбәт тотоуын да хөрмәтләп иҫкә алалар. Иң тәүҙә ир-аттың тамағын ҡарарға, улар алдында итәк-сабыуыңды йыйып йөрөргә өйрәтеүе ғүмерлек һабаҡ булып күңелгә һеңгән. Эшһеҙ йөрөүҙе йәне һөймәй ололарҙың. Бесән мәле, картуф утау кеүек йәйге ҡыҙыу эш ваҡыты етһә: «Көлөшөп-шаулашып йөрөмәгеҙ ураҡ ваҡытында», – тип тыйыр була өләсәһе.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.